6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Һайлауҙар күпме аҡса талап итә
13.01.04


       Дәүләт постарына һайлау һәм һайланыу хоҡуғы - 1948 йылда ғы Бөтә донъя кеше хоҡуғы декларацияһында сағылған демократ ик ҡаҙаныштарҙың иң мөһиме. Уны асыҡ һайлауҙар тәьмин итергә
       тейеш. Һәм күп нәмә был һайлауҙарҙың ниндәй аҡсаға үткәрел еүенән тора. Беренсе сиратта капитал тауыш йыйырға ярҙам ите үҙән тыш "бурысты" ҡайтарыуҙы - ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйы нса "дөрөҫ" ҡарар ҙа талап итә. Икенсе мөһим һорау - аҡсаның
       етерлек кимәлдә булыуы: ул етмәгән хәлдә сәйәси мөмкинселек тәрҙең тигеҙлеге принцибы шик аҫтына ҡуйыла ( реклама юҡ, ти мәк тауыштар ҙа юҡ). Ниһайәт, ҙур сумма кәрәклеге кандидатт арҙы вазифаларын башҡарыу һәм һайлаусылар менән аралашыу уры нына ваҡыттарын аҡса йыйыуға исраф итергә мәжбүр итә. Ошолар , бер һүҙ менән әйткәндә, халыҡтың сәйәси процесҡа, шул иҫәп тән һайлауҙарға ла скептик мөнәсәбәтенә сәбәп булып тора ла инде.
       Шуға күрә демократия һайлауҙар бары тик дәүләт иҫәбенә
       үтәрелергә, кандидаттарҙың һайлау кампанияларының финанс ө лөшө ҡаты контролдә тотолорға тейеш тип һанай. Ҡайһы бер илд әрҙә был йәһәттән ҡаты тәртип булдырылған. Израилдә, мәҫәлән , юридик шәхес һәм үҙҙәрен танытмаусылар, йәғни, анонимдар һайлау кампанияһына аҡса бүлә алмайҙар, Төркиәлә - банк һәм профсоюздар был хоҡуҡтан мәхрүм. Францияла сәйәси партия һәм
       төркөмдәрҙән башҡалар һайлау алды "бүләктәре" бирә алмай.
       Европа илдәрендә төп дәүләт посына кандидаттарҙы һәм улар ҙы күрһәткән партияларҙы күберәк дәүләт финанс менән тәьмин итә. Мәҫәлән, Германияла һәр бер партияға йыллыҡ дәүләт гара нты 50 миллион евро тәшкил итә, бундестагтағы фракцияларға и ке тапҡыр күберәк аҡса бүленә.
       Рәсәйҙә иһә 14 мартҡа билдәләнгән Президент һайлауҙарына федераль бюджеттан 4,3 миллиард һум ( 150 миллион доллар тир әһе) бүленгән. Тимәк һәр бер гражданинға һайлау хоҡуғын тәьм ин итеү бары 29 һумға төшәсәк.

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал