6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

"Мираҫ" Испанияны әсир итте
14.09.06


       Өфө ҡалаһы ҡала округында Испаниянан ҡайтҡан "Мираҫ" фольклор бейеү ансамблендә ҡатнашыусылар журналистар менән е ңеүҙәре, борсолоуҙары, алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. "Риа - Союз" концерт - продюсерлыҡ фирмаһы һәм Фестивалдәр ф едерацияһы саҡырыуы буйынса, составы 35 кешенән торған "Мираҫ" ансамбле 2006 йылдың икенсе августынан дүртенсе сентябргә тиклем Испания һәм Португалия провинциялары һәм ҡалаларында үткән халыҡ - ара фольклор фестивалендә
       ҡатнашты.
       Фестиваль программаһына иң яҡшы концерт залдарында һәм асыҡ майҙандарҙа сығыш яһау, халыҡ - ара гала - концерттарҙа һәм карнавалда ҡатнашыу инә. Фестиваль сиктәрендә ҡала һәм провинция етәкселәре менән осрашыуҙар үткәрелә.
       "Мираҫ" фольклор бейеү ансамбленең художество етәксеһе Валерий Степанов әйтеүенсә, Испанияла үткән фестивалгә ентекле әҙерлек һәм һайлауҙан һуң бик һирәктәр генә саҡырыу
       ала. "Мираҫтар" иһә был фестивалдә Рәсәйҙән килгән берҙән - бер коллектив булараҡ ҡатнаша. Ошо үҙе үк ғорурлыҡ өсөн сәбә п түгелме ни!
       - Яҡшы эшләгәнбеҙҙер күрәһең, юҡһа саҡырмаҫтар ине, - ти Валерий Геннадьевич. - Ғорурланырға хаҡыбыҙ бар. Түбәндәге факт та коллективтың оҫталығы тураһында һөйләй: фестиваль башында беҙҙе тәүгеләр иҫәбендә иғлан итәләр ине, ә инде сар а аҙағына "Мираҫ" ансамбле иң аҙаҡтан сығыш яһай башланы. Беҙҙең сығыштан һуң бөтә зал аяғүрә баҫты - был да шулай уҡ һирәк осрай торған хәл! Оҫталығыбыҙҙы лайыҡлы баһаланылар. "Арҡайым егеттәре", "Аулаҡ", "Һабантуй", "Йәшлек"
       комплзициялары һәр ваҡыт ҡул сабыуҙарға күмелде. Башҡорт бейеүҙәре испандарҙы әсир итте! Шулай уҡ хореография ҡуйылышы, талантлы башҡарыусылар, костюмдарҙың матурлығы, ре квизит үҙенсәлеге өсөн дә маҡтауҙарға лайыҡ булдыҡ.
       - Ансамбль коллективы Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй
       сәнғәтен халыҡ - ара форумда лайыҡлы күрһәтте, күп меңле аудиторияның күңелен яуланы, һәм республикабыҙ хаҡында тик иң сағыу һәм йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы, - тип билдәләне Өфө
       ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Ба язитов. - "Мираҫ" фольклор ансамблдәре араһында лайыҡлы рәүештә лидер булып һанала һәм үҙ исемен тулыһынса аҡлай.
       12 йыллыҡ ғүмере эсендә ансамбль үҙен сағыу, үҙенсәлекле ижади коллектив итеп күрһәтте, уның репертуарында Башҡортостан, Рәсәй һәм сит ил бейеүҙәре бар.
       Коллектив күп кенә халыҡ - ара фольклор фестивалдәре һәм конкурстарында лауреат исеме һәм Гран - при яуланы. Әлеге ваҡытта "Мираҫ" бейеү ансамбле - Башҡортостандың һәм илебеҙҙең иң алдынғы фольклор коллективтарының береһе.
       "Мираҫтың" хореографияһына килгәндә, ул Башҡортостан еренең барлыҡ гүзәллеген һәм байлығын сағылдырыусы милли
       колорит менән һуғарылған. Репертуарында илленән ашыу бейеү бар, нигеҙен башҡорт һәм урыҫ бейеүҙәре тәшкил итә. "Мираҫ" ансамбленең ижады менән Рәсәй төбәктәре генә түгел, Франция,
       Испания, Португалия, Италия, Бельгия, Германия, Люксембург, Болгария, Венгрия, Лаос, Вьетнам тамашасылары ла таныш.
       - Испанияға беҙҙе беренсе тапҡыр ғына саҡырмайҙар, - тине Валерий Степанов журналистарҙың һорауына яуап биреп. - Әммә беҙ ҡатнашҡан һуңғы фестиваль быға тиклем булғандарынан айырыла. Беренсе сиратта, конкурстан тыш, ул беҙҙең өсөн тәжрибә уртаҡлашыу, йомғаҡтар яһау мөмкинселеге бирҙе. Тәьҫораттар йәһәтенән дә Испания бурыслы ҡалманы. Беҙ Барселонала, Мадридта, Экстремадурула, Арагонда булдыҡ, Португалияға барҙыҡ, Атлантик океанды күрҙек...
       Шулай уҡ фестиваль географияһының киңлеге хайран ҡалдырҙы - беҙҙең менән бергә Америка, Европа, Азиянан килгән ижади коллективтар сығыш яһаны. Һәм улар өс - дүрт кешенән генә тормай - ҡайһы бер төбәктәрҙән 300 (!) - гә тиклем кеше ҡатнашты. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, фестивалдә
       ҡатнашыусылар һаны уртаса ҙурлыҡтағы испан ҡаласығында йәшәүселәр һанына тигеҙ булды.
       Испанияның Понтеведра ҡалаһында фестиваль онотолмаҫлыҡ
       карнавал һәм иҫ киткес фейерверк менән оҙатылып килде. Байрам аҡрынлап Теруэль ҡалаһына күсте, унда ла "Мираҫ" ижади коллективы фестиваль ҡунаҡтарын башҡорт бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал