6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Тәүге башҡорт стахановсыһы
12.09.06


       Бөгөн мәктәп уҡыусыларының күпселеге "стахановсы" һүҙенең
       нимә аңлатыуын да белмәйҙер, моғайын.
       Илебеҙҙә стахановсылар хәрәкәте 1935 йылда Донбастағы
       күмер сәнәғәтенә бәйле барлыҡҡа килә. Исеме иһә таш күмер табыу буйынса бөтә союзға рекорд ҡуйыусы Алексей Стаханов
       исеменән килә.
       Новаторҙар һәм алдынғылар уның башланғысын эләктереп ала,
       етештереүҙе арттырыу һәм техниканы яҡшыраҡ файҙаланыу иҫәбенә улар сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында рекорд артынан
       рекорд ҡуя башлай.
       Стахановсылар Башҡортостанда ла барлыҡҡа килә. Уларҙың тәүгеләре - паровоз машинисы А. Г. Гурин, паровоздар ремонтл ау заводы тимерсеһе И. А. Воронин, аяҡ кейемдәре етештереү фабрикаһы эшсеһе В. И. Лоскутов һәм башҡалар...
       Бөгөнгө мәҡәлә стахановсы, паровоз машинисы Александр Георгиевич Гурин хаҡында бара. Ул 1906 йылдың 12 сентябрендә , йөҙ йыл элек, донъяға килә. Тимер юлсыһының ҙур ғаиләһендә ул алтынсы бала була, йыш ҡына аслы - туҡлы көн күрә, белем алыу тураһында хыялланырға ла тура килмәй. Малай земство мәктәбенең ике класын тамамлай. Шул ваҡытта Октябрь революцияһы башлана. Һәм Александр Гурин хеҙмәт баҫҡысы буйлап алға атлай. ФЗУ мәктәбен тамамлағандан һуң үҙенең тормошон тимер юл менән бәйләй. 1926 йылда кочегар булып эшләй башлай.
       1929 йылда инде Гурин паровоз машинисы һөнәрен үҙләштерә,
       ә 23 йәштә машинист булыуы ул заманда бер ҙә еңелдән булмай . Күп кенә кочегарҙар тиҫтә йылдар буйы паровозда эшләгәндән
       һуң да шул уҡ мейес янынан китә алмай. Әммә комсомолец Гури н ФЗУ - ла уҡыған ваҡытында уҡ иптәштәре араһында үҙенең маҡсатына ынтылыуы, һөнәре тураһында күберәк белергә тырышыуы менән айырылып тора, транспортта эшләү өлкәһендәге ҡаҙаныштар хаҡында гәзиттә сыҡҡан мәҡәләләрҙе
       уҡый.
       Ул Стахановтың башланғысын илебеҙҙең тимер юлдарында беренсе булып паровоз машинисы Петр Кривоностың дауам
       итеүе хаҡында ла гәзиттән уҡып белә. Ул ауыр йөклө составтарҙы юғары тиҙлектә йөрөтөү буйынса рекорд ҡуя. Александр Гурин һәм уның дуҫтарынан торған комсомол
       бригадаһы Өфө тимер юлсыларының да рекорд ҡуя алыуын
       раҫлай.
       Ентекле әҙерләнгәндән һуң, Башҡортостанда беренселәрҙән
       булып, бригада Өфө - Кропачево - Өфө аралығын графикта күрһәтелгәндән тиҙерәк үтеүгә өлгәшә, яғыулыҡты экономиялай,
       ә составтың ауырлығы норманан 450 тоннаға күберәк була.
       Александр Гуриндың еңел ҡулынан тимер юлсылар араһында стахановсылар хәрәкәте башлана. Әммә ярышта һәр ваҡыт беренселекте А. Гуриндың ете паровоздан торған колоннаһы яулай. Журналист Михаил Дубровкин яҙыуынса, стахановсының колоннаһында поездарҙың тиҙлеге сәғәтенә 6 - 18 километрға
       арта, составтың ауырлығы норманан 250 - 500 тоннаға күберәк
       була, шул уҡ ваҡытта һәр паровозда яғыулыҡ экономияһы 28 - 30 тонна тәшкил итә. 1935 йылдың декабрендә А. Гуринды Куйбышев ҡалаһына саҡыралар, унда ул тимер юлсылар - стахановсылар алдында сығыш яһай. Слеттан һуң "На большом клапане" тигән брошюра сыға, унда Александр Георгиевич ауыр йөклө поездарҙы йөрөтөү тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
       Был брошюра тимер юлсылар музейында һаҡлана. 1936 йылдың 27 апрелендә баҫылған "Большевистская путевка" гәзите
       һаны ла шунда уҡ. Ундағы "Стахановсы Гурин" мәҡәләһендә түбәндәге һүҙҙәр бар: "Уға 30 йәш, әммә ул байтаҡҡа йәшерәк күренә. Юморға бай, мауыҡтырғыс итеп, комсомол ҡомары менән һөйләй... Хеҙмәт анкетаһы ябай... 1926 йылда Өфө ҡалаһында ФЗУ мәктәбен тамамлай. Шул ваҡыттан алып тимер юлында намыҫлы тир түгә..."
       Алда стахановсыны йондоҙло сәғәте көтә. 1936 йылда Башҡортостан советтарының унынсы ғәҙәттән тыш съезында Бөтә союз Советтарының Ғәҙәттән тыш һигеҙенсе съезына бер эшелон тәүге башҡорт бензины алып барырға хәл ителә. Был составты алып барыу хоҡуғына А. Г. Гуриндың комсомол - йәштә р бригадаһы эйә була.
       - 1936 йылдың 21 ноябре минең тормошомда айырым урын
       биләй, - тип хәтерләй стахановсы. - Өфөнөң вокзал яны майҙанында йырҙар яңғырағанын иҫләйем. Мин регуляторға
       тотонам, һәм поезд аҡрын ғына урынынан ҡуҙғала. Юл алыҫ һәм
       ауыр. Ул саҡта Өфө машинистарының маршруты Раевка
       станцияһы менән сикләнә ине, ә был юлы бер паровоз алмашһыҙ Мәскәүгә барып етергә тейеш. 24 ноябрҙә теүәл график буйынса Мәскәүгә килеп төштөк, унда беҙҙе баш ҡала заводтары вәкилдәре ҡаршы алды, бүләк өсөн рәхмәт
       белдерҙеләр. Был үҙ хеҙмәтебеҙ өсөн онотолғоһоҙ шатлыҡ һәм ғорурлыҡ минуттары булды.
       Башҡортостандың нефтселәр делегацияһы Советтар съезына рапорт бирергә тейеш. Мине делегация составында ҡалдырҙылар,
       ә иптәштәремде 1936 йылдың декабрендә ҡайтыу юлына оҙатып ҡ алдым".
       Съезда Александр Георгиевичҡа тәүге наградаһы - Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены тапшырыла.
       Беренсе Бөтә союз стахановсылар кәңәшмәһендә ҡатнашыуы
       ла мәңгегә Гуриндың хәтерендә ҡала. Кремлдә ул хәрәкәткә башланғыс һалыусы Стаханов, Кривонос, Евдокия һәм Мария
       Виноградовалар менән осраша, Сталинды, Орджоникидзены күрә.
       Өфөгә әйләнеп ҡайтҡас, Гуриндың хеҙмәт биографияһы дауам итә. Ул тәжрибәһе менән уртаҡлаша, йәштәрҙе составтар йөрөтөргә өйрәтә. Дим депоһын ойоштороусыларҙың береһе була. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, тағы ла паровоздар йөрөтә, үҙенең хеҙмәте менән бөйөк Еңеү көнөн яҡынайтыуға булышлыҡ итә. 1950 йылда 40 йыллыҡ яҡшы һәм аварияһыҙ эше өс өн Башҡортостандың беренсе стахановсыһы - тимер юлсы А. Г. Г урин Ленин ордены менән наградлана.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал