6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Ейәнсура районы республика Советы ултырышына әҙер
13.09.06


       Республика Советының күсмә ултырышы - даими үткәрелә торған сара, һәм ул икенсе тапҡыр һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә арналасаҡ. Үткән йылда форум Башҡортостандың төньяҡ райондарын үҙ эсенә алһа, быйыл ул көньяҡта: Ейәнсура, Көйөргәҙе, Күгәрсен райондарында һәм Күмертауҙа үтәсәк. Быға
       бәйле яңы социаль объекттарҙа эш бер минутҡа ла туҡталмай, төҙөүселәр ал - ял белмәй тир түгә.
       "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР һаулыҡ һаҡлау министры Фәнил Шәмиғолов республика Советының күсмә ултырышына әҙерлек саралары планында Күмертау үҙәк район дауаханаһының хирургия корпусында реконструкция үткәрелеүе, Мораҡ ауылында үҙәк район дауаханаһы ремонтланыуы, Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы
       һәм Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылының участка дауаханаһына
       капиталь ремонт үткәрелеүе хаҡында хәбәр иткәйне. Был дауалау учреждениеларын реконструкциялауға республика
       бюджетынан 193 миллион 70 мең һум аҡса бүленгән.
       Күсмә ултырышта ҡатнашыусы оло ҡунаҡтарҙы беренсе булып Е йәнсура районы ҡаршы аласаҡ. Бында һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәрлеге 153 койкалыҡ Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы, 20 койкалыҡ ике участка дауаханаһы һәм өс амбулатория эше буйынса күренә. Район халҡының сәләмәтлеге буйынса алға китештәр күҙәтелә. Тыуым күрһәткесе 1000 кешегә 12,1 тура
       килә, был республикалағы күрһәткестән байтаҡҡа күберәк.
       Милли проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһына медицина ҡорамалдары: рентген аппараты, ф люрография аппараты, лаборатория ҡорамалдары комплекты, алты каналлы ЭКГ, фиброгастроскоп ҡайтарыу планлаштырыла.
       Тиҙ ярҙам бүлеге өсөн быға тиклем булған машиналарға өҫтә п, бер миллион 321 мең һумлыҡ ике машина алынған.
       Республика Советының күсмә ултырышына әҙерлек сиктәрендә Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының инфекция бүлегенә һәм поликлиникаға реконструкция үткәрелгән. Бында дауалау корпусынан тыш, ауырыуҙарҙы ҡабул итеү өсөн тоҙ шахтаһы ла әҙер. Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы, Күгәрсен ауылы амбулаторияһы, Таҙлар ФАП - ының стационар бүлектәре, аш - һыу әҙерләү блогы, хужалыҡ биналарына ла капиталь ремонт
       үткәрелгән.
       Ейәнсура районында милли проект буйынса күрһәткестәр хаҡында һүҙ йөрөткәндә, 2006 йылдың беренсе авгусына районда 227 бала табыу сертификаты тапшырылған. Ағымдағы йылдың ете айында 334 кеше өҫтәмә диспансерлаштырыу үткән. Г епатитҡа ҡаршы вакцинациялауҙың ике этабы үткән, 2600 бала вакцинацияланған.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал