6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Фажиғәле яҙмыш
14.09.06


       Башта энциклопедиянан ҡыҫҡаса белешмә: "Спиридонова Мария Александровна (1884 йыл, 16 октябрь - 1941 йыл, 14 сентябрь), Рәсәйҙең сәйәси эшмәкәре, эсер. 1906 йылда Тамбов
       губернаһында крәҫтиән фетнәләрен баҫтырыусы Гавриил Луженовскийҙы үлтерә, мәңгелек һөргөнгә хөкөм ителә (Акатуй) . 1917 - 1918 йылдарҙа һул эсерҙар партияһы лидерҙарының
       береһе. 1918 йылдың июлендә һул эсерҙарҙың ҡораллы фетнәһенең идея етәксеһе, баш күтәреүҙән һуң ҡулға алына, ВЦИК тарафынан амнистиялана. 1920 йылдан башлап һөргөндә
       һәм төрмәләрҙә була, Орел эргәһендә атып үлтерелә".
       Бөгөнгө "Тарихтан бер көн" рубрикаһында Спиридонованың 1930 - 1937 йылдарҙа Өфөлә һөргөндә булыуына иғтибар йүнәлтәбеҙ.
       Серовтың "Ленин Смолныйҙа Советтарҙың икенсе съезында Совет власын иғлан итә" тигән картинаһын хәтерләйһегеҙме.
       Съезд президиумына большевиктар Ленин, Рыков, Троицкий, Луначарский һәм башҡалар менән бергә һул эсерҙар вәкиле Спиридонова ла һайлана. Халыҡ араһында уның абруйы бик ҙур була.
       Мария Спиридонова совет дәүләтендә дәрәжәһе буйынса икенсе урын биләй - ВЦИК рәйесе урынбаҫары була. Ул көслө
       характерлы, һәр нимәгә үҙ ҡарашын белдереүсе кеше булараҡ билдәле: Брест килешеүенә ҡул ҡуйыуға ҡаршы протест иғлан итеп, Спиридонова Совнарком составынан сыға. Съезда большевиктарҙы карателдәрсә сәйәсәт алып барыуҙа, социалистик революция идеяларынан тайпылыуҙа ғәйепләй, партия сәйәсәтен үҙгәртеүҙе талап итә.
       1918 йылдың алтынсы июлендә Брест килешеүен өҙөү маҡсатында, һул эсерҙар ҡораллы фетнәгә күтәрелә. Германия вәкиле Мирбах үлтерелә, Феликс Дзержинский ҡулға алына,
       телеграфты баҫып алалар. Һул эсерҙарҙың сығышына М. А. Спиридонова етәкселек итә. Уны ҡулға алалар һәм күптәр ҙе аптырашта ҡалдырып, ревтрибунал "М. Спиридонованың революция алдындағы элекке ҡаҙаныштарын иҫәпкә алып, уны
       язалау сараһын йомшартыу һәм бер йылға ғына төрмәгә ултыртыу мөмкин тип таба". Бер нисә көндән ул амнистияға эләгә.
       Спиридонованың холҡо ла, ҡараштары ла үҙгәрмәй. Митингыларҙа ул бөтә кеше алдында Совет власын тәнҡитләй.
       Уны ҡулға алалар. Суд көтөлмәгән хөкөм сығара: "Трибунал Спиридонованы сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенән ситләтеп, ши фаханаға урынлаштырырға, уны сәләмәт физик һәм аҡыл эше менә н тәьмин итергә". Туғыҙ айҙан ВЦИК президиумы "элекке ҡаҙаныштарын" иҫәпкә алып, аҡларға тигән ҡарарға килә.
       Уның революция алдындағы ҡаҙаныштары нимәнән ғибәрәт һуң
       Мария Спиридонова Тамбов губернаһында ярлы дворян ғаиләһендә тыуа. Гимназияла уҡығанда уҡ эсерҙар хәрәкәтенә ҡушыла, беренсе урыҫ революцияһында ҡатнаша, революцион террор сәйәсәтен яҡлай. 1906 йылда үҙе теләк белдереп, револьверҙан ҡара груһсы, Тамбов губерна идараһы советнигы,
       революция ваҡытында губкрнала карателдәр экспедицияһына етәкселек итеүсе Гавриил Луженовскийҙы атып үлтерә. Теракт ваҡытында Мария Спиридонованы бик ныҡ туҡмайҙар, ә жандарм и даралығында мәсхәрәләйҙәр ( йәберләүсе жандармдар тиҙҙән эсе рҙар отряды тарафынан үлтерелә).
       1906 йылдың яҙында хәрби суд М. А. Спиридонованы үлем язаһына хөкөм итә, әммә был хөкөм Себергә (Акатуйға) ғүмерлеккә һөргөнгә оҙатыу менән алмаштырыла.
       Акатуй тамуғынан Мария Спиридонованы 1917 йылғы Февраль р еволюцияһы ҡотҡара. Тағыла Совет власы менән килешмәүҙәр, ҡу лға алыуҙар, судтар, һөргөндәр башлана. 1925 йылдан башлап у л Сәмәрҡәндтә, 1929 йыл башында - Ташкентта һөргөндә була, 1930 йылда һөргөн урыны итеп Өфө һайлана. Һәм был һөргөн 1937 йылға тиклем дауам итә.
       М. А. Спиридонованың тормошоноң был өлөшө хаҡында крайҙы
       өйрәнеүсе Флүрә Әхмәтова һөйләй.
       Башҡортостанда Спиридонова сәйәси эшмәкәрлек менән шөғөлләнмәй. СССР Дәүләт банкының Башҡортостан
       контораһына эшкә урынлаша, экономист - консультант, баш
       экономист вазифаларын биләй. Эш хаҡын һөргөнгә ебәрелгән
       башҡа кешеләр менән уртаҡлаша. Ошонда уҡ һөргөнгә ебәрелгән Илья Майоровҡа - һул эсерҙар партияһының үҙәк комитеты ағзаһына тормошҡа сыға.
       1937 йылдың февраленә тиклем тормош үҙ яйы менән бара. Артабан Мария Спиридонованы, уның ирен, башҡа бик күптәрҙе ҡ улға алалар. Уларҙы Башҡортостан хөкүмәтенә һөжүмгә әҙерләнеүҙә ғәйепләйҙәр. Әммә тиҙҙән күҙ уңында тотолған ҡорбандар үҙҙәре рәшәткә артына эләгә. Шул ваҡытта яңы версия барлыҡҡа килә: ҡулға алынған эсерҙар, йәнәһе, Ворошилов Өфөгә килгәс, уны үлтерергә әҙерләнгәндәр. Хәйер, ул Өфөгә килергә йыйынмай ҙа.
       М. Спиридонованың 1937 йылдың 13 ғинуарында Мәскәүгә яҙған хаты мөғжизә менән генә һаҡланып ҡалған. Ф. Әхмәтова был хаттың йөкмәткеһе, Башҡорт НКВД - һында Спиридоноваға
       ҡарата ҡулланылған законһыҙ тикшереү алымдары хаҡында һөйләй:
       "Мария Александровна батша хөкүмәте ваҡытында һәр ваҡыт, хатта төрмәлә лә үҙен халыҡтың яҡлауын тойоуы хаҡында һөйләй . Совет осоронда юғары власть вәкилдәре көрәш процесынан ситләштерһә лә, миңә ҡарата мыҫҡыллауҙар булмаһын өсөн ҡаты сара күрелә торғайны, тип яҙа ул. 1937 йылда Өфө төрмәһендә үҙемә төптө икенсе ҡараш тойҙом: ҡайһы берҙә көнөнә унар тапҡыр тентегән ваҡыттары булды. Бер нимә лә тапмайҙар, әммә
       мыҫҡыллау өсөн тентейҙәр. "Ҡапшауҙарҙан" ҡотолор өсөн Мария Александровна аслыҡ иғлан итә. Төрмәләге ауыр шарттар уның сәләмәтлеген ҡаҡшата, ул зәңге ауырыуынан яфалана. Әммә төнгө һорау алыуҙар туҡталмай.
       "Был ғазаплы төндәр, уларҙы нимә менән сағыштырырға мөмкин ! Улар йөрәкте өлөштәргә өҙгөсләй, - тип яҙа революционерка.
       - Шешенгән, түҙеп булмаҫлыҡ һыҙлаған ҡара - шәмәхә төҫөндәг е аяҡтарым ҙур ботинкаларға ла һыймай..." Тәфтишсе Михайлов быларҙың барыһын да күрә, әсирәнең хәлен белә, әммә һорауҙарына яуап талап итә. "Барыһын да һөйләп бирегеҙ, һәм мин һеҙгә 10 белгес ебәрәм!" - тип белдерә ул бер көнө Мария
       Александровнаға. Әммә ниндәй мәғлүмәт бирә алһын ул
       Йоҡоһоҙлоҡтан яфалана, көндөҙ махсус рәүештә эргәһенә ҡуйылған кеше уға йоҡларға ғына түгел, ятып ял итергә лә
       мөмкинселек бирмәй. Барыһы ла Спиридонованың "телен асыу", "хөкүмәткә ҡаршы заговорҙа булыуын" танытыу, уны юҡҡа сығарыуға йүнәлтелә.
       "...Мин унар миллионлаған обывателдәргә ҡарағанда ла Сове т власына яҡыныраҡ. Әммә мин уның ярһыу һәм үҙ фекерен
       белдерергә ҡыйыулығы еткән дуҫы. Һеҙ минән яҡшыраҡ эшләйһегеҙ тип һанайым. Һеҙҙең һуғыш һәм тыныслыҡ сәйәсәтен мин тулыһынса ҡабул итәм, сәнәғәт сәйәсәтен мин бер ҡасан да
       тәнҡитләгәнем юҡ, коллективлаштырыу менән тулыһынса килешәм..."
       Мария Спиридонованың хаты Дәүләт хәүефһеҙлеге идаралығына б ер нисек тә тәьҫир итмәй. 1938 йылдың етенсе ғинуарында уны,
       ирен И. А. Майоровты 25 йылға хөкөм итәләр һәм Орел изоляторына оҙаталар.
       1941 йылдың һигеҙенсе сентябрендә СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы М. А. Спиридонова, И. А. Майоров һәм башҡаларҙы үлем язаһына хөкөм итә. Ҡалаға фашистар яҡынлаша. Хөкөм 1941 йылдың 14 сентябрендә Орел эргәһендәге урманда тиҙ арала тормошҡа ашырыла.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал