6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Адмирал Ушаковтың дан елкәндәре
11.09.06


       11 сентябрь - Рәсәйҙең хәрби даны көнө. Был дата адмирал Федор Федорович Ушаков ( 1745 - 1817) етәкселегендәге урыҫ
       флотының 215 йыл элек төрөк эскадраһын еңеүе хөрмәтенә билдәләнә.
       Урыҫ православие сиркәүе адмирал Федор Ушаковты изгеләр
       иҫәбенә индерә. 2006 йылдың авгусында Саранск ҡалаһында Федор Ушаков хөрмәтенә собор һәм һәйкәл асыла.
       Күренекле урыҫ диңгеҙсеһенә арналған "Адмирал Ушаков" китабының авторы - яҙыусы Леонтий Раковcкий. Унда һүҙ Ҡара диңгеҙ флоты тарихы хаҡында ла бара.
       Ҡара диңгеҙ флоты ауыр шарттарҙа төҙөлә: бер ҡул менән төҙөргә, икенсеһе менән дошмандарға ҡаршы торорға тура килә.
       Оҫталар, аҙыҡ - түлек, снарядтар алыҫ губерналарҙан килтере лә. Ҡара диңгеҙ флоты һуғыштарҙа сыныға.
       Йәш төрөк солтаны Сәлим өсөнсө үҙенең дуҫы һәм ҡәйнеше Хөсәйенде диңгеҙ министры итеп тәғәйенләй. Хөсәйен Ҡырымды у рыҫтарҙан тартып алырға ант итә. Алда ҙур алыш көтә.
       Адмирал Ушаков үҙенең флотилияһы менән дошманды Керчен ҡу лтығында көтә. Ул күҙәтеү торбаһы аша Анапа яғынан күҙен ҡалмай. Бына сигнал биреүсенең тулҡынаныуы һиҙелә: "Төрөктәр , төрөктәр..." Ушаков тыныс ҡына линияны һул галсҡа теҙергә ҡуша. Дошманды күреп өлгөргән төрөктәр шулай уҡ ашығыс рәүештә линияға теҙелә башлай. Хөсәйен беренсе булып ут аса.
       - Фрегаттарға резервҡа сығырға! - тип команда бирә Ушаков .
       Алты фрегат линиянан сыға.
       Был ғәҙәти булмаған маневрҙың бер хәйләһе бар: әгәр Хөсәй ен урыҫтарҙың ҡыҫҡарған линияһын һул флангынан баҫып алырға уйлай икән, ул мотлаҡ яҡын килергә тейеш. Был урыҫтар өсөн отошло, сөнки уларҙы артилерияһы төрөктәрҙеке кеүек йыраҡҡа ата алмай.
       Ҡапыл ел йүнәлешен үҙгәртә. Ушаков был үҙгәреш менән файҙаланып ҡалырға ашыға. Ул үҙенең карабын алға сығара һәм беренсе булып һөжүмгә ташлана. Был бөтөнләй диңгеҙ алышы ҡағиҙәләренә тап килмәй.
       - Был нисек һуң - тип һаман да адмиралдың маневрын аңламай флаг - капитан.
       - Ә бына нисек! Хәҙер күрерһең! - тип йылмая Ушаков. - Ут асырға!
       Туптар шартлауына ағас һынған тауыш өҫтәлә: төрөктәрҙең юғары рангоуты ҡойолоп төшә. Залптар араһында төрөктәрҙең йән өҙгөс тауыштары ишетелә. Ушаковтың көтөлмәгән
       маневрынан улар юғалып ҡала. Һәм төрөк флоты бер ҙә ҡаршылашмайынса тип әйтерлек ҡасыу яғын ҡарай.
       - Бына күрәһегеҙме, төрөктәргә ел дә, инглиз туптары ла я рҙам итә алманы! - ти Ушаков.
       Ул диңгеҙҙә еңеүгә өлгәшеүҙең матростарҙың ҡыйыулығы һәм сыҙамлығына бәйле булыуын яҡшы аңлай. Ушаков һәм уның менән бергә диңгеҙ гиҙеүселәр тураһындағы китап - урыҫ характеры тураһында һөйләй. Л. Раковский унда көслө, Ватаны н өҙөлөп һөйгән, урыҫ флотына тоғро кешеләр тураһында яҙа. Китабында ул төрөктәргә ҡаршы алыштарҙың ни тиклем ауыр булыуын һүрәтләй. Сөнки төрөк флотында караптар байтаҡҡа күберәк булыуы билдәле. Хөсәйен солтанға Ушак - пашаны язаларға вәғәҙә бирә. Әммә Ушаков дошман флотилияһын тулыһынса тар - мар итә һәм Севастополде сит ҡулдарға бирмәй . Ушаков Калиакрия мороно эргәһендә төрөк эскадраһын юҡҡа
       сығарғандан һуң, Төркиә ашығыс рәүештә килешеү һорап мөрәжәғәт итә. 1791 йылдың 29 декабрендә ҡул ҡуйылған килешеү буйынса урыҫ дәүләте сиге Днестрға тиклем көньяҡ - көнбайышҡа күсә. Кавказда Кубань йылғаһы буйлап сик тергеҙелә. Төркиә Грузияға дәғүә итеүҙән баш тарта, Ҡырым һә м Украинаның көньяғы Төркиә хакимлығынан азат ителә.
       Рәсәйҙең Ҡара диңгеҙгә сығыу юлы асыла.
       Бөйөк диңгеҙсенең һуңғы йылдары һөргөндә үтә. 1807 йылда адмирал Ушаковты хеҙмәтенән бушаталар. Ул Тамбов губернаһында йәшәй. 1817 йылдың икенсе октябрендә вафат була.
       Өфөлә Ушаков урамы бар. Башҡортостандың күп кенә яугирҙары Ушаков исемендәге орден менән наградланған. Улар араһында өфөлө вице - адмирал Юрий Федорович Ралль дә бар.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал