6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Ултырышҡа ентекле әҙерлек бара
15.09.06


       Иртәгә Республика советының һаулыҡ һаҡлау буйынса күсмә
       ултырышы үтәсәк. Күмертау - Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов һәм республиканың башҡа рәсми кешеләре туҡталасаҡ тәүге пункт.
       БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, урындағы Күмертау дауаханаһы һуңғы йылдарҙа ҙур һәм күп профилле дауалау - профилактика учреждениеһына әйләнде. Бөгөнгө көндә
       дауахананың 16 корпусы бар, улар бөтә санитар - гигиена талаптарына яуап бирә, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, корпустарҙа тәүлек әйләнәһенә эшләүсе 17
       стационар бүлек, ете көндөҙгө стационар, дүрт амбулатория - поликлиника учреждениелары, СПИД - лаборатория, клиник һәм биохимия лабораториялары, ҡан ебәреү бүлеге, нур терапияһы бүлмәһе, барокамера, патологоанатомия бүлеге, тиҙ ярҙам, ике ҡатлы аптека һәм наркология, психоневрология, туберкулезға ҡаршы диспансерҙар бар.
       Бөгөн дауаханала 188 врач эшләй. Ун мең кешегә 27 врач ту ра килә. Милли проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә Күмертау
       властарының төп иғтибары амбулатория - поликлиника звеноһын
       үҫтереүгә йүнәлтелә.
       Ҡала 29 терапевтик участкаға (бер участкаға 1720 өлкән ке ше тура килә) һәм 19 педиатрия участкаһына ( 810 - 820 кеше) бүленгән. Педиатрҙар һәм терапевтар менән комплектлау йөҙ
       процент тәшкил итә.
       Республика советының күсмә советын үткәреү сиктәрендә
       Күмертау үҙәк район дауаханаһын ремонтлауға 42 миллион һум бүленгән. Был аҡсаға бинаның эске биҙәү эштәре тамамлана, яңы һөт кухняһы төҙөлә, хирургия корпусын реконструкциялау аҙағына яҡынлаша. Дауаханала милли проект средствоһы ла уңышлы үҙләштерелә. Заманса медицина ҡорамалдары, шул иҫәптән әлегә тиклем районда булмаған маммограф һатып алынған. Объектты тапшырғандан һуң, һәр терапевтың үҙ бүлмәһе һәм шәхси компьютеры буласаҡ. Хәҙер ауырыу тарихтары һәм рецептар электрон вариантта һаҡланасаҡ.
       Көйөргәҙе районының һаулыҡ һаҡлау системаһы Ермолаев район дауаханаһы, Свобода һәм Мораптал ауылдарының участка дауаханалары, Яҡшембәт, Бахмут һәм Бөгөлсән амбулаториялары эшмәкәрлегендә күренә. Районда 23 врач, 148 медицина хеҙмәткәрҙәре ( уларҙың араһынан 43 фельдшер тиҙ ярҙам бригадаһында ), 36 ФАП фельдшеры, 12 акушер һәм 93 шәфҡәт
       туташы эшләй.
       Урындағы дауахананы төбәктә иң "боронғолар" иҫәбенә
       индерергә була - ул йөҙ йыл элек төҙөлгән. Медицина учреждениеһын реконструкциялауға 25 миллион һум бүленгән, уның байтаҡ өлөшө үҙләштерелгән дә инде. Әлеге ваҡытта эштәр
       дауахананың иҫке корпусында һәм поликлиникала бара.
       Көйөргәҙе районы хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, дауаханала
       күсермәле флюорограф бар. Был иң төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәргә лә флюорографик тикшереүҙәр үтергә мөмкинселек бирә. Ике йыл элек рентген кабинеты һәм тиҙ ярҙам бүлеге булған бина төҙөлгән.
       2001 - 2005 йылдарға һәм 2010 йылға тиклем районда һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү һәм реформалаштырыу программаһына ярашлы, райондың дауалау - профилактика учреждениеларында койка селтәрен үҙгәртеп ҡороу үткәрелә. Бушлай медицина ярҙамы күрһәтеүгә дәүләт гарантиялары
       программаһына ярашлы, район буйынса койкалар һаны 80 - дән 60 - ҡа тиклем ҡыҫҡартылған.
       Райондың һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына медицина эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре буйынса ла лицензия бирелгән. Яңы диагностикалау аппараттарын урынлаштырыу һәм
       файҙаланыу өсөн биналар ҙа әҙер.
       Район хакимиәттәре хәбәр итеүенсә, урындарҙа Советтың күсмә ултырышына етди әҙерлек бара. "БАШвестЪ" гәзите лә юлға сығырға әҙерләнә. Киләһе ултырыш хаҡында алдағы
       сығарылыштарҙа уҡығыҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал