6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Теркәү процедураһы ябайлаштырылды
11.09.06


       Беренсе сентябрь уҡыусылар өсөн генә түгел, дача хужалары
       өсөн дә мөһим көнгә әйләнде. Беренсе сентябрҙән башлап "Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың күсемһеҙ милектең айырым объекттарына хоҡуҡтарын ябайлаштырып теркәү
       мәсьәләһе буйынса ҡайһы бер закон сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында" законы үҙ көсөнә инде. Был закон Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа 2005 йылғы Мөрәжәғәтнамәһендәге граждандарҙың мөлкәтен легалләштереү һә м күсемһеҙ милектең айырым объекттарын теркәү процедураһын ябайлаштырыу буйынса ҡуйған бурысына яуап булып яңғыраны.
       Быйылғы йылдың беренсе сентябренән башлап башҡарма власть органдары был мәсьәләне ҡануниәт нигеҙендә хәл итә ала.
       Яңы закон Рәсәйҙә йәшәүселәргә документтары булмаған йәки
       улар закон талаптарына яуап бирмәгән күсемһеҙ милек объекттарына хоҡуҡтарын легалләштереү мөмкинселеген бирә. Атап әйткәндә, закон граждандарға Ер кодексының үҙ көсөнә инеүенә (йәғни 2001 йылдың 30 октябренә тиклем) тиклем дача
       йәки ярҙамсыл хужалыҡ, баҡсасылыҡ һәм шәхси торлаҡ төҙөү өсөн бирелгән ер участкаларына хоҡуғын теркәүҙең ябайлаштырылған тәртибен билдәләй.
       Ер участкаларын дәүләт теркәүе бөгөндән башлап һәм 2010 йылға тиклем ( ул саҡта "дача амнистияһы" тураһындағы закон ғәмәлдән сығасаҡ) хоҡуҡты билдәләүсе ниндәй ҙә булһа документ нигеҙендә башҡарыласаҡ. Әгәр ҙә документ юҡ икән,
       теркәү өсөн хужалыҡ кенәгәһенән алынған күсермә лә етә.
       Күсермәне урындағы үҙидара органдары бирә. Быға өҫтәп участканың кадастр планын күрһәтеү кәрәк буласаҡ. Юҡ икән - төҙөргә кәрәк. Әйткәндәй, ергә документтар әҙерләгәндә йыш
       ҡына ер майҙанының документта күрһәтелгәнгә ҡарағанда
       күберәк булыуы асыҡлана. Теркәүселәр әйтеүенсә, быны төҙәтеүе ҡыйын түгел, яңы теркәү документтарында дөрөҫ майҙан күрһәтеләсәк. Әммә был ер участкаһының реаль майҙаны республика нормаһынан артыҡ булмаған осрағында ғына мөмкин (
       алты сутыйҙан 15 сутыйға тиклем). Унан да күберәк булған осраҡта теркәүселәр һорауҙы индивидуаль тәртиптә хәл итергә әҙер.
       Баҡсалағы йортҡа, гаражға йәки мунсаға милекселек хоҡуғын
       теркәү өсөн раҫланған формалағы декларацияны тултырырға кәрәк. Бөтәһе алты графа: объект урынлашҡан адрес, объекттың
       исеме, тәғәйенләнеше, күсемһеҙ милек объекты урынлашҡан ер участкаһының кадастр номеры, техник һүрәтләнеше һәм объекттың эйәһе тураһында мәғлүмәттәр.
       Шәхси торлаҡ йорттарҙы шулай уҡ ябайлаштырылған тәртип буйынса теркәргә мөмкин. Быйылғы йылдың сентябренән башлап т өҙөлгән йортҡа хоҡуҡтарыңды раҫлау өсөн бары тик техпаспорт,
       ер участкаһына документ һәм уға кадастр планы ғына кәрәк.
       Федераль теркәү хеҙмәтенең БР буйынса төп идаралығы етәксеһе Светлана Кудряшова әйтеүенсә, әлегә тиклем документтарҙы теркәү процедураһы был тиклем ябай булғаны юҡ ине әле. Яңы ҡануниәт буйынса теркәү өлкән кешеләргә лә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаясаҡ. Һорауҙар барлыҡҡа килгән осраҡта, 37 - 35 - 41 номеры буйынса шылтыратып асыҡларға мөмкин.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал