6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Баҫалҡы герой
18.09.06


       1991 йылдың 18 сентябрендә, 15 йыл элек, Салауат эшселәре
       Советтар Союзы Геройы Василий Семенович Бекетовты (1924 йылдың 25 мартында тыуған) һуңғы юлға оҙатты.
       В. С. Бекетов Күгәрсен районының Андреевка ауылында доньяғ а килә. Колхозсы булып эшләй. Фабрика - завод мәктәбен тамамлағандан һуң, бер аҙ ваҡыт Ҡурған заводтарының береһендә слесарь булып эшләй.
       1943 йылдың мартында Василий Бекетов Совет Армияһы сафына алына. 1944 йылдың йәйенә ул снайперҙар мәктәбен тамамлап, ауыр фронт юлдарын үтеп аяҡ баҫа. Фашистарға ҡаршы ҡаты һуғыштарҙа Херсон, Одесса, Молдавияны азат итеүҙә ҡатнаша, Днепр өсөн алыша.
       1944 йылдың 20 июнендә өлкән сержант В. С. Бекетовтың взводы беренсе булып Көнбайыш Бугты аша сыға, дошман
       траншеяларына үтеп инә һәм плацдармды биләй.
       Алда Висла йылғаһы. Уны аша сығып, гитлеровсыларҙың оборонаһын емерергә һәм полктың төп көстәре килеп еткәнсе,
       плацдармды дошманға бирмәҫкә кәрәк.
       Бекетовтың Висла йылғаһындағы батырлығы хаҡында һуғыш ветераны, отставкалағы подполковник Александр Котов түбәндәгеләрҙе һөйләне:
       "Беренсе августың иртәһендә Василий Бекетовтың һалдаттары
       томан төшөүенән файҙаланып, дүрт "амфибияла" дошман ярына я ҡынлашыуға ирешә. Әммә ҡаршы яҡ десантты күреп ҡала һәм ҡаты артиллерия һәм пулемет уты яуҙыра башлай. Бекетовтың
       взводы һәм күрше подразделениелар ярға сығып өлгөрә һәм шунда уҡ дошман окоптарын штурмлауға ташлана. Немецтар бар к өсөнә ҡаршы торорға маташа, әммә пулемет һәм автомат уты
       фашистарҙы өңөнән ҡыуып сығара.
       Шул саҡ дошмандың авиацияһы күтәрелә һәм бомба яуҙыра башлай. Авиабомбалар, мина һәм снарядтар беҙҙең төп көстәргә
       йылға аша сығырға мөмкинселек бирмәй. Десантсылар яр буйы т раншеяһында үҙҙәре генә ҡала һәм фашистарҙы икенсе траншеяға ҡыҫырыҡлауын дауам итә. Тиҙҙән дошман үҙенә ҡаршы һуғышыусыларҙың аҙ һанда булыуын аңлап ҡала һәм, десантсыларҙы йылғаға төшөрөү ниәте менән көслө һөжүмгә
       күтәрелә. Ҡаты ҡул һуғышы башлана.
       Василий Бекетов был алышта етәксе оҫталығы, зирәклек һәм иҫ киткес батырлыҡ күрһәтә. Һуғыштың тәүге сәғәттәрендә ул бер үҙе 14 гитлеровсыны юҡ итә, взводы биләгән позицияларҙы обороналауҙы ойоштора. Тигеҙ булмаған алыш бер нисә сәғәт дауам итә. Дошман һөжүмен туҡтатмай. Взводтың юғалтыуҙары
       арта бара. Бекетов та ауыр йәрәхәтләнә. Ә ярҙам килеүселәр күренмәй. Тимәк, үҙ көстәреңә генә иҫәп тоторға тура килә. Василий үҙен һуғыш яланынан сығарырға рөхсәт итмәй, баҫып алынған плацдармды обороналау буйынса күрһәтмәләр биреүен да уам итә.
       Бына ул дошмандың күрше подразделениеларҙы йылғаға
       ҡыҫырыҡлауын күреп ҡала һәм берҙән - бер дөрөҫ ҡарар ҡабул итә.
       Взвод командиры пулеметсыларға ҡайҙа позиция биләргә кәрәклеген күрһәтә. Бер нисә минуттан станоклы пулемет һәм ике ҡул пулеметы дошмандарҙың пехотаһына тоҫҡап ут аса,
       мәргән автоматсылар пулемет утынан иҫән ҡалғандарҙы ҡыра. Ҙур юғалтыуҙар кисергән дошман сигенә башлай. Бекетов үҙенең
       һалдаттарына гитлеровсыларҙы эҙәрлекләргә бойора. Взводтың уңышын күршеләр ҙә эләктереп ала. Һәм йылға өҫтөндә самолеттар геүләүе тыныу менән кисеү ҡырмыҫҡа ояһылай йәнләнә. Полк тиҙ арала десантсылар биләгән плацдармға сыға
       һәм һөжүмде дауам итә.
       Полк штабы начальнигы пәйҙә булғанда, Бекетовтың взводы дошманды өсөнсө траншеянан бәреп сығарыу менән мәшғүл була.
       - Взвод командиры ҡайҙа - тип һорай ул.
       - Өлкән сержант анауы окопта ята, - тип яуаплайҙар уға. -
       Аяғы йәрәхәтләнде...
       Күрһәткән инициативаһы, ҡыйыулығы һәм зирәклеге өсөн Василий Семенович Бекетовҡа Советтар Союзы Геройы исеме
       бирелә".
       "БАШвестЪ" гәзите уҡыусыларына бер сер асабыҙ. Был ваҡытта
       герой Василий Бекетовҡа документтарҙа күрһәтелгәнсә 20 түг ел, ә 18 йәш була ( ул ФЗО - ға уҡырға инеү өсөн үҙенә ике йәш өҫтәй).
       Һуғыштан һуң В. С. Бекетов Күмертауҙағы төҙөлөштәрҙә механик, баш механик, Салауат автобазаһында участка начальнигы, өлкән мастер булып эшләй, ситтән тороп ауыл
       хужалығы техникумын тамамлай.
       Йәш кенә көйө Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған Василий Семенович һауаланып китмәгәнме, ғөмүмән, тыныс тормошта ул ниндәй кеше булған
       Салауатта геройҙың эш урынында булғандан һуң, журналист Врам Ераносьян түбәндәгеләрҙе һөйләй:
       - Бекетовтың Советтар Союзы Геройы булыуы хаҡында бик аҙҙарға ғына мәғлүм була. Быға уның баҫалҡылығы сәбәпле, әлбиттә. Тәртибе, кешеләрҙе һәм техниканы яҡшы белеүе
       арҡаһында ул коллективта абруй ҡаҙана. Эшселәр менән ниндәй
       хәл булғанда ла тыныс һөйләшә. Һәр кемгә иғтибарлы, ғөмүмән , ул ике ролдә сығыш яһай: етәксе һәм тәрбиәсе...
       ... 1991 йылдың сентябренән алып уның тураһында үткән заманда ғына һөйләргә ҡалды.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал