6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Башҡорт лагерҙары начальнигына бер нисә һорау
12.09.06


       Ниндәй осраҡтарҙа хөкөм ителгән кешене бер колониянан икенсеһенә күсереү рөхсәт ителә УДО буйынса иреккә сығыу мөмкинме Оло йәштәге хөкөм ителеүселәр өсөн "зонала" "льгота" ҡаралғанмы РФ Хөкөм ҡарарын үтәү федераль хеҙмәтенең БР буйынса баш идаралығы начальнигы Виктор Шалыгин ошо көндәрҙә граждандарҙы ҡабул итте. "БАШвестЪ" гәзите хәбәрсеһе лә үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән
       республиканың баш пенитенциарийына мөрәжәғәт итергә булды.
       СИЗО хаҡында
       2007 - 2016 йылдарға енәйәтселек - башҡарма системаһы үҫешенең раҫланған федераль программаһына ярашлы, илдә яңы т икшереү изоляторҙары төҙөү һәм булғандарын реконструкциялау планлаштырыла, улар иҫәбендә йәшәү шарттары буйынса халыҡ - ара стандарттарға тап килеүселәре л ә буласаҡ. Башҡортостанға килгәндә, беҙҙә лә яңы СИЗО төҙөүг ә мохтажлыҡ бар, тип таный Виктор Шалыгин.
       - Бөгөн республикала биш тикшереү изоляторы эшләй. Өфөнөң
       1400 кешегә иҫәпләнгән изоляторында 1600 кеше тотола. Уртас а алғанда, республика буйынса изоляторҙарға тейеш булғандан 1,3 процентҡа күберәк кеше урынлаштырыла, - тип билдәләне
       Шалыгин.
       Эшкә урынлаштырыу хаҡында
       - Иректә йәшәүселәр араһында ла эшкә урынлаша алмағандар етерлек булғанда, иректән мәхрүм ителеүселәр тураһында һөйләргә лә түгел! - тип ауыр һулай башҡорт лагерҙары начальнигы. - Ҡасандыр беҙ заводтар менән эшләй торғайныҡ, улар беҙгә үҙҙәрендәге берәй эшмәкәрлек төрөн тапшыра ине, ә
       хәҙер эшҡыуарҙарға беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итеү отошло түгел, элек улар бының өсөн һалымдарҙың ҡайһы бер төрөнән азат ителде, бөгөн иһә ундай нимә юҡ. Беҙ үҙаллы етештереү эштәре менән шөғөлләнергә тырышабыҙ, әлбиттә, тик улар барыһы ла бик аҙ ҡул көсө талап итә, шуға күрә колонияла эшк ә урынлашыу бөгөн ҙур проблема.
       Наркотиктар хаҡында
       - Иректән беҙгә наркомандар күп килә: 30 процент тирәһе булалыр, шуға күрә беҙҙең учреждениеларҙа наркотиктар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, булғылай, быға ҡайһы ваҡыт үҙ хеҙмәткәрҙәребеҙ булышлыҡ итә. Әммә сәнскеле тимер сыбыҡ
       артына наркотиктар намыҫһыҙ хеҙмәткәрҙәр ҡулы аша ғына үтә икән, тип раҫлау ярамай: ҡайһы бер осраҡта наркотиктарҙы
       адвокаттар йәки хөкөм ителеүселәрҙең туғандары тапшыра. Наркотиктарҙы беҙҙең территорияға ҡойма аша ырғытыу мөмкин т үгел: һәр колония тирәләй 50 метрлыҡ режим зонаһы булдырылған.
       Ҡасыуҙар хаҡында
       Шалыгин милиция изоляторҙарынан ҡасыу факттарына ( быйыл peqosakhj`k` ике осраҡ теркәлгән) комментарий биреп торманы.
       - Беҙҙең мөхиттә ундай хәлдәрҙе телгә алыу ҙа тыйыла, - т ип билдәләне ул. - Әлегә - тьфү, тьфү - ҡасыуҙарға юл ҡуймайбыҙ . Хәйер колонияларҙан ҡасыу осраҡтары булғылай. Хөкөм ителеүселәр күсмә объекттарҙа эшләй, һәм уларҙы, ғәҙәттә, бе р хеҙмәткәр оҙатып йөрөй.
       Ярҙам хаҡында
       - Граждандарҙан матди ярҙам ҡабул итәбеҙ: ғәҙәттә был
       төҙөлөш материалдары, шулай уҡ китаптар. Аҙыҡ - түлек менән
       беҙҙе етерлек күләмдә тәьмин итәләр, - тине Шалыгин. - Быны ң өсөн гражданға йәки ойошмаға ғариза яҙырға кәрәк, ул беҙҙе ң тарафтан ентекле тикшерелә.
       Белем алыу хаҡында
       - Беҙҙең бөтә колонияларҙа ла урта мәктәптәр бар, шулай уҡ
       бында эшсе һөнәре алырға мөмкин: хөкөм ителеүселәргә аттестат һәм диплом тапшырыла.
       Юғары белем алыуға килгәндә, белем биреүҙең дистанцион
       формаһы ла сессия ваҡытында студенттың һәм уҡытыусының
       туранан - тура контактын күҙ уңында тота.
       - Хөкөм ителеүселәрҙе колониянан ситкә сығарырға ярамай, ә
       уҡытыусылар бер - ике кеше өсөн генә килеп тормаясаҡ. 20 - 30 кешенән торған төркөм йыйыу ҙа мөмкин түгел, сөнки уҡытыу түләүле, - ти Шалыгин.
       Коммерция камералары хаҡында
       - Бер ваҡыт улар беҙҙә булып алды: ул саҡта бүленгән сред ство етмәй һәм хөкөм ителеүселәр өсөн йәшәү шарттары бик ала ма ине. Бөгөн иһә беҙҙә ундай камералар юҡ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал