6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Психиатр изге күңелле кеше булырға тейеш
15.09.06


       Төрмәнән дә, хәйерселектән дә һәм, әйтәйек, психикаға бәй ле ауырыуҙарҙан да бер кем дә - слесарь ҙа, рәссам да, урам һепереүсе лә, шағир ҙа, эшҡыуар ҙа (әйткәндәй, "Health" журналы яҙыуынса, һәр икенсе бизнесмен - невротик) страховкаланмаған. Шуға күрә психиатр ярайһы уҡ уҡымышлы
       кеше булырға тейеш - һәр кем менән уртаҡ тел табыуы, ауырыуҙың төп сәбәптәрен асыҡлауы еңел эш түгел... Юғары категориялы врач - психиатр, БР атҡаҙанған врачы, СССР һәм Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы, БДМУ -
       ның психиатрия һәм наркология доценты, почетлы донор һәм бик яҡшы кеше Елизавета Райманға был барыһынан да яҡшыраҡ би лдәлелер, моғайын. Уныңса, хатта психотик хәлдәге кешеләр ҙә үҙҙәренең көндәлек тормоштағы мауығыуҙарын аңлаған, ауырыуҙың профессиональ телендә бер нисә һүҙ булһа ла әйтә алған врач менән еңелерәк бәйләнешкә инә һәм ышаныс белдерә.
       Елизавета Натановнаның психиатриялағы стажы - 36 йыл. Әмм ә ул әле үҙе өйрәнерлек нимә етерлек тип һанай.
       - Художество күргәҙмәләрен ҡалдырмаҫҡа тырышам, ҡайһы берҙә тыңлаусылар менән музейға барабыҙ, "Шәхес һәм ижад" күнекмәләрен үткәрәбеҙ. Күрәһегеҙме, психиатр булыуы ни тиклем шәп! Хәйер, психик ауырыулы кеше менән эшләгәндәге әрнеүҙе, ғазапты, ауыр кисерештәрҙе ҡайҙа ҡуйырға! "Не дай
       мне Бог сойти с ума, лучше посох и сума" тип юҡҡа ғына әйтелмәй бит. Әммә был һәр табибтың тәҡдире, мин яҡшы врачты күҙ уңында тотам, әлбиттә.
       Елизавета Вайман үҙе - нәҡ шундай врач. Был турала уның коллегалары ла, дуҫтары ла, пациенттары ла белә. Үҙенең һөнәрен мөккибән китеп ярата һәм бар күңелен биреп эшләй. Хәйер...
       - Тик мин бала саҡтан психиатр булырға теләгән икән тип уйламағыҙ. Юҡ. Хыялым журналистика ине. Мин бик күп ижад иттем, шиғырҙар яҙҙым, үҙемде әҙәби карьераға бағышларға әҙерләнә инем. Әммә яҙмыштан уҙмыш юҡ, - тип көлә Елизавета Натановна. - Апайым - врач, ул мине үҙе менән саҡырыуҙарға а ла ине, һәм мин аҡрынлап өйрәнә башланым. Һөҙөмтәлә, 16
       йәшемдә Ленинград медицина психиатрия институтына уҡырға
       индем. Һәм көтмәгәндә ҡаланың үҙенә ғашиҡ булдым. Санкт - Петербург ( ул ваҡытта - Ленинград) йөрәгемде мәңгелеккә әси р итте. Шул саҡтан алып Европаның ниндәй генә ҡалаһында булһ ам да Питер менән сағыштырам.
       Елизавета Натановна һөйләүенсә, медицина вузына уҡырға
       инеү уға "театрҙар буйлап йүгерекләргә", шиғыр яҙырға, тури зм менән әүҙем шөғөлләнергә, яҙыусылар һәм шағирҙар менән
       аралашырға ҡамасауламай, уның уҡыу йылдарында (1963 - 1969)
       бындай осрашыуҙар даими үткәрелә.
       - Уҡыған ваҡытта мин бик шәп әҙәби түңәрәккә йөрөнөм, унд а йәш шағирҙар үҙҙәренең шиғырҙары менән сығыш яһай, әҙәби кисәләр үткәрелә ине. Онотолоп китеп Мандельштамды уҡыйбыҙ, ярым тыйылған бардтарҙы тыңлайбыҙ, Булат Окуджава менән дә о сраштыҡ. Хатта бөйөк урыҫ шағирәһе Анна Әхмәтованы һуңғы юлғ а оҙатыуҙа ҡатнаштыҡ. Тик йәшерен генә, әлбиттә, ул саҡта күп нимә тыйыла ине. Хәтеремдә, яңы ғына рөхсәт ителә башлаған Борис Пастернакка арналған кисә өсөн беҙҙе партбюроға саҡырттылар, ә әҙәби түңәрәк етәксеһен институтта н ҡыуа яҙҙылар, - тип хәтерләй Елизавета Вайман. - Әйткәндәй , ул хәҙер халыҡ - ара кимәлдәге күренекле психиатр, әммә үҙ енең
       мауығыуын ташламаны - хатта шиғырҙар китабын да сығарҙы.
       Үҙемдең шиғырҙарымды, дөрөҫөн әйткәндә, юғары баһалай инем, әммә "Оптимистик трагедия" авторҙарының береһе Всеволод Вишневский етәкләгән әҙәби берекмәлә миңә уртаса
       ғына баһа бирҙеләр. Шунан һуң тик үҙем һәм дуҫтарым өсөн генә яҙа башланым, әммә әҙәбиәткә һәм шиғриәткә һөйөү күңелемдә мәңгегә ҡалды. Был эшемдә лә ныҡ ярҙам итәлер, тип
       уйлайым. Ғөмүмән, психиатр әҙәбиәтте белергә тейеш: бер ҙә
       арттырмайым, әҙәбиәттә психиатрияның һәм наркологияның һәр бүлеге өсөн миҫал табырға була.
       Елизавета Натановна психиатрияны йәш сағынан яратыуын йәшермәй. Институттың икенсе курсында, студенттарҙың ғилми йәмғиәтендә шөғөлләнгән ваҡытта мауыға башлай, психиатрия клиникаһына барып ауырыуҙарҙы ҡарай. Псков өлкәһендә
       педиатрия буйынса практика ваҡытында параллель рәүештә Великие Луки ҡалаһындағы дауаханала ла эшләй.
       Йүнәлтмә буйынса Өфөгә килгәс, шунда уҡ психиатр булып эш башлай. Күп йылдар суд психиатрияһы менән шөғөлләнә. Барыһы ла "һәйбәт һәм тотороҡло" була, әммә 1990 йылда уға квалификацияны күтәреү факультеты кафедраһына күсергә тәҡдим итәләр.
       - Ул ваҡытҡа минең эш стажым 20 йылға тулды, һәм мин пенсияға тиклем шулай уҡ ауырыуҙар менән эшләрмен тип уйлай инем. Шулай ҙа тәҡдимде ҡабул итергә булдым, һәм быға бер тапҡыр ҙа үкенгәнем булманы. Фекерҙәштәрең менән эшләү, һәр ваҡыт ниндәйҙер яңылыҡ эҙләп табырға тырышыуға етмәй! Аудиторияның иғтибарын яулау, ауырыуҙы ҡарау, уның симптоматикаһын тикшереү, тейешле дауалау тәғәйенләү, бының нисек эшләнеүен белемдәрен камиллаштырыусы коллегаларға күрһәтеү миңә бик оҡшай. Хәҙер, инде йәш, стаж, материалды
       яҡшы белеү һәм үҙ көсөңә ышаныу булғас, лекцияларҙа үҙемә
       шиғырҙар, әҙәби әҫәрҙәрҙән өҙөктәр уҡырға ла, хатта "урынлы " көләмәс һөйләп ебәрергә лә рөхсәт итәм. Ҡыҫҡаһы, "рәхәтлән әм генә".
       Мин инде оло йәштә - тиҙҙән 60 тула. Ә эшләү тағы ла
       ҡыҙығыраҡ була бара. Минең "профессиональ темаларым" - пароксизмаль хәл - тороштар һәм депрессиялар. Төрлө кимәл
       депрессиялар тураһында мин бик оҙаҡ һәм күп һөйләй алам. Үткән йылда Өфөлә психотик кимәлдә булмаған депрессиялар тураһында лекциялар уҡыным.
       Тәбиғәтем буйынса мин театрал, спектакль премьераларын ҡалдырмаҫҡа тырышам. Аҙыраҡ уҡырға тура килә - интернет үҙенекен итә, әммә яңы сыҡҡан китаптарҙы ҡарап барам. Үҙемдең бәләкәй генә дачамды яратам, унда нигеҙҙә сәскәләр үҫә. Башҡаһына көс тә, ваҡыт та ҡалмай.
       Мине артыҡ изге күңелле кеше тип һанауҙарын тоям. Улай уҡ түгелдер, моғайын. Бары тик мин тауыш, ҡысҡырып әрләшеү, кемделер йәберләүҙе йәнем һөймәй. Конфликтлы хәлдәрҙе шунда уҡ бер ниндәй тауышһыҙ хәл итергә тырышам. Минең тәрән инанысым буйынса, ПСИХИАТР ИЗГЕ КҮҢЕЛЛЕ БУЛЫРҒА
       ТЕЙЕШ!
       Ғөмүмән, миндә ниндәйҙер механизм эшләгән кеүек, яңы кеше
       менән осрашҡанда ул "уның өсөн нимә эшләргә мөмкин" принцибы буйынса эшләй башлай. Был минең бик күп көсөмдө һәм ваҡытымды ала, әммә үҙеңде үҙгәртеп булмай. Хәйер, уның кәрәге бармы икән..

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал