6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

"Туғанлыҡ" ишектәрен асты
13.09.06


       Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында дөйөм Рәсәй күләмендәге ваҡиға - төрки телле театрҙарҙың "Туғанлыҡ" дүртенсе халыҡ - ара фестивален асыу тантанаһы булып үтте.
       Ҡояш ямғыр менән ҡасышлы уйнай, әммә "Туғанлыҡты" ойоштороусылар театр алдына йыйылған халыҡҡа сыланырға
       бирмәне. 15 минут та үтмәне - барыһын да тантананың рәсми өлөшө үткән иркен һәм күркәм залға саҡырҙылар.
       - Дүртенсе тапҡыр башҡорт ерендә үткән "Туғанлыҡ" төрки халыҡтары араһындағы дуҫлыҡтың ҡаҡшамаҫ символына әйләнде. Н әҡ ошо сәбәпле был ҙур күләмле фестиваль Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләү буйынса саралар планына индерелде, - тип башланы
       фестивалде асыу тантанаһын республика Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов. - Һеҙгә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың ҡотлауын уҡып ишеттерергә рөхсәт итегеҙ.
       "Башҡортостандың ҡунаҡсыл ерендә төрки телле театрҙарҙың "Туғанлыҡ" халыҡ - ара фестивалендә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы ысын йөрәктән сәләмләйем! Был байрам - беҙҙең бәйләнештәрҙең ныҡлығы, төрки халыҡтарының милләт - ара дуҫлығы һәм театр сәнғәте аша бер - береһен байытыуының сағыу дәлиле. Быйылғы фестиваль Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын байрам итеү алдынан үтә. Беҙҙең республикала фестивалдең юғары халыҡ - ара статусҡа эйә булыуы һәм Башҡортостандың баш ҡалаһын төрки телле театр донъяһының танылған үҙәктәренең береһенә әйләндереүе айырыуса ғорурлыҡ уята. Өфөлә үткән матур ваҡиғаға ҡиммәтле художестволы бүләктәр һәм изге рухи миссия
       менән килеүсе һәр берегеҙгә шатбыҙ һәм рәхмәтлебеҙ. Фестиваль илдәрҙе һәм халыҡтарҙы яҡынайтһын һәм берләштерһен, мәҙәниәттең артабанғы үҫешенә булышлыҡ итһен. Унда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла юғары илһам, сағыу ижади уңыштар, ә тамашасыларға - гүзәл сәнғәт менән осрашыуҙан ләззәт алыуҙарын теләйем!"
       - Беренсе сиратта, "ТӨРКСОЙ" халыҡ - ара ойошмаһы, төрки илдәренең мәҙәниәт министрҙары исеменән мин "Туғанлыҡты" әҙерләүҙә һәм ойоштороуҙа ҡатнашыусы һәр кемгә рәхмәт белдерергә теләйем, - тип мөрәжәғәт итте йыйылыусыларға фестивалдең ҡунағы, Әзербайжандың Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе, "ТӨРКСОЙ" халыҡ - ара ойошмаһының г енераль директоры Полад Бюль - Бюль оглы. - Һәр милли театр
       үҙ халҡының менталитетын сағылдыра. Ә төрки коллективтарын
       берләштергән бөгөнгө ваҡиға - һирәк осрай торған аралашыу, фекерҙәр менән уртаҡлашыу, бер - береңдән өйрәнеү мөмкинселеге.
       БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовҡа, БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов һәм башҡаларға "фестивалде үҫтереүгә индергән өлөштәре өсөн" рәхмәт белдерҙе. Бынан тыш ул Әзербайжандың Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Полад Бюль - Бюль оглыға "графигы
       бик тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, беҙгә килергә һәм башҡорт ерендә үткән тантаналарҙа ҡатнашырға ваҡыт табыуы" өсөн рәхмәт әйтте.
       - Ойоштороусылар исеменә ҡотлау телеграммалары килеүен
       дауам итә, улар араһында Рәсәйҙең мәҙәниәт һәм киң
       коммуникациялар министры Александр Соколов һәм РФ Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Александр Калягиндан да ҡотлауҙар к илде, - тип хәбәр итте тамашасыларға Илдус Ғөбәйҙулла улы.
       Ошоноң менән "Туғанлыҡты" асыуҙың рәсми өлөшө тамамланды. Байрам ҡунаҡтары фестивалдең "тәүге ҡарлуғасы" -
       башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр" буйынса ҡуйылған
       спектаклде баһалау өсөн Башдрамтеатр залында йүнәлде. Инсценировка авторы - Ғәзим Шафиҡов, ҡуйыусы режиссеры - Рөстәм Хәкимов.
       Башҡа театр вәкилдәре һәм театр сәнғәте белгестәре өсөн б ыл спектакль беренсе сиратта Урал батыр тураһындағы эпостың барлыҡҡа килеүенә бер нисә мең йыл ваҡыт үтеүе менән ҡыҙыҡлы. Спектаклдә эпостағы бик күп ваҡиғалар сағылыш таба.
       Төрки телле театрҙарҙың "Туғанлыҡ" халыҡ - ара фестивален дә Төркиә, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Хакасия, Татарстан, Сыуашстан, Ҡабарҙы - Балҡар, Алтай Республикаһы, Тыва Республикаһы, Саха (Яҡутстан) Республикаһы һәм Башҡортостандан 13 профессиональ коллектив ҡатнашыуын хәтергә төшөрәйек. Спектаклдәр өс майҙанда - Мәжит Ғафури
       исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге
       Милли йәштәр театры һәм БР Дәүләт академия рус драма
       театрында барасаҡ. Фестиваль сиктәрендә алдынғы театр белгестәре ҡатнашлығында ғилми - ғәмәли конференция, ижади осрашыуҙар һәм "түңәрәк өҫтәлдәр" үткәреү планлаштырыла. Фестивалдә төрлө театрҙар башҡарыуында 17 спектакль күрһәтеләсәк.
       Төрки телле театрҙарҙың "Туғанлыҡ" халыҡ - ара фестивале 19 сентябргә тиклем дауам итәсәк. Уны ябыу тантанаһына Мәҙән иәт һәм кинематография буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе
       Михаил Швыдкой килеүе көтөлә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал