6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Инглиз экотуризмы беҙҙең студенттар күҙлегенән
11.09.06


       Илебеҙҙә "экологик туризм" төшөнсәһе һаман да сәйерерәк яңғырай. Ә Австралия, Финляндия йәки Англияла ялдың был төрө
       ғәҙәти күренеш. WWF Урал проекты ярҙамында уның администраторы Игорь Яцкович менән Бөйөк Британияға барып
       ҡайтҡан студенттарыбыҙ быға тағы бер тапҡыр инаныуы тураһында белдерә.
       Нимә һуң ул экологик туризм АҠШ Экотуризм йәмғиәте биргән аңлатма түбәндәгесә яңғырай:"сағыштырмаса кеше аяғы б аҫмаған тәбиғәт буйлап экологик система бөтөнлөгөн
       боҙмайынса сәйәхәт итеү, был территорияның тәбиғи һәм
       мәҙәни - этнографик үҙенсәлектәрен төшөнөү. Экотуризм тәбиғәтте һаҡлауҙы урындағы халыҡ өсөн отошло итеүсе
       иҡтисади шарттар тыуҙыра".
       Беҙҙең экологтарҙың тәьҫораттары буйынса фекер йөрөткәндә , томанлы Альбионда, дөрөҫөрәге ике милли парк - Лейк Дистри кт һәм Йоркшир Дэйлз парктарында был ҡыҫҡа ғына билдәләмә ярайһы уҡ аныҡ сағылыш таба. Бында экологик туризм ауыл хужалығы менән бергә алып барыла.
       Тимур Әбдүков, БДАУ, урман хужалығы факультетының өсөнсө курсы студенты.
       - Бөйөк Британияла милли парктарға идара итеү системаһы һ әм уларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу ысынлап та иғтибарға лайыҡ . Бында агротуризм, экотуризм һәм тәбиғәтте тергеҙеү система һы бер - береһен тулыландырып килә.
       Ауыл хужалығы килемһеҙ эшләүенә ҡарамаҫтан, Бөйөк Британия
       хөкүмәте уны ярҙамынан ташламай. Үҙ сиратында агротуризм бөгөн милли парктарҙың биҙәгенә әйләнгән, был туристарҙы йәлеп итергә һәм уларға илдең барлыҡ милли йолаларын тойорға
       ярҙам итә. Экотуризм милли парктарҙа юлдар селтәре, мәғлүмә т пункттары үҫешеүенә булышлыҡ итә, һәр ауылда отелдәр бар,
       уларҙа хужалар ҡунаҡтарҙы инглиз ауылының көнкүреше менән таныштырыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.
       Тәбиғәтте тергеҙеү системаһы бында тәбиғәтте үҫтереүҙе пропагандалауҙан башлана. Күп һанлы брошюркалар, өйрәтеү программалары сығарыла. Урман хужалығында ҙур селекция эше а лып барыла, был 30 йыл эсендә урман паркын яңыртырға ярҙам и тә.
       Ландшафт дизайнына ҡағылышлы ла өйрәнерлек темалар етерлек. Барыһы ла шул тиклем төптән уйланылған, хатта һәр б ер ауыл йортонда рәссам йәшәйҙер, тигән тәьҫорат ҡала.
       Гөлшат Хәйҙәрова, БДУ - ның Хоҡуҡ институты, икенсе курс
       студенткаһы.
       - Ысынбарлыҡта инглиздар бик һаҡсыл. Улар ерҙең һәр бер киҫәгенең ҡәҙерен белә. Был һоҡландыра ла, уйға ла һала.
       Йоркшир графлығын тотороҡло үҫтереү буйынса комиссия ағзаһы Элис Оуэн кеүек тәжрибәле белгестәр үткәргән семинарҙарҙа беҙҙең студенттар тәбиғәт ресурстарын һөҙөмтәле  файҙаланыу - "яҡты йәшел киләсәк" концепциялары менән танышҡан. Бының өсөн үҙенсәлекле фекер йөрөтөү алымдары - "фактор 4 һәм фактор 10", "Бишектән бишеккә" - файҙаланылған . Һуңғыһы, Тимур аңлатыуынса, кешенең тәбиғәттән тыш йәшәй
       алмауына ҡоролған. Һәм быны ни тиклем тиҙерәк аңлаһаҡ, homo
       sapiensҡа ла, тәбиғәт - әсәбеҙгә лә шул тиклем үк еңелерәк буласаҡ.
       Йәш экологтар эшләгән төп һығымта ( әйткәндәй, улар араһында төрлө һөнәр буйынса уҡыусылар бар) - экотуризмды
       һәр урында булдырыу мотлаҡ. Һәм улар менән килешмәүе мөмкин түгел. Илебеҙҙең күп кенә райондары өсөн был ҙур
       проблеманы хәл итеүҙең берҙән - бер юлы, ул ике яҡҡа ла зыя н
       килтермәйенсә, кеше һәм тәбиғәттең мәнфәғәттәрен
       берләштерергә мөмкинселек бирәсәк. Экологик туризм был йәһәттән эш урындары, халыҡтың тотороҡло юғары килемен һәм т өбәктәрҙең ҡырағай тәбиғәтен имен көйө һаҡлауҙы тәьмин
       итеүҙең уникаль ысулын тәҡдим итә.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал