6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Мәрхүмдәр тереләргә ярҙам итә
08.09.06


       Ғалимдарға йөҙгә яҡын төрлө фобиялар булыуы мәғлүм. Уларҙың бик һирәк осрай торғандары ла бар, мәҫәлән, болоттарҙан, кешеләргә ҡағылыуҙан, өрәктәрҙән ҡурҡыу... Һуңғыһы фазмофобия тип атала, һәм, ул, бәлки, кемгәлер балалар фантазияһы йәки ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ булып күренеүе
       мөмкин. Әммә, баҡһаң, барыһы ла ысынбарлыҡтан алыҫ түгел
       икән...
       "Аңлатып булмай, әммә факт" тапшырыуын алып барыусы Сергей Дружконы Өфөгә нәҡ ошо феномен - Башҡортостандың
       баш ҡалаһында фазмофобия осрағы алып килгән. Үҙ - ара килешмәйенсә, уға бер юлы бер нисә кеше - БР Милли музейы хеҙмәткәрҙәре - шылтыратҡан һәм уларҙа өрәк пәйҙә булыуы
       хаҡында хәбәр иткән. Улар был хәлде телефондан ентекләп тасуирлауҙан баш тартҡас, Сергей үҙе тикшереү үткәрергә була . - Башҡортостан минең өсөн Рәсәйҙең иң ҡыҙыҡлы төбәктәрен ең береһе, - тип белдерҙе ул журналистар менән һөйләшеү ваҡытында. - Һеҙҙең төбәк - йомаҡ һәм паранормаль күренештәр
       сығанағы. Һуңғы дүрт айҙа беҙҙең төркөм бында дүрт сюжет төшөрҙө, һәм бының менән дә туҡтап ҡалмаҫбыҙ, моғайын.
       Сергей "эш буйынса" төбәктәр буйлап йөрөүе, төрлө кешеләр
       менән осрашыуы, төрлө тарихтар ишетеүе хаҡында һөйләне. Һуңынан инде уларға ышанырғамы, юҡмы икәнлеген хәл итә.
       Өфө тураһында Дружко күп нимә белә. Шул иҫәптән Аксаков музйында йыш ҡына пәйҙә булған һәм ҡарауылсының ҡотон алған билдәле яҙыусы Сергей Тимофеевич Аксаковтың ҡартатаһының өрәге хаҡында ла хәбәрҙар. Дөрөҫ, әлегә беҙҙең төркөмдө саҡырғандары юҡ, ти Сергей. Музей директоры "нормаль һәм аныҡ фекер йөрөтөүсе кеше". Ул өрәктәргә ышанмай һәм исеме н индәйҙер шәүләләрҙең исеме менән бергә телгә алыныуын теләмәйҙер, күрәһең. БР Милли музейы иһә был турала төптө икенсе ҡарашта тора. Унда Сергей Дружконы түҙемһеҙлек менән көтәләр. Музейҙың күп кенә хеҙмәткәрҙәре өрәк менән йөҙгә - йөҙ осрашҡан, тиҙәр.
       Был хәл нимәнән башлана Өфө археологы Илфир Ҡадиров ҡаҙыныу эштәре ваҡытында боронғо сармат ҡатын - ҡыҙы ҡәберенә тап була. Ул һөйәктәрҙе өйөнә алып ҡайтып йыуа һәм
       музейға тапшыра. Шул ваҡыттан алып музей хеҙмәткәрҙәре күҙенә бер нисә тапҡыр залдар буйлап йөрөүсе йәшел кейемдәге
       ҡатын - ҡыҙ өрәге салына.
       - Мин бында кисә генә килдем, өс тәүлек йоҡламағанмын, һә м крайҙы өйрәнеү музейындағы өрәк хаҡындағы сюжет әлегә эшләнмәгән, - ти Дружко. Был һүҙҙәрҙең хаҡлығына шикләнергә
       урын булһа ла, беҙ ышандыҡ. Бер ҙә өс тәүлек йоҡламаған кешегә оҡшамаған ул. Төҫ - ҡиәфәте бына тигән, арыуы ла һиҙелмәй. Журналистарҙың шикләнеүен күргән Сергей үҙенең хәлен былай тип аңлатты:
       - Миңә "алтын тамырҙың" үҙенсәлекле төнәтмәһе ярҙам итте,
       тик ул аптекаларҙа һатылғандан айырыла... Уны бик шәп кеше,
       тәбиғәтте аңлау һәм уның менән аралашыу һәләтенә эйә булған
       Хөсәйен Табиб эшләне. Хөсәйен Табиб - ҙур талант эйәһе: ул Өфө янында йәшәй, дарыу үләндәрен баҡсаһында ла үҫтерә, урманда ла йыя. Ул һуҡырға күреү һәләтен ҡайтарыу, телһеҙҙе һөйләштереү, бөйөрҙәге таштарҙы иретеү ҡулымдан килә, тип ышандыра. Һәм быларҙың барыһы ла үләндәр ярҙамы менән башҡарыла. Хөсәйен Табиб әҙерләгән төнәтмәләрҙең рецебы уға ғына мәғлүм. Һәм уға йыш ҡына үҙенең һәләте менән кешеләргә ярҙам итергә тура килә. Мәҫәлән, бер тапҡыр самолетта Табиб инде үлем сигендәге кешене терелтә. Был хәл Америкала булһа,
       ул бөтә донъяға танылыу яулар ине, ә ул ваҡыттағы Советтар Союзында Хөсәйен Табибты эҙәрлекләүҙәр башлана...
       - Үҫемлектәр - айырым, тикшерелмәгән донъя. Кешеләрҙең уғ а ҡолаҡ һалырға теләмәүе йәл, - тип аңлата Сергей Дружко менән бергә залда ултырған Хөсәйен Табиб. - Үҫемлектәр яҡшы ишетә,
       музыканы аңлай, кешенең кәйефен, уның энергияһын һиҙә. Бар тереклек кеүек үк. Шуға күрә үҫемлекте өҙөр, файҙаланыр алдынан унан ғәфү үтенергә кәрәк. Ул саҡта дарыу үләненең файҙаһы ла көслөрәк буласаҡ.
       Сергей Дружко һөйләүе буйынса, ул Өфөлә бер нисә тапҡыр булған. Уның тәүге сәфәрҙәре бөтә донъяға билдәле офтальмолог һәм сәйәхәтсе, Өфөлә Бөтә Рәсәй күҙ ауырыуҙары һәм практик хирургия үҙәге асыусы Эрнст Мулдашевтың
       исеменә бәйле.
       - Кеҫәртке тиҙ арала өҙөлгән ҡойроғон, тәпәйен, хатта яңа ҡ һөйәген үҫтерә ала. Баҡалар һәм тритондар йәрәхәтләнгән күҙе н, йөрәген, хатта арҡа мейеһен тергеҙергә һәләтле. Әммә кеше яҡын арала был уникаль тәбиғәт "технологияларын" үҙләштерә алмаясаҡ, тип раҫлай донъя ғалимдары. Ә бына Өфө профессоры Эрнст Мулдашев үҙенең асышы - аллоплант - ярҙамында "үлеләр тереләргә ярҙам итергә тейеш" принцибы буйынса, кешенең иң м өһим органдарын тергеҙеүгә ирешә. Ул кешеләрҙең күреү һәләтен, һаулығын, хатта ғүмерен ҡотҡара, - ти Сергей. - Бил дәле дрессировкалаусы Тереза Дурованың күҙҙәре күрмәй башлай . Врачтарҙың диагнозы өмөтһөҙ - уның күреү һәләте бер ҡасан да
       кире ҡайтмаясаҡ, ти улар. Бары тик Эрнст Мулдашев ҡына был күҙаллауҙарҙы яҡшы яҡҡа үҙгәртергә тырышып ҡараясағын белдерә. Һәм Өфөнөң "Аллоплант" клиникаһында үткәрелгән операциянан һуң бер аҙнанан совет циркы йондоҙо үҙен ҡотҡарыусының йөҙөн күреү бәхетенә ирешә... Аллоплант - уникаль асыш. Һәм ул нәҡ һеҙҙә, Өфөлә барлыҡҡа килә... Әммә
       был Мулдашев исеменә бәйле берҙән - бер мөғжизә түгел, - ти п дауам итә Дружко. - Буш ваҡытында билдәле хирург донъя буйлап сәйәхәт итә һәм боронғо цивилизациялар булыуына иҫбатлау эҙләй. Мулдашев Сирия, Тибет һәм Һиндостанда
       сәйәхәттә булған. Мәмерйәләрҙең береһендә ул Будда һынында меңәр йыл ултырған кешеләрҙе төшөрөүгә ирешә. Бәлки тиҙҙән өфөлөләргә уникаль кадрҙар күрһәтелер...

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал