6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Ата - әсәләр ҡайҙа ҡарай Ә мәктәп ҡайҙа ҡарай һуң
15.09.06


       Малайҙар һәм ҡыҙҙар, шулай уҡ уларҙың ата - әсәләре мәктәп кә ҙур дәғүә белдерә. Сөнки бында уҡыусылар белемдән тыш невроздар, депрессия, умыртҡа бағанаһының кәкрәйеүе, төрлө комплекстарға ла "эйә" булып сыға. Ата - әсәләр уҡытыусыларҙ ы балаларын дәрестәр менән "язалауҙа" ғәйепләй. Улары иһә йы ш ҡына фәнгә булған ҡыҙыҡһыныу арҡаһында түгел, ә журналға түбән баһа ҡуйыуҙарынан, бер синыфта икенсе йылға ҡалыуҙан, имтиханға индермәүҙәренән ҡурҡып, өйгә бирелгән эште "ятлай" . Хатта "үҙенең абруйы менән баҫым яһаусы" уҡытыусынан шөрләп кенә дәрескә әҙерләнеп килеүселәр ҙә бар.
       Мәктәп шулай уҡ бурыслы булып ҡалмай. Уның да дәғүәләре етерлек йыйылған: ата - әсә балаларына тейешле иғтибар бүлмә й, һөҙөмтәлә уҡыусыларҙы урам тәрбиәләй, балалар социаль норманың нимә икәнен дә белмәй. Нимә яҡшы, нимә насар булыуын һәр кем үҙе өсөн хәл итә. "Рухи ҡиммәттәр" тураһында
       һөйләргә тура килмәй - ишеткәндәре лә юҡ. Йәғни, ата - әсәл әр ҡайҙа ҡарай һуң
       Юғары категориялы врач - психиатр, БР атҡаҙанған врачы, СССР һәм БР һаулыҡ һаҡлау отличнигы, БДМУ - ның психиатрия
       һәм наркология кафедраһы доценты Елизавета Вайман барлыҡ невроздар, шул иҫәптән депрессия ла бала саҡтан килә, тип белдерә. Ғаиләнең имен булмауынан, беренсе сиратта, нәҡ бала
       зыян күрә: даими талашыусы һәм айырылған ата - әсәләр, ғаил ә
       традициялары булмауы йәки уларҙың етешһеҙлеге, нервы - психик йәки социаль проблемалар...
       - Балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең психик травмаһы төрлөсә булырға мөмкин: яҡын кешеһен юғалтыу, ыҙғыштар, ғаиләләге йәки урамдағы проблемалар. Шулай уҡ ғәҙәттән тыш, ҡурҡыныс
       хәлдәр, мохтажлыҡ, Золушка тибы буйынса тәрбиәләү йәки
       саманан тыш ҡарау ( гиперпротекция, "ғаилә кумиры" тибында тәрбиәләү), ғаиләлә ҡустыһы йәки һеңлеһе тыуыу. Уҡытыусылар (хәйер, аҡылһыҙ ата - әсәләр кеүек үк) баланың темпераментын а иғтибар бирмәйенсә, башҡалар менән бер итеп тәрбиәләгән осраҡта ла стресс хәле барлыҡҡа килә.
       Һис һүҙһеҙ, педагогтың һаҡһыҙ ысҡындырған һүҙе, хаталы мөнәсәбәте мәктәп уҡыусыһының ғына түгел, техникум, вуз студентының да психик реакцияһына килтереүе мөмкин. Бөгөн уҡытыусы малайҙы дәрес ваҡытында бәҙрәфкә сығарманы, һөҙөмтәлә күңелһеҙ хәл килеп тыуҙы һәм иптәштәре баланан көлдө икән ти. Бер ун йылдан - невротик хәл, депрессия, енси тормош өлкәһендә проблемалар. Хәйер беҙҙең балалар ҙа фәрештә түгел, юҡҡа ғына "матетогения" тигән термин уйлап сығарылмаған бит - ул уҡыусыларҙың мөнәсәбәте арҡаһында уҡыусыла барлыҡҡа килгән нервы ауырыуын аңлата.
       Беренсе сиратта ата - әсәләрҙең иғтибарын балаларҙың
       депресияһы өлкәндәрҙекенән айырылыуына йүнәлтергә кәрәк. Өс йәштә лә депрессия булырға мөмкин, хәйер, баланың әсәһе йәки уны алмаштырыусы кеше юҡ икән, депрессия алты айҙа ла
       үҫешеүе ихтимал. Балала депрессия билдәләре - физик ауырыҡһыныу, илау, йоҡо ритмының боҙолоуы, аппетит
       түбәнәйеүе. Йыш ҡына малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа тәү ҡарашҡа һиҙелмәһә лә, үҙҙәрен насар тойоуын белдерә.
       Кесе мәктәп йәшендә ҡайһы бер балалар, айырыуса хәрәкәтсән
       малайҙарға депрессия ваҡытында асыуланыу, үпкәләү, ҡайһы берҙә агрессия (һуғышыу теләге), өйҙән йәки мәктәптән сығып китеү хас. Был осраҡтарҙа уларҙа, ғәҙәттә, моңһоуланыу, күңе л төшөнкөлөгө күҙәтелмәй.
       Мәктәп йәшендәге ҡыҙҙарҙа депрессия ваҡытында, киреһенсә , һүлпәнлек, пассивлыҡ, артыҡ тыңлаусанлыҡ, уйсанлыҡ һиҙелә
       (Золушка синдромы).
       Был депрессиялар, өлкәндәрҙең ярҙамы булмаған осраҡта, би к күңелһеҙ тамамлана. Шуға күрә баланы көйһөҙлөктә, әйткәнде тыңламауҙа һәм ялҡаулыҡта ғәйепләргә ашыҡмайыҡ. Уның тәртибенең үҙгәреү сәбәптәрен асыҡларға һәм мотлаҡ рәүештә
       врачҡа мөрәжәғәт итеү дөрөҫөрәк булыр.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал