6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Башҡорт тәбиғәтенә японса ҡараш
13.09.06


       - Башҡортостанда мине иң хайран ҡалдырғаны - тәбиғәттә реклама вывескаларының бөтөнләй булмауы! - ти "Евразия Т - экополисы. Архитектурала һәм ҡала төҙөлөшөндә инновациялар" Халыҡ - ара конференцияһына килгән япон архитекторы, Кео
       университеты профессоры Микико Ишикава ханым. Был сара
       Өфөлә 14 - 16 сентябрҙә үтәсәк, уға тиклем "Башинформ" агентлығында БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры урынбаҫары, БР Архитекторҙар союзы рәйесе Урал Ураҡсин, япон
       төҙөлөш фирмаһы президенты Ришат Муллагилдин һәм өҫтә әйтелгән Ишикава ханым ҡатнашлығында матбуғат
       конференцияһы үтте.
       Конференцияла буласаҡ форумдың маҡсаттары һәм бурыстары т ураһында ҡыҫҡаса әйтеп үтелде. Әммә журналистарҙы, нигеҙҙә, япон ҡунағының Өфө һәм тотош республика хаҡында фекере ҡыҙыҡһындырыуы һиҙелде. Һәм ул ҙур теләк менән алған тәьҫораттары һәм Башҡортостандың баш ҡалаһы кеүек ҙур
       мегаполистың үҫешен нисек күреүе хаҡында һөйләне.
       - Һеҙҙә тәбиғәт бик матур, - тине Асҡын районында, Асылыкү лдә, Янғантау шифаханаһында булырға өлгөргән Ишикава. - Тәби ғәт шарттары ярайһы уҡ күп төрлө. Был хазинаға һаҡсыл ҡарашт а булыуығыҙ шатландыра. Әммә, минеңсә, булған байлыҡты башҡа и лдәргә әүҙемерәк күрһәтергә кәрәк.
       Ул бөгөнгө ҡалаларҙы тәбиғәткә зыян килтермәйенсә үҫтереү
       тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне.
       - Кеше тәбиғәтһеҙ йәшәй алмай. Бөгөн донъяның иң ҙур ҡалалары алдында уртаҡ бурыс тора - тәбиғәт менән кешенең егерменсе быуатта йылдам урбанизация һәм сәнәғәт үҫеше
       һөҙөмтәһендә юғалған бәйләнешен тергеҙеү. Ҡалалар архитектура объекттары ғына түгел, уларҙы уратып алған флора
       һәм фауна менән бер бөтөн булараҡ та үҫешергә тейеш.
       Өфө тиҙ үҫешеүсе сәнәғәт ҡалаһы, шуға күрә был ҡалаларҙағы
       проблемалар уға ла хас. Ошо сәбәпле властар һәм ҡала халҡы
       мәҙәни традицияларҙы һәм тәбиғәт менән бәйләнеште юғалтмау тураһында уйланырға тейеш. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булараҡ, Ишикава иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешер өсөн ниндәй юлды һайларға к әрәклеген билдәләне.
       Маҡсатҡа ирешеүҙең беренсе баҫҡысы тип ул әлеге мәлдә ҡаланың хәл - торошо хаҡында хәбәрҙар булыуҙы атаны. Әммә ҡаршылыҡтар ҙа бар - сағыштырыу мөмкинселеге булмағанда, нимәнеңдер ыңғай сифаттарын аңлауы ҡыйын. Шуға күрә архитекторҙар мотлаҡ рәүештә сәйәхәт итергә, башҡа ҡалалар
       һәм илдәрҙең нисек үҫешеүен күрергә тейеш.
       Икенсе баҫҡыс - ҡаланың буласаҡ образын асыҡ күрә белеү.
       Һәм өсөнсө баҫҡыс - ҡала үҫешенең аныҡ башҡарылған стратегия планын төҙөү, унда приоритеттар күрһәтелергә тейеш .
       Өфөнөң тышҡы күренеше тураһында Ишикава үҙенең конкрет фе кере менән уртаҡлашты. "Боронғо ҡаланың" бай ландшафт дизайнын тергеҙергә һәм ҡаланың географик йәһәттән отошло
       урынлашыуын тулыһынса файҙаланырға кәрәк, тине ул.
       Ишикава тәнҡит һүҙҙәре лә әйтте. Ул аэропорт бинаһы менән ҡәнәғәт булмауын еткерҙе.
       - Артыҡ күркәм бина кәрәкмәй, - тине ул, - әммә ҡунаҡтар хужаларҙың иғтибарын һәм хәстәрен тойорлоҡ итеп эшләү мөһим.
       Яңы килеп төшөүселәр ҡайҙа барырға икәнлеген белһен өсөн электрон табло булыуы мотлаҡ. Парковка яҡыныраҡ урынлашырға һәм йәмле, ағастар уратып алған урында булырға тейеш. Аэропорттан бульварға илткән шоссены бульвар формаһында эшләргә мөмкин булыр ине.
       Аэропорт - Өфө трассаһы буйындағы олондары бысылған ағастар Микико ханымдың кәйефен ҡырған.
       Профессор Ишикава тулыраҡ доклад менән халыҡ - ара форумда ҡатнашыусылар алдында сығыш яһаясаҡ. Ул нисек итеп республика кимәлендә экология селтәре төҙөү һәм дизайндың дөйөм программаһын төҙөү, шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһын экологик ҡала тип таныу өсөн ниндәй аҙымдар яһарға
       кәрәклеге хаҡында һөйләйәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал