6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Басировтың һәйкәлдәре Башҡортостанды биҙәй
15.09.06


       1927 йылдың 15 сентябрендә Башҡортостан Республикаһының х алыҡ рәссамы, Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Зилфәт Рәүф улы Басиров донъяға килә. Тыумышы менән Татарстандан,
       Мәскәүҙә белем ала, 1965 йылдан алып Өфөлә йәшәй һәм эшләй.
       Скульптор менән танышҡанға тиклем үк миңә уның эштәрен -
       Советтар Союзы Геройҙарына һәйкәлдәрен күрергә тура килде: Хәкимйән Әхмәтғәлин (Учалы районы), Бөрө районында - Андрей Попов, Әхтәм Бәхтизин (Саҡмағош районы), башҡорт революционеры Баһау Нуриманов( Красная Горка ауылы).
       Дүртөйлөлә аҡгвардеецтар менән алышта һәләк булған "чеверевсыларға" арналған мемориаль ансамблгә тулҡынланыуһыҙ ҡарап булмай. Һәйкәлдең идеяһы - һынмаҫ рух, ихтыяр, тәүәккәллек. Скульптор динамика, эске көс менән һуғарылған һәйкәл эшләгән. Беҙҙең алда буденновка кейгән йәш
       һалдаттың байраҡтар фонындағы йөҙө. Ул революция яугирының дөйөмләштерелгән ҡырыҫ һәм романтик образы. Һәм гранитҡа
       уйылып яҙылған һүҙҙәр ҙә урынлы:
       "Мы шли сквозь грохот канонады,
       мы смерти смотрели в лицо".
       Зилфәт Басировтың Бәләбәйҙә, Дәүләкәндә, Саҡмағош районының Ҡалмашбаш ауылындағы һәйкәлдәре Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған иле өсөн һәләк булғандарға арнала.
       Һәм эштәренең һәр береһе Басировта ниндәйҙер иҫтәлектәр уята.
       Өфөлә, опера һәм балет театры янынан уҙғанда, баҡырҙан нәфис итеп яһалған ике ҡатын - ҡыҙ кәүҙәһенә иғтибар иткәнег еҙ барҙыр. Улар - Евтерпа - лирик поэзия алиһәһе һәм Терпсих ора - бейеүҙәр алиһәһе.
       Һындарҙы эшләү тарихы менән скульптор үҙе таныштыра:
       - 1986 йылда мәҙәниәт министрының төҙөлөш буйынса
       урынбаҫары миңә былай тине: "Опера театрында ремонт эштәре башлайбыҙ. Театрҙы нисектер йәнләндерергә ине. Фасадын булһа ла. Икенсе ҡатҡа ҡуйыу өсөн ике фигура эшләргә кәрәк. Һин уйлап ҡара әле".
       Мин тәҡдимде ҡабул иттем һәм эшкә тотондом. Архив материалдары, театрҙың тәүге проекты (Аксаков халыҡ йорто) менән таныштым. Әҙерлек эштәре үткәрҙем, эскиздар эшләнем
       һәм уларҙы етәкселеккә күрһәттем. Улар ҡабул ителде, тик бе р шарт менән: бер фигура башҡорт ҡатыны булырға тейеш. Ә инд е Терпсихора менән Евтерпаның ҡайһыһын һайлау үҙемдән тора. Тик мифологик фигураны милли кейемдәге фигура менән нисек
       берләшерергә һуң Мин бының мөмкин булмауын аңлатырға тырышып ҡараһам да етәкселекте ышандыра алманым. Ярты йылдан килгән Лев Кербель эскиздарҙы оҡшатыуына ҡарамаҫтан, юғарылағыларҙың фекерен яҡланы. Мин бында һүҙҙәр менән генә бер нимә лә аңлатып булмаясағын төшөндөм. Һәм пластилиндан буйы 72 сантиметрлыҡ (буласаҡ фигураның өстән бер өлөшө) булған өс фигура эшләп алып килдем: икәүһе - теат р музалары, өсөнсөһө - башҡорт ҡыҙы. Тәүге фигураның ҡулында лира, икенсеһендә - маска, ә башҡорт ҡыҙының ҡулына нимә тотторорға һуң "Ҡурайҙан башлап фортепианоға тиклем"
       барлап сыҡҡас, ҡурай сәскәһендә туҡтаным.
       Ваҡыт бушҡа үтмәне. Башҡаса бәхәстәр ҙә булманы. Минең баштағы тәҡдимем ҡабул ителде. Әммә шул уҡ ваҡытта башҡорт ҡ ыҙы фигураһын да ҡалдырырға хәл иттеләр, тик ул Башдрамтеатр өсөн буласаҡ. Фигураларҙы тиҙ эшләнем. Йәй эсендә ике муза ла әҙер ине инде. Әммә уларҙы материалға күсереүгә бәйле проблемалар башланды. Һәм алты йылға һуҙылған мәшәҡәттәр һәм кәмһетелеүҙәрҙән һуң ғына фигураларҙы эшләргә һәм 1993 йылдың көҙөндә уларҙы урынлаштырыуға ирешелде.
       ... Халыҡ минең эшемде бик йылы ҡаршы алды! Рәхмәттәр әйттеләр, уңыштар теләнеләр, төндә фигураларҙы боҙоп китә күрмәһендәр тип борсолдолар... Заманы тыныс түгел ине бит. Мин бик ҡыуандым! Әммә күптәр театр фасадындағы үҙгәрештәрҙе күрмәне лә. Һәм нисек кенә сәйер яңғырамаһын, был мине айырыуса шатландырҙы: тимәк фигуралар шул тиклем уңышлы ҡуйылған, күптәр уларҙы электән булған кеүек ҡабул ит ә. Был ысын бәхет ине! Ниһайәт, Өфөлә лә минең эштәрем күрен ә
       башланы. Алла бирһә, һуңғыһы булмаһын.
       Зилфәт Рәүф улына тәүге эше - Рига янында йәшләй һәләк булып ҡалған артиллерист Хәкимйән Әхмәтғәлингә һәйкәл эшләү ҙә еңел бирелмәй. Район гәзитендә төшкән бәләкәй генә рәсеменән башҡа геройҙың бер фотоһы ла ҡалмаған.
       Скульптор уның тыуған яғына юл тота, ата - әсәһе, ағаһы м енән таныша. Аҡрынлап геройҙың образын күҙ алдына килтерә. Шулай итеп, Учалы районының Сәфәр ауылында мәңге тере Хәкимйән Әхмәтғәлин һәйкәле барлыҡҡа килә.
       "Скульптор образдарҙы нисек тыуҙыра" - тигән һорауға Зилфә т Басиров былай тип яуап бирә:
       - Образдар нисек тыуа "Шағирға уның образдары нисек тыуыуын белергә яҙмаған", - тип Белинский әйткән шикелле. Образдарҙың тыуыуы тураһында әйтеүе ҡыйын. Ул уйҙарға бәйле барлыҡҡа килә. Эҙләнеүҙәр һәм күҙәтеүҙәр аша үҫешә. Барыһы л а фекер йөрөтөү емеше.
       Мин былай тип уйлайым: портрет өҫтөндә эшләү - был башҡа
       кеше тормошон күрә һәм ундағы бөтә изгелекте һәм сафлыҡты күрһәтә белеү. Ул кешенең күңелен яҡтыртырға, ҡояш кеүек, Данконың йөрәге кеүек янырға тейеш. Портрет өҫтөндә бына шулай эшләргә кәрәк. Унда кешенең көсһөҙ яҡтары ла сағыласаҡ , әлбиттә. Әгәр һин ысын портретсы икән, бынан ҡасыу мөмкин
       түгел, күҙҙәрең күрмәһә лә күңелең тоясаҡ, ә бармаҡтарың
       тапшырасаҡ.
       Геройҙарымдың шәхси тормошо менән мин уның рухи байлығын а ңлау өсөн ҡыҙыҡһынам, ул миңә образды ышандырырлыҡ, йылы һәм
       матур итеп эшләргә мөмкинселек бирә...
       Басиров тарихи шәхестәр: халыҡ геройы Салауат Юлаев, башҡорт мәғрифәтсеһе Аҡмулла портреттарының да авторы.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал