6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Тағы ла чемпионаттар үткәрәбеҙ әле!
12.09.06


       Йәйге биатлон буйынса ун беренсе донъя чемпионаты хаҡында
       инде үткән заманда һөйләйбеҙ. Уны уңышлы һәм сифатлы итеп үткәреү өсөн ойоштороусыларға оҙаҡ һәм ентекле әҙерләнергә
       тура килде. Ярыштарға яҡшы формала килеү һәм юғары һөҙөмтәләр күрһәтеү маҡсатында спортсылар ҙа оҙаҡ әҙерләнде.
       Көрәш барышын тамашасылар ҙур тулҡынланыу менә күҙәтте. Үткән чемпионат биатлон тарихында, республикабыҙ тарихында ниндәй эҙ ҡалдырасаҡ һуң
       Юлиә Миңлебаева, тамашасы:
       - Өфөлә үткән донъя чемпионатына килгәс, уның күләменә хайран ҡалдым. Ошондай ҙур саралар үтәрә алыуына туған республикам һәм яҡташтарыбыҙ - айырыуса Максим Чудов, Татьяна Зевахина өсөн ҙур ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм.
       Чемпионат барышында спортсылар өсөн "көйөүҙән" тыш, ҡыҙыҡлы күргәҙмәләр менән дә танышырға мөмкин ине ( мәҫәлән, бал, массаж карауаттары һәм башҡалар). Был донъя чемпионатынан минең күңелемдә иң йылы тәьҫораттар ҡалды! Барыһынан тыш, ул Башҡортостан халҡының сәләмәтлегенә, спорт менән шөғөлләнеүгә иғтибары артыуына, яңы талантлы спортсылар үҫеүенә булышлыҡ итер, тип ышанам.
       Юлиә улы Артур һәм ҡыҙы Сабина менән, көйәрмәндәр:
       - Донъя чемпионаты миңә бик ныҡ оҡшаны. Балалар спортсыларҙың атыуын һәм ҡарһыҙ ҙа саңғыла шыуыуҙарын таң ҡалып ҡараны.
       Лия ( ярыштарға билеттар һатыусы):
       - Чемпионат иң юғары кимәлдә үтте!
       РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты курсанттары төркөмө:
       - Беҙ был чемпионатта тәртип һаҡланыуын тәьмин итергә тей еш инек. Эш еңел түгел, әлбиттә, уның ҡарауы ярыштар шәп булды...
       Әлмир Сибәғәтуллин, фотохәбәрсе:
       - Эш бик күп булды. Трассала ла, атыу урынында ла, матбуғ ат конференцияһында ла төшөрөп өлгөрөрөгә кәрәк Ирҙәр һәм ҡатын - ҡыҙҙар менән бергә йәштәр араһында ла ярыштар ойошторолоуы мөһим, киләсәктә спорт йондоҙҙары кем буласағын да белдек...
       Моделдәр студияһында шөғөлләнеүсе ҡыҙҙар:
       - Беҙ бөтә өфөлөләр кеүек үк, Максим Чудов өсөн "ауырыныҡ ". Һәм ул беҙҙең өмөттәрҙе аҡланы! Наградлау тантаналарында
       ҡатнашыуыбыҙ беҙҙең өсөн оло хөрмәткә тиң булды.
       "Евровидение" (Мәскәү) телетапшырыуҙар компанияһы хеҙмәткәрҙәре:
       - Телевизион трансляцияларҙы алып барыуы ҡыйын булманы. Улар бер тотҡарлыҡһыҙ 51 илдә 18 телдә үтте. Бында бик яҡшы
       әҙерләнгәндәр.
       Һуңғы матбуғат конференцияһында ла, ярыштарҙы ябыу тантанаһында ла йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатының
       йомғаҡтары хаҡында һүҙ барҙы. Ярыштарҙың төп судьяһы, халыҡ
       - ара категориялы судья, Рәсәй һәм СССР - ҙың атҡаҙанған
       тренеры Михаил Ткаченко судьяларҙы чемпионаттың саңғы - роллерҙарҙа үтеүе борсоуын билдәләне - был осраҡта спортсыларҙың йәрәхәт алыу ихтималлығы юғары:
       - Әммә барыһы ла яҡшы үтте. Өфө донъя биатлоны тарихына бына тигән ойоштороусы булараҡ та инде.
       Матбуғат конференцияһы дуҫтарса мөғәмәләлә үтте. Халыҡ - ара биатлонсылар ассоциацияһы, БР Физик культура, спорт һәм
       туризм министрлығы етәкселәре һәм вәкилдәре чемпионатты Башҡортостандың баш ҡалаһында үткәреү тураһындағы ҡарарҙың н исек ҡабул итеүен хәтергә төшөрҙө.
       - Был почетлы миссияны беҙгә тәүәккәлләп тапшырҙылар, - т ип хәтерләй БР Биатлон федерацияһы етәксеһе Энгельс Ҡолмөхәмәтов. - Был етди эшкә "Биатлон" спорт - һауыҡтырыу комлексын яҡшыртыу өсөн дә тотондоҡ. Һөҙөмтә булараҡ - бына тигән стадион, һәйбәт трассалар. Хәҙер комплексҡа саңғы уҙыштары һәм биатлон буйынса ҡышҡы чемпионаттар үткәреүгә
       категория алырға ваҡыт.
       Чемпионат дауамында матбуғат үҙәгенең эшен көйләүсе IBU вәкиле Янез Водичар ойоштороусыларҙың эшен маҡтаны:
       - Минең тулыһынса ҡәнәғәт булыуым һирәк осрай торған хәл. Әммә бында барыһы 100 түгел, 105 процентҡа уйланылған. Рәхмәт, рәхмәт, рәхмәт! Бындай коллектив менән тағы ла чемпионаттар уҙғарырға була.
       Башҡортостанда яңы спорт саралары үткәреү буйынса етди пландар хаҡында ла һүҙ алып барылды. Физик культура, спорт һәм туризм министры Владимир Самородов февраль айында беҙҙә спидвей һәм көрәш буйынса донъя чемпионаттары үтәсәген белдерҙе, ә ошо көндәрҙә 2007 йылдың мартында йәштәр араһында хоккей буйынса донъя чемпионатын уҙғарыу тураһында тәҡдим килгән.
       Нефтселәр һарайында ярыштарҙы ябыу тантанаһында БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары Илдус Илешевтың өс те лдә - инглиз, урыҫ һәм башҡорт телдәрендә әйткән һүҙҙәре быны тағы бер тапҡыр раҫлау булып яңғыраны:
       - Өфө үҙенең бурысын тулыһынса үтәгәндер, тип уйлайым. Ҡышҡы ярыштарҙы ла шатланып ҡабул итәсәкбеҙ!..
       Артабан Биатлонсыларҙың халыҡ - ара федерацияһының беренсе вице - президенты Александр Тихонов сығыш яһаны. Бөйөк спортсы ойоштороусыларҙы һәм тамашасыларҙы йылы һәм ҡунаҡсыл ҡабул итеүҙәре өсөн тәбрикләне.
       Тантананың һуңғы минуттарын тамашасылар аяғүрә баҫып ҡаршы алды. Өфө символик "эстафета таяғын" - башҡорт гөлләмәһе һәм Биатлонсыларҙың халыҡ - ара ассоциацияһы
       флагын Эстонияға, киләһе чемпионат үтәсәк Отепя ҡалаһына тапшырҙы
       Байрам кисәһе Светлана Арғынбаева һәм Рафаэль Рәхмәтуллин
       башҡарыуында "Биатлонға мәҙхиә" гимны менән тамамланды.

Александр Фатиев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал