6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Принципиаль дуҫлыҡ
15.09.06


       "Салауат Юлаев" тағы ла үҙенең һаранлығын күрһәтте - коллектив хәйриә менән шөғөлләнмәҫкә булды һәм ҡаршы уйнаусы командаға мәрәй бүләк итмәне. Өфөлөләр Ҡазан боҙон к имерһә һимерҙе, әммә үҙҙәренең принципиаль оппоненты "Аҡ Барыҫҡа" еңеүҙе бирмәне. Матч аҙағында "юлаевсылар" аҙсылыҡта, өсәүләп биш кешегә ҡаршы уйнаны, әммә
       бирешмәнеләр. Һөҙөмтә - 2 : 2.
       Уйын сәңгелдәкте хәтерләтте - йә бер команда өҫтөнлөктө ү ҙ
       ҡулына ала, йә инициатива икенсеһенә күсә. Беренсе голды өфөлөләр индерҙе. Авторы - Волков.
       "Аҡ Барыҫ" беренсе периодта уҡ иҫәпте тигеҙләүгә иреште. Был юлы гол - Зариповтың эше.
       Уйындың икенсе өлөшөндә, "юлаевсыларҙың" уйынсылары бер кешегә күберәк булғанда, Кухтинов шайбаны туп - тура ҡапҡаға ырғытты. Әммә "Аҡ Барыҫтың" беренсе звеноһы тағы ла
       үҙ холҡон күрһәтте, һәм тағы ла Зарипов шайба индерҙе. Уны мин был матчтың иң оҫта уйынсыһы тип атар инем.
       Икенсе 20 минутлыҡ аҙағында "Аҡ Барыҫтың" бер нисә тапҡыр
       алға сығыу мөмкинселеге булды, әммә Тарасов бик шәп уйнаны, шайбаларҙы кире ҡағып өлгөрҙө. Уйын аҙағында ла голкипер бына тигән уйын күрһәтте. Өсөнсө период тамамланыуына ике минут ваҡыт ҡалғанда "юлаевсылар" өсәү ҡалды. Шайба бер нисә тапҡыр саҡ ҡына ҡунаҡтарҙың ҡапҡаһына инмәй ҡалды, әммә һыҙыҡты киҫеп үтмәне.
       Матчтан һуң тренерҙар тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
       Сергей Михалев, "Салауат Юлаев" клубының баш тренеры:
       - Минең егеттәр бик лайыҡлы көрәште, мин шат.
       Зиннәтулла Билалетдинов, "Аҡ Барыҫ" клубының баш тренеры:
       - Төп ваҡыттың аҙағында мөмкинселекте файҙалана алманыҡ.
       Киләһе матчтарҙы өфөлөләр өйҙә үткәрәсәк. Уларға ҡаршы даими чемпионат стартында яҡшы уйын күрһәткән командалар
       сыға. Алдағы йәкшәмбе көнө "юлаевсылар" "Химик" (Подмосковье) менән уйнай. Ә 19 сентябрҙә егеттәр "Авангардҡ а" (Омск) ҡаршы сығырға йыйына.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал