6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Аҡсаны "конвертта" алһаң, пенсияһыҙ ҡалыуың бар
15.09.06


       Беҙҙең республика буйынса "күләгәләге" иҡтисад әйләнеше айына өс - биш миллиард һум тәшкил итә. Йыл һайын бюджетҡа 45 миллиард һум йыйыла, һәм кәм тигәндә лә тағы бер бюджет
       "күләгәлә" ҡала. Хеҙмәт хаҡының 40 - 50 проценты "конвертта " түләнә. Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Рәмзил Низаметдинов был мәғлүмәттәр менән "күләгәләге" эш хаҡын түләүҙе контролдә тотоуға арналған матбуғат конференцияһында уртаҡлашты.
       Низаметдинов табыш алыу маҡсатында үҙаллы эшмәкәрлек өсөн түгел, ә башҡа намыҫһыҙ эшҡыуарҙарҙы ҡаплау өсөн
       булдырылған коммерция ойошмаларын ентекле һүрәтләне.
       "Бер көнлөк" фирмалар законһыҙ операцияларҙы йәшереп ҡалдырыу өсөн төҙөлә. Уларҙың ярҙамы менән айырым етәкселәр финанс сараларын һалым түләү базаһынан ситләштерә.
       Бындай фирмалар банк иҫәбенән аҡса ала, һуңынан ул "конверттағы" эш хаҡы формаһында законһыҙ әйләнештә
       ҡатнаша.
       "Бер көнлөк фирмаларҙың" төрлөһө бар. Ҡайһылары ысынлап та "бер көнлөк" - ҡыҫҡа ваҡытҡа төҙөлә һәм бер тапҡыр, әммә табышы буйынса ғәйәт ҙур "эш башҡара". Башҡалары оҙайлы
       ваҡыт эшләй, даими рәүештә һалым инспекцияһына барып эшмәкәрлеге, дөрөҫөрәге, эшләмәүе тураһында отчет биреп тора.
       Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, әлеге ваҡытта республикала 72 мең
       юридик шәхес теркәлгән. 20 меңе һуңғы дүрт йылда барлыҡҡа
       килгән. Уларҙың 14 меңе минималь устав капиталы 10 мең тәшкил иткән яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт формаһында. Меңдән ашыу ойошма бер тапҡыр ҙа һалым һалыу органдарына отчет бирмәгән. 410 ойошма кредит ойошмаларында бер генә
       банк иҫәбе килешеүе лә төҙөмәгән. Дөйөм алғанда, сама менән
       дүрт меңгә яҡын коммерция ойошмалары - "үле йәндәр".
       Ошо көндәрҙә Республика йортонда БР Милли банкы һәм Прокуратураһының кәңәшмәһе үтте. Унда рәсми рәүештә киҫкен хәл барлыҡҡа килеүе һәм законһыҙ эшмәкәрлек алып барыусы бер көнлөк фирмаларға ҡаршы торорға кәрәклеге хаҡында хәбәр ителде. "Конверттағы" эш хаҡын легалләштереү буйынса эште көсәйтергә тәҡдим ителде һәм артабанғы эш планы билдәләнде.
       Үткән йылдың көҙөнән башлап республика ҡалалары һәм район
       хакимиәттәрендә социаль хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса комиссиялар төҙөлгән. Унда хеҙмәткәрҙәренә йәшәү минимумынан түбәнерәк эш хаҡы түләүсе эш биреүселәр саҡырыла. Йыл башына Башҡортостанда уларҙың һаны 13 меңдән ашыу иҫәпләнә. Комиссия ултырыштарының һөҙөмтәһе көттөрмәй. Быйылғы йылдың һигеҙ айында туғыҙ меңгә яҡын эш б иреүсе хеҙмәткәрҙәренә түләүҙе йәшәү минимумына еткереп, яңы килешеүҙәр төҙөгән.
       Территориаль һалым органдары БР Эске эштәр министрлығы менән берлектә эш хаҡын легалләштереү буйынса даими рәүештә тикшереүҙәр үткәрә. Был тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә тәүге ярты йылға физик берәмектәр килеменә 527 миллион һум һалым өҫтәп иҫәпләнгән. 19 енәйәт эше асылған.
       Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында "ҡыҙыу телефон" линияһы эшләй - 29 - 70 - 23. Унда үҙ эш хаҡының "конвертта" бирелеүе менән риза булмаған һәр кем шылтырата ала. Бындай эш хаҡының беренсенән, социаль яҡлауҙы сикләүен, икенсенән, банкынан кредит алыу
       һәм киләсәктә лайыҡлы пенсия ала алыу мөмкинселегенән мәхрүм итеүен аңлай башланыҡ, ниһәйәт. Шылтыратыуҙар буйынса һөҙөмтәле саралар күрелә.
       Сит ил граждандарының ҡул көсөн файҙаланыу буйынса ла тикшереүҙәр ойошторола. "Конверттағы" эш хаҡы айырыуса төҙөлөштә күп файҙаланыла. Унда эшләүсе сит ил граждандары м енән эш биреүсе, ғәҙәттә, хеҙмәт килешеүе лә, контракттар ҙа
       төҙөмәй.
       Быйыл бюджетҡа физик шәхестәрҙең килеменә һалымдан ингән аҡса ун миллиард һум тәшкил итә, үткән йыл менән сағыштырғанда, был 30 процентҡа күберәк. Һәм был 30 проценттың ун проценты һалым һалыу һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының тикшереүҙәре һәм контроле һөҙөмтәһендә йыйылған.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал