6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Ревизорҙар "Һаулыҡ" торошон тикшерҙе
14.09.06


       Республикала "Һаулыҡ" милли проектын тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан бүленгән аҡса нисек файҙаланыла Башҡортостандың Контроль - иҫәпләү палатаһы ревизорҙарын
       ошо һорау ҡыҙыҡһындыра. Ведомство коллегияһының һуңғы ултырышында ревизорҙарҙың тикшереү йомғаҡтары хаҡында һүҙ ба рҙы.
       Ағымдағы йылда Рәсәй ҡаҙнаһы өҫтөнлөклө милли проект сиктәрендәге саралар өсөн республикаға 1,7 миллиард тирәһе
       аҡса бүләсәк. Был средство йүнәлтелергә тейешле медицина ярҙамы төрҙәренә ҡаты регламент билдәләнеүен әйтергә кәрәк. Улар иҫәбендә участка терапевтарына һәм педиатрҙарына
       өҫтәмә түләүгә 492 миллион, бала табыу сертификаттары
       буйынса - 315 миллион, халыҡты өҫтәмә диспансерлаштырыуға -
       123, 5, амбулатория - поликлиника хеҙмәттәренең, бала табыу йорттарының матди - техник базаһын нығытыу, диагностикалау ҡорамалдары һәм "тиҙ ярҙам" машиналары алыуға - 515,4, халыҡ
       араһында өҫтәмә иммунлаштырыу үткәреүгә 125 миллион һум тотоноу планлаштырыла.
       Бөгөнгө көнгә тиклем аҡса "үткән һигеҙ айға пропорциональ " килде, тип билдәләне БР һаулыҡ һаҡалу министры Фәнил Шәмиғолов. КСП белгестәре аҡсаның нисек файҙаланылыуын республиканың 18 дауалау - профилактика учреждениелары өлгөһөндә тикшерҙе. Алты үҙәк район дауаханаһы, өс ҡала һәм
       бер участка дауаханаһы һәм ҡатын - ҡыҙҙар консультацияһында
       ревизия үткәрелде. Милли проект положениеларына ярашлы, әсәлек һәм балалыҡты яҡлау мәсьәләләренә айырыуса ҙур
       иғтибар бирелеүен билдәләргә кәрәк.
       - Кешеләр бала табыу сертификаттарының эшләүен тойорға тейеш, - тине КСП башлығы Петр Бобылев.
       Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, республикала бала табыусы
       әсәләрҙең үлем осрағы 20 процентҡа, балалар үлеме - 8,8
       процентҡа кәмегән. Октябрьский ҡалаһының 2 - се һанлы дауаханаһының ҡатын - ҡыҙҙар консультацияһынан алынған мәғлүмәттәр үткән йыл менән сағыштырғанда, ауырлы ҡатындар һ анының өстән бер өлөшкә артыуын, етлекмәй тыуған балалар ике тапҡыр кәмерәк булыуын күрһәтә. Баш врачтың һүҙҙәренә ҡарағанда, һигеҙ ай эсендә уларҙың бала табыу йортонда 698 сабый донъяға килгән, бала табыу сертификаттары буйынса 4,5
       миллион һум алынған.
       - Республикаға бүленгән средствоны тулыһынса үҙләштерә алабыҙмы, юҡмы - барыһы ла беҙҙән тора: аҡса менән тишек кәмәгә ултырып ҡалыу ярамай. Өҫтөнлөклө проектты тормошҡа ашырыу ҡаты контроль аҫтында тотола, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды
       Бобылев.
       Әлеге ваҡытҡа контроль - иҫәпләү палатаһының тикшереүҙәре  ё°Ө мең һумдың икенсе маҡстаҡа тотонолоуын асыҡланы. Өҫтә
       әйтелгән медицина ярҙамы төрҙәре урынына, был аҡса нигеҙһеҙ
       эш хаҡы түләүгә, шулай уҡ медицина ҡорамалдарына ҡарамаған әйберҙәр алыуға йүнәлтелгән. Хәйер, был һан картинаны артыҡ боҙмай, дөйөм алғанда, ревизорҙар тикшереү һөҙөмтәләренән
       ҡәнәғәт ҡалыуын белдерә.
       - Әлегә тиклем республикаға "Һаулыҡ" милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән аҡса нигеҙҙә тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылды, - тип ҡыҫҡаса һығымта яһаны доклад аҙағында БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Дәүләт Йыйылышының бюджет, һалымдар, финанстар һәм милекселек һорауҙары буйынса комитеты белгесе Лев Бакусов.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал