6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Гепатит менән зарарланмаҫ өсөн нимә белергә кәрәк
16.09.06


       Гепатит - инфекцион - вирус ауырыуы булыуҙан тыш, социаль сир ҙә булып тора, сөнки ул ниндәйҙер кимәлдә йәмғиәттең именлек кимәлен сағылдыра. Йыл һайын илебеҙҙә В гепатиты
       менән ауырыусылар һәм вирус йөрөтөүселәр һаны 200 - 250 мең
       кешегә арта. Уның менән зарарланмаҫ нимә эшләргә кәрәклеген
       күптән үҙләштерергә ваҡыт та бит.
       Гепатит вирустарын иҫкәртеү мөмкинселектәре хаҡында Өфөнөң 4 - се һанлы инфекцион дауаханаһында баш врачтың дауалау буйынса урынбаҫары булып эшләүсе Венера Шәйхмиева һө йләй.
       - Вируслы гепатиттарҙың барлыҡҡа килеүенә төрлө вирустар сәбәп булып тора, бөгөнгө көндә уларҙың һаны кәм тигәндә лә алтыға етә. Был А, В, С, D ( дельта - гепатит), Е һәм G виру стары. А һәм Е вирустары гепатиттың киҫкен формаһына, ә В, С
       һәм D вирустары ауырыуҙың хроник формаһына сәбәп булыуы мөм кин, улар йыш ҡына бауыр циррозы йәки яман шешенә, һөҙөмтәлә сирленең инвалидлығына йәки үлеменә алып килә.
       Халыҡ араһында А һәм Е гепатиты "бысраҡ ҡулдар ауырыуы" тип йөрөтөлә. Ул тирә - яҡ мөхиткә гепатит менән ауырыусының тиҙәге аша бүленеп сыға, артабан һыу йәки ашамлыҡ аша сәләмәт кешенең организмына эләгә. Шуға күрә А йәки Е гепатиты йышыраҡ халыҡты һыу менән тәьмин итеү тейешле кимәлгә ҡуйылмаған, эсәр һыу насар сифатлы булған йәки һыуға
       бәйле катаклизмдар булған илдәрҙә күҙәтелә. Ғәҙәти шарттарҙ а вирус кешенең организмына шәхси гигиенаның үтәлмәүе, аҙыҡ - түлек продукттарын әҙерләү шарттарын боҙоу арҡаһында эләгеүе
       ихтимал.
       Хәл А гепатиты вирусының тышҡы мөхиттең төрлө факторҙарына сыҙам булыуы менән дә киҫкенләшә: ул майҙарҙа иремәй, иреткестәргә, юғары температураға бирешмәй, кислоталы иретмәләрҙә оҙаҡ һаҡлана. Тик ҡайнатыу ғына вирусты тулыһынса юҡҡа сығара, медиктарҙың кәңәше лә ошонан сығып бирелә: тик ҡайнаған һыу ғына эсегеҙ, шәхси гигиена һаҡлағыҙ , эсәр һыуҙың сифатын күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.
       Гепатит менән зарарланыуҙың икенсе юлы - парентераль, йәғ ни вирусты ашҡаҙан - эсәк тракты аша түгел, ә ҡан аша эләкт ереү. Кеше медицина инструменттары, енси юл, донор ҡаны ебәр еү, ҡулланылған шприцты файҙаланыу ваҡытында зарарланыуы ихтимал. Йышыраҡ - инфекция йөрөтөүсе кешенең ҡаны менән контактҡа ингән ваҡытта. Вирус тапшырыуҙың был юлы айырыуса В, С, D һәм G гепатиттарына хас, уларҙың тәүге икәүһе - айырыуса хәүефле.
       Һуңғы йылдарҙа гепатит менән зарарланыуҙың иң таралған юл ы булып наркомандарҙың бер энә менән файҙаланыуы тора, шуға
       күрә наркомандар гепатиттың барлыҡ формалары буйынса ла хәүеф төркөмөнә инә. Бынан тыш гепатит вирусы татуировка эшләгәндә, энәләр ҡаҙап дауалау, стерилләнмәгән энә менән ҡолаҡ тишкәндә күсеүе мөмкин.
       Енси юл менән йышыраҡ В гепатиты күсә, был осраҡта С, D һәм G вирустары менән зарарланыу ихтималлығы ҙур түгел.
       - Әгәр элегерәк В һәм С гепатитын "наркомандар ауырыуы" т ип йөрөтһәләр, ә енси юл менән зарарланыу осраҡтары һирәк
       булһа, бөгөнгө көндә был хәл ҙур үҙгәреш кисерҙе, - тип һөй ләй Венера Шәйхмива. - Хәҙер гепатит вирустарының енси юл ме нән күсеү осраҡтары һиҙелерлек артты. Республикала, дөйөм ил дәге кеүек үк, В гепатиты менән зарарланыу бер кимәлдә тора.
       Әммә дөйөм алғанда, беҙҙең дауаханала башлыса В һәм С гепат иттары менән ауырып үткәргән хрониктар менән эш итәбеҙ. Быны
       халыҡтың грамоталылығы артыуы менән бәйләргә мөмкиндер, тип уйлайым. Халыҡ бер тапҡыр ҡулланыла торған шприцтар, презервативтар менән файҙалана, шуның менән үҙен ҡурҡыныс
       вирустарҙан һаҡлай.
       Әйтелгән вирустар араһында иң мәкерлеһе С вирусы булыуын билдәләргә кәрәк. Ҡалған вирустар үҙҙәре хаҡында асыҡ белдерһә - һарғайыу, эстең уң яғының өҫкө өлөшө ауыртыуы, биҙгәк тотоуы, баш ауыртыуы, быуындар һыҙлауы, бәүелдең ҡарағусҡыл төҫтә булыуы, тиҙәктең төҫһөҙләнеүе, хәлһеҙлек, -
       С гепатитының симптомдары күҙгә ташланмай һәм башҡа төр ауырыуҙар маскаһы аҫтында үтеүе мөмкин.
       Венера Фандус ҡыҙының һүҙҙәренә ҡарағанда, С вирусының хәүефлелеге уның киҫкен формаһының 70 - 80 процент осраҡта
       хроник сиргә, һәм артабан тиҙ арала циррозға йәки бауырҙың яман шешенә әйләнеүенән ғибәрәт. Шулай уҡ С гепатитының башҡа формалағы вирус гепатиты менән тура килеүе бик ҙур хәүеф тыуҙыра: бындай ҡатнашма сир ағышын ауырайта һәм йыш ҡ ына сирле кешенең үлеменә килтерә.
       "БАШвестЪ" гәзите хәтерегеҙгә төшөрә: А һәм В гепатиттарын а ҡаршы вакцинация үткәреү һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә өҫтөнлөкл ө милли проекттың иң мөһим йүнәлештәренең береһе булып тора.
       Күптән түгел Өфөлә булып үткән "ВИЧ/СПИДты профилактикалау һәм дауалауҙың заманса аспекттары, өҫтәмә иммунлаштырыу ойоштороу" ғилми - ғәмәли конференцияһында ла һүҙ ошо турала барҙы. Конференция сиктәрендә республикала вируслы
       гепатиттар менән ауырыуҙың эпидемиологик торошо,
       өҫтөнлөклө милли проекттың "ВИЧ - инфекцияһын, В гепатитын
       профилактикалау" бүлеген тормошҡа ашырыу тикшерелде.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал