6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Беренселекте бирмәнек
11.09.06


       Йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты аҙағына ла
       яҡынлашты. Нефтселәр һарайында сараны ябыу тантанаһы үтә -
       сәхнәгә данлыҡлы совет биатлонсыһы, дүрт тапҡыр Олимпия чемпионы, 13 тапҡыр донъя чемпионы исемен яулаусы, Халыҡ - ара биатлонсылар союзының беренсе вице - президенты Александр Тихонов күтәрелә. Уның күкрәген яуланған миҙалдары
       биҙәй.
       - Бер йылдан донъя биатлонына 50 йыл була. Һәм уның бөтә тарихында Өфөлә үткән ярыштар менән сағыштырырлығы булманы. "Биатлон" спорт комплексы - донъяла иң яҡшыларҙың береһе. Саңғы роллерҙары өсөн эшләнгән трасса - иң шәбе. Ойоштороусылар бик ҙур эш башҡарған, спортсылар - бар көсөн биреп еңергә тырышты. Барыһына ла бик ҙур рәхмәт! Әммә рәхмәттең иң ҙурыһы - стадион тулы булған көйәрмәндәргә.
       Бында ярышҡа килмәгән спортсылар үкенһен әйҙә. Мин хатта Өфө менән хушлашырға ла теләмәйем!
       Һәм Тихонов тамашасылар залын ололап баш эйҙе. Бынан да ҙурыраҡ маҡтауҙың булыуы ла мөмкин түгел!
       Ял көндәрендә "Биатлон" комплексы саңғы роллерҙарындағы стартты ҡабул итте. Беренсе сиратта Максим Чудовтан бөйөк ҡаҙаныштар көтөлдө, әлбиттә.
       Лидерҙар өсөн ориентир ролен 11 - се булып стартҡа баҫҡан рәсәйле Василий Хвостунов уйнаны. Ул тәүге атыуҙа бер хата л а ебәрмәне. Ҡалғандар берәр тапҡыр сәпкә яҙа атты.
       Тәүге атыуҙан һуң алға Максим Чудов сыҡты ( 8: 37.9), уны ң артынан Филипп Шульман килә ( +7.5). Өсөнсө һөҙөмтә - чех Ондрей Моравецта ( +8.8). Уларҙың һәр береһенә берәр штраф
       әйләнәһе үтергә тура килде.
       "Стойкала" Хвостунов менән Моравец идеаль мәргәнлек күрһәтте. Әммә чехтың тиҙлеге шәберәк булды һәм ул рәсәйлене
       41.8 секундҡа артта ҡалдырҙы.
       Икенсе атыуҙа Чудов ике хата ебәрҙе һәм лидер Моравецҡа 2 2 секундҡа биреште. Шульман шулай уҡ теүәллек күрһәтә алманы
       - ике штраф әйләнәһен үткәндән һуң, ул лидерҙан 49.1 секунд ҡа ҡалышып, алтынсы позиция биләне.
       Күптәр Чудовтың Моравецты ҡыуып етеренә өмөт өҙгәйне инде . Спринттың һуңғы өлөшөндә 22 секундҡа артта ҡалыу - бик күп . Әммә Өфө районы Михайловка ауылы егетен юҡҡа ғына "ракета"
       тип йөрөтмәйҙәр бит. Максим чехты ҡыуып үтте һәм 25.04.9 (1 +2) һөҙөмтәһе менән йәйге биатлон буйынса донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды. Ондрей Моравец - икенсе, +5.4 (1+0). Өсөнсө урын Словакиянан Данило Коделеға эләкте, + 31.2.
       Юниорҙар араһында бөтә миҙалдар ҙа рәсәйлеләр ҡулында: беренсе урын - Павел Магазеев, икенсе - Дмитрий Блинов, өсөнсө - Марсель Шәрипов.
       Рәсәй көйәрмәндәре төп өмөттәрен көслө биатлонсы, ҡышҡы
       биатлон буйынса ике тапҡыр донъя чемпионкаһы Светлана
       Черноусоваға бағланы. Тәүге атыуҙан һуң ул алға сыҡты, әммә
       һуңынан ике тапҡыр сәпкә яҙа атып, артҡа тәгәрәне.
       Икенсе өлөштә яҡшы тиҙлек күрһәтеп, Черноусова тағы ла
       еңеүгә дәғүә итеүселәр сафына баҫты. Әммә был исемде яулай алманы - ҡатын - ҡыҙҙар араһында һуңғы булып стартҡа баҫҡан Наталья Бурдыга ятҡан килеш атыуҙа бер генә хата ебәреп, 21:
       14.5 (1+0) һөҙөмтәһе менән донъя чемпионкаһы исеменә лайыҡ булды. Светлана Черноусова - икенсе. Бронза миҙал тағы бер рәсәйле - Марина Борчуковаға эләкте.
       Ҡыҙҙар өлкәндәргә яҡын һөҙөмтәләр күрһәтеп, бына тигән
       сығыш яһаны. Үҫмер ҡыҙар араһында еңеүсе Башҡортостан ҡыҙы Татьяна Зевахина үҙенең һөҙөмтәләре буйынса ҡатын - ҡыҙҙар араһында бронза миҙал яулай алыр ине. Шулай итеп, беренсе урында Татьяна Зевахина (Рәсәй), Валентина Семеренко
       - икенсе (Украина), өсөнсө баҫҡыста Анна Пантелеева (Рәсәй) .
       Ир - аттар араһында эҙәрлекләү ярышында беренсе булып стартҡа Максим Чудов баҫты. Ул башта юғары тиҙлек
       күрһәтмәйенсә, артынан килгән Ондрей Моравецҡа айырманы биш секундҡа ҡыҫҡартырға мөмкинселек бирҙе. Тәүге атыуҙа улар икеһе лә берәр хата ебәрҙе һәм трасса буйлап бергә
       барыуҙарын дауам итте.
       Икенсе атыуҙа Моравец сәпкә дүрт тапҡыр тейҙерә алманы һәм призлы урын өсөн көрәштән төшөп ҡалды. Чудов бер тапҡыр ғына яҙа атты һәм тәүге ике һыҙыҡты хатаһыҙ үткән поляк
       Кшиштов Плывачикты алға үткәрҙе.
       Беренсе "стойкала" Чудов һәм Плывачик берәр тапҡыр сәпкә яҙа атты. Польша вәкиле элеккесә бер аҙ алда килә. Ошо уҡ ут һыҙығында Шульман да ике тапҡыр хата ебәреп, көрәштән сыҡты.
       Дүртенсе атыу хәл иткес роль уйнаны. Плывачик һәм Чудов берәр тапҡыр хаталанды, әммә Максим үҙенең тиҙлеген
       "тоҡандырҙы" һәм алға ташланды. Финишҡа ул эҙәрлекләүсене 3 5.9 секундҡа артта ҡалдырып барып етте һәм йәйге биатлон буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы исемен яуланы. Икенсе урында - Кшиштов Плывачик. Спринтта был биатлонсы бишенсе урында ине. Бронза миҙалға Максим Соковнин лайыҡ булды.
       Юниорҙар араһында бөтә миҙалдарҙы ла йәнә рәсәйлеләр
       яулай ала ине, әммә хаталар үҙенекен итте. Үҫмер егеттәр
       араһында эҙәрлекләү ярышында иң көслө алтауҙың йомғаҡлау хәле түбәндәгесә: беренсе - Андрейс Расторгуевс (Латвия), икенсе - Марсель Шәрипов ( Рәсәй), өсөнсө - Петр Градецкий (Чехия).
       Биатлон буйынса йәйге чемпионаттың һуңғы старты. Беренсе
       булып ҡатын - ҡыҙҙар араһында эҙәрлекләү ярышына рәсәйле Наталья Бурдыга сыға. Спринт буйынса донъя чемпионкаһының атыу йәһәтенән эше уңмай. Өс хата - һәм ул бишенсе урынға төшә. Юниорҙар спринтында еңеүсе өфөлө Татьяна Зевахина алға сыға, ул ятҡан килеш атыуҙы хатаһыҙ башҡара.
       Икенсе ут һыҙығында ике чемпионка ла берәр тапҡыр сәпкә яҙа ата. Зевахина алда барыуын дауам итә, Бурдыга 7.6 секундҡа артта ҡала. Өсөнсө позицияла украинка Валентина Семеренко килә.
       Өсөнсө өлөштә Зевахина бер тапҡыр яҙа атып, бишенсе позицияға күсә. Наталья Бурдыга бөтә сәптәрҙе лә ҡаплай һәм лидерлығын юғалтмай. Уның артынан спринтта 13 - сө урын
       биләүсе рәсәйле Елена Давгуль йүгерә.Өсөнсө урын элеккесә Валентина Семеренкола.
       Финишҡа тиклем Наталья Бурдыга Елена Давгулде арта ҡалдыра һәм ҡатын - ҡыҙҙар араһында 33:51.5 һөҙөмтәһе менән еңеүгә өлгәшә. Икенсе урында - Давгуль. Өсөнсө урынды Светлана Черноусова биләй.
       Үҫмер ҡыҙҙар араһында уҙыш һөҙөмтәләре: 1. Татьяна Зевахина
       (Рәсәй), Олена Пидхрушна ( Украина). 3. Валентина Семеренко
       ( Украина).
       Рәсәйҙең йыйылма командаһы был чемпионатта 32 миҙал яуланы - 14 алтын, ете көмөш, 11 бронза. Украиндарҙа алты миҙал (0+ 4+2), Белоруссия вәкилдәрендә - биш ( 2+1+2), чехтарҙа - дүр т (0+2+2), Үзбәкстан спортсыларында - ике ( 1+1+0). Латвия бер
       алтын миҙалға, Польша - бер көмөш миҙалға, Словения - бер бронза миҙалға байыны.
       Йәйге биатлон буйынса киләһе чемпионат 2007 йылда Эстоонияның Отепа ҡалаһында үтәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал