6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Блюхер урамында алты ҡырлы йондоҙ
13.09.06


       Еврей халҡында "ике раввин - өс фекер" тигән әйтем бар. Әммә
       был юлы ике кеше - Рәсәйҙең баш раввины Берл Лазар һәм Башҡортостандың баш раввины Дан Кричевскийҙың фекере республика һәм баш ҡала етәкселегенең фекере менән тап килде : ҡалаға синагога кәрәк.
       Берл Лазар Өфөгә икенсе тапҡыр килде. Дүрт йыл элек ул
       бында ҡалала йәшәүсе еврейҙарҙың тормошо менән танышыу һәм Өфө хакимиәте менән синагога төҙөү урыны хаҡында һөйләшеү маҡсатында килгәйне. Бөгөн, үҙе әйтеүенсә, ул тормошҡа ашырылған тип әйтергә мөмкин булған проектты үҙ күҙҙәре менән күреү һәм урындағы властарҙың ярҙамы һәм аңлап ҡабул итеүе өсөн рәхмәт белдерергә килгән.
       1930 йылдың алтынсы ғинуарында ябылған элекке синагога бөгөн Башҡорт дәүләт филармонияһының вестибюле ролен үтәй. 5 0 йылдан ашыу үҙҙәренең дини бинаһы булмаған еврейҙар доға ҡ ылыу, Тора һәм еврей телен өйрәнеү өсөн фатирҙарҙа йыйыла. 8 0 - се йылдар аҙағында "Штерн" (идиш телендә "Йондоҙ") еврей мәҙәниәте клубы асылғандан һуң, "Юбилей" Мәҙәниәт һарайындағы бүлмәләрҙең береһен ҡуртымға алыу мөмкинселеге б арлыҡҡа килә. Артабан, 1995 йылда, "Кохав" (иврит телендә "Йондоҙ") милли - мәҙәни клубына Ленин урамындағы Халыҡтар д уҫлығы йортонда 18 квадрат метрлыҡ урын бүленә. Һәм, ниһәйәт, 2001 йылда Өфө еврейҙарының дини общинаһы торлаҡ йо рттоң цоколь ҡатын ҡуртымға ала.
       Башҡортостанда тиҫтәләгән еврей ойошмалары бар. Уларҙың береһенең дә үҙ бинаһы юҡ, барыһы ла ҡуртым аҡсаһы түләп йәшәргә мәжбүр. Шуға күрә бер нисә йыл элек бөтә ойошмаларҙы бер ҡыйыҡ аҫтына йыйып, Еврей үҙәге төҙөү идеяһы барлыҡҡа килә. Башта АҠШ һәм Израилдең еврей хәйриә о йошмалары ярҙамында Өфөлә тотош бер бина алыу мөмкинселеге ҡарала ине. Бер нисә вариантты тикшергәндән һуң , йә уларҙың ултырған урыны, йә майҙаны бағыусыларҙың күңеленә ятмауы асыҡланды. Шул саҡта үҙенсәлекле архитектура
       һәм синагога ҡанундарына тап килгән планировкалы, балалар баҡсаһы, йәкшәмбе һәм көндөҙгө мәктәптәр, китапханалар, аҙ тәьмин ителеүселеүселәр өсөн ашхана, "Сохнут" еврей агентлығы, "Хесед Лея" хәйриә фонды, "Кохав" милли - мәҙәни үҙәген үҙ эсенә алырлыҡ бина төҙөргә тигән ҡарар ҡабул ителд е. Бөгөн Рәсәй һәм БДБ илдәрендәге күп кенә ҡалаларҙағы общиналарға ярҙам күрһәтеүсе "Ор Авнер" һәм Керен Кешет" хәйриә фондтары, шулай уҡ Өфө һәм Мәскәүҙә йәшәүсе бизнесмен - еврейҙарҙың финанс ярҙамы менән төҙөлөш аҙағына яҡынлаша. Әммә, Дан Кричевскийҙың һүҙҙәренә ҡарағанда,
       үҙәкте тулыһынса файҙаланыуға тапшырыу өсөн тағы ла йөҙ
       миллион һум кәрәк. Бер лифт үҙе генә 48 мең евро тора. Ни өсөн ул тиклем ҡыйбатмы Еврей үҙәгендә лифт үҙенсәлекле буласаҡ, хәйер, мәҫәлән, Израилдең күп ҡатлы йорттарында ла
       шундай уҡ лифттар ҡуйылған. Ул шәмбе көнө, еврейҙарға элект р приборҙары менән файҙаланыу, хатта кнопкаларға баҫыу ҙа тыйылғанда, һәр ҡатта туҡталып, үҙаллы күтәрелә һәм төшә "белергә" тейеш.
       Аҡса яҡын арала табыласаҡ, тип вәғәҙә итә Берл Лазар. Уны ң фекере буйынса, Өфөнөң еврейҙар общинаһы киләһе йылда
       уртаҡ йорттарына күсергә тейеш. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләгәндә, был ваҡиға айырыуса символик мәғәнәгә эйә.
       - Дүрт йыл элек мин республика һәм Өфө етәкселеге синагог а төҙөү тураһындағы идеяны кире ҡағыр, тип хәүефләнгәйнем, - т и Рәсәйҙең баш раввины. - Православие дәүләтендәге мосолман республикаһына еврей үҙәгенең кәрәге юҡтыр кеүек ине. Хәҙер
       иһә мин властарҙың Өфө үҙәгендә еврейҙарҙың мөһабәт бинаһы төҙөлөүе менән ғорурланыуын күрәм. Был күп милләтле Башҡортостандың толарентлығы һәм һәр кем өсөн асыҡ булыуы
       хаҡында һөйләй. Автор фотоһы.

Инесса Брусиловская.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал