6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Уларһыҙ ярыштар үтмәҫ ине
12.09.06


       "БАШвестЪ" гәзитенең кисәге сығарылышында йәйге биатлон б уйынса донъя чемпионатына арналған мәҡәләләр күп булды. Бөгөн беҙ тағы ла булып үткән ваҡиғаларға әйләнеп ҡайтырға теләйбеҙ. Миҙалдарҙың һуңғы комплекттары уйнатылды, әммә
       алтын, көмөш һәм бронза балҡышынан ситтә ҡалыусылар ҙа бар,
       һәм уларҙан башҡа был ярыштарҙы үткәреү мөмкин дә булмаҫ ине. Һүҙ судьялар хаҡында, әлбиттә.
       Спортсылар араһында көрәш ҡағиҙәләренең һаҡланыуын Мәскәү, Мурманск, Ижевск, Екатеринбург, Пермь һәм башҡа ҡалаларҙың судьялары күҙәтеп барҙы. Ҡыҫҡаса булһа ла уларҙың
       ҡайһы берәүҙәре менән танышып үтәйек.
       Өфөлә донъя чемпионатының үтеүе өсөн Халыҡ - ара биатлонсылар союзының техник комитеты ағзаһы, Рәсәй Биатлонсылар союзының вице - президенты Вадим Иванович Мелихов ҙур көс һалды. Ул республика өсөн иң ҡәҙерле ҡунаҡтарҙың береһе - "СССР һәм РСФСР - ҙың атҡаҙанған тренеры", "РФ атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре"
       Баш судья функцияларын халыҡ - ара категориялы судья, Рәс әй һәм СССР - ҙың атҡаҙанған тренеры Михаил Ткаченко башҡарҙ ы. Үҙе лә элекке биатлонсы, судья карьераһын ул 30 йыл самаһ ы элек "Ижевская винтовка" ярыштарынан башлаған.
       Халыҡ - ара биатлонсылар ассоциацияһының техник делегаты,
       халыҡ - ара категориялы судья, Рәсәй һәм Удмуртияның атҡаҙанған тренеры, доцент Александр Куракиндың судьялыҡ эше менән шөғөлләнеүенә 33 йыл. Александр үҙенең тыуған ҡалаһы Ырымбурҙа ҙур булмаған ярыштарҙан башлай. Бөйөк спортсы булмаһа ла, тренер булараҡ күп нимәгә өлгәшә. 2000 - 2001 йылдарҙа, Куракин Рәсәйҙең ҡатын - ҡыҙҙар йыйылма командаһына етәкселек иткән ваҡытта, ҡыҙҙар даими рәүештә эстафета ярыштарында еңеү яулай. Бөгөн ул йәш командалар
       менән эшләй, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа улар йыш ҡына
       беренсе урынға лайыҡ була.
       Сергей Сарычев судья булып "бәләкәй калибрлы" биатлон
       ваҡытынан уҡ эшләй. Ул беренсе категориялы судьянан халыҡ - ара категориялы судьяға тиклем юл үткән. Шулай уҡ Халыҡ - ар а биатлонсылар асоциацияһының техник делегаты ла. Спортсы һә м судья булараҡ донъяның төрлө мөйөштәрендә булған Сергей ( ул - атыу буйынса спорт мастеры, илебеҙ чемпионаттары призеры) Өфөлә донъя чемпионатын ойоштороусылар бик ҙур эш б ашҡарыуын билдәләй: "Хәҙер Рәсәйҙә иң ҙур донъя чемпионаттарын үткәрергә мөмкин булған тағы бер биатлон үҙәге барлыҡҡа килде".
       Ижевск ҡалаһынан Өфөлә үткән чемпионатҡа халыҡ - ара категориялы судья ( 2003 йылдан башлап) Сергей Бабушкин килде. Ул "Биатлон" комплексында трассаның старт һәм финиш участкалары өсөн яуаплы булды, уларҙы көн дә уҙышҡа әҙерләне . Чемпионатты үткәреү һәм ойоштороу буйынса дөйөм һорауҙар
       өсөн Рәсәй категорияһындағы судья, "Биатлон" спорт - һауыҡтырыу комплексы директоры урынбаҫары Юрий Байрамов яуап бирҙе. Педагогия училищеһында уҡыған ваҡытынан алып ул урындағы ярыштарҙа контролер, судьялыҡ коллегияһы ярҙамсыһы булараҡ ҡатнаша. Бынан тыш Юрий саңғы уҙыштары мен ән шөғөлләнә һәм спорт мастеры нормативын үтәй.
       - Бындай ҙур кимәлдәге ярыштарҙы республикабыҙҙа уңышлы
       ҡабул итә алыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Был бик ҙур хөрмәт т ә, иҫ киткес яуаплылыҡ та булды, - ти Юрий Байрамов.

Александр Фатиев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал