6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Биш - алты бала, һәм мастопатия ла борсомай
13.09.06


       "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында һаулыҡ һаҡлау министры Фәнил Шәмиғолов онкология
       ауырыуҙары, атап әйткәндә, түш биҙе шештәре "илебеҙҙең бөтә
       ҡалаларында ла үҫә һәм йәшәрә" тигәйне. Беҙҙең республикала
       йыл һайын 1200 - ҙән күберәк һөт биҙе шеше асыҡлана. Яман шеш осраҡтарының 14 - 15 проценты - 30 - ҙан йәшерәк ҡатын - ҡыҙҙарҙа булыуы билдәле. Һаулыҡ һаҡлауҙың үҫеш мәсьәләләре б уйынса республика советының күсмә ултырышында ла ошо теманы тикшереү күҙ уңында тотола. Министр күп кенә онкологи к патологияларҙы башланғыс стадияһында иҫкәртеп йәки дауалап
       булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, бары тик профилактикаға, даими рәүештә медицина тикшереүе үтеүгә иғтибар бирергә кәрәк.
       Медицина тикшереүҙәре түш биҙендәге шеш билдәһе - мастопатияның - уртаса алғанда, һәр дүртенсе ҡатын - ҡыҙҙа булыуын асыҡлай. Ауырыуҙар һаны артыуының сәбәбе нимәлә Нимә ул мастопатия һәм был сирҙе нисек иҫкәртергә мөмкин, тигән һорауҙарға Республика клиник диспансерының маммология бүлеге мөдире Марат Ғәлиев яуап бирә:
       - Мастопатияның барлыҡҡа килеү сәбәптәре әлегә тиклем тулыһынса асыҡланмаған. Ғәҙәттә сирҙең ҡатын - ҡыҙ организмында гормональ дисбаланс фонында барлыҡҡа килеүе билдәле, ул иһә контрацептивтар ҡабул итеү, аборт, түллек дисфункцияһы, ҡалҡан биҙе проблемалары, енси тормош менән ре гуляр йәшәмәү һөҙөмтәһендә була.
       Күрем алдынан түштәрҙең һыҙлауы, ҙур булмаған төйөрҙәр барлыҡҡа килеүе, имсәктән бүленделәр сығыу - был симптомдар бик һирәк ҡатын - ҡыҙға ғына таныш түгелдер. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға иғтибар биреүселәр аҙ. Был сәбәп буйынса врачҡ а мөрәжәғәт итеүселәр тағы ла аҙыраҡ. Ә бит улар һөт биҙенең яман шешенә килтереүе мөмкин булған мастопатияның тәүге билдәләре.
       Мастопатия - һөт биҙе ауырыуы, туҡымаларҙың патологик үҫе үеарҡаһында барлыҡҡа килә. Ауырыуҙың башланғыс стадияһында ( диффуз формаһында) мастопатияны дауалауы еңел һәм ул ғәҙәттә яман шешкә килтермәй. Ҡайһы ваҡыт дауалау үҫемлек төнәтмәләре һәм сәйҙәре, натураль антиоксиданттар - Е, С, бе та - каротин, иммунитетты күтәреүсе препараттар ҡабул итеү, алама ғәәттәрҙән баш тартыу, махсус диета менән генә сикләнә .
       Әгәр мастопатия башланғыс стадияһында дауаланмаһа, һөт биҙендә төйөндәр барлыҡҡа килә. Мастопатияның был формаһында туҡымаларҙың яман шешкә әүерелеү ихтималлығы бик юғары. Шуға күрә - мастопатияны үҙ ваҡытында дауалау - һ өт биҙенең яман шешен иҫкәртеү тип әйергә мөмкин. Ул ҡатын -
       ҡыҙҙарҙа яман шеш ауырыуҙары араһында беренсе урында тора, ә төбәк буйынса - онкологик ауырыуҙар араһында иң таралғандарының береһе.
       Мастопатия үткәргән ҡатын - ҡыҙға теләһә лә, теләмәһә лә сәләмәт тормош алып барырға тура килә. Алкоголь, тәмәке тартыу, стресс - ауырыуҙы ҡуҙғытыусы факторҙарға ҡарай. Йоҡо
       ваҡыты һигеҙ сәғәттән дә кәмерәк булырға тейеш түгел, дөрөҫ туҡланыу, күп хәрәкәт итеү файҙалы. Мастопатия ваҡытында
       физиопроцедуралар, мунса, солярийҙарға йөрөү зарарлы. Үҫемлекселек һәм һөт продукттары, аҡ ит, бешерелгән балыҡ ашарға кәңәш ителә.
       Ҡатын - ҡыҙҙың матур күкрәге - гүзәллек символы. Әммә ул матур ғына түгел, сәләмәт тә булырға тейеш. Ғөмүмән, мастопатияны иҫкәртеү - ул сәләмәт тормош алып барыу,
       тип әйтер инем мин. Бында гигиена күнекмәләре лә, үҙ ваҡытында тормошҡа сығыу, бала имеҙеү ҙә мөһим урын биләй. Һ уңғыһы айырыуса иғтибарға лайыҡ, был турала бөгөн күп яҙыла һәм һөйләнә, ә тормош үҙе баланы имеҙеүҙең бала өсөн дә, әсә
       өсөн дә файҙалы булыуын күптән раҫланы. Бына ни өсөн
       Хәйбулла һәм Йылайыр районында мастопатия менән ауырыу осраҡтары һирәк - унда ғаилә усаҡтары ныҡлы, ҡатын - ҡыҙҙар биш - алты бала таба һәм барыһын да күкрәк һөтө имеҙеп үҫтер ә. Нимә әйтә алам Һәр кемдең һаулығы - үҙ ҡулында. Үҙеге ҙгә
       иғтибарлы булығыҙ, шул уҡ ваҡытта табибтарға ла ышанығыҙ.

Гөлсәсәк Хәйбрахманова, Екатерина Спиридонова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал