6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Европанан бер ҙә кәм түгел
08.09.06


       Йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатының иң ҡыҙыу мәле етте. Һәм мин ышаныслы рәүештә ул ысынлап та донъя кимәлендә үткәрелә, тип әйтергә әҙер. Быны биатлон
       донъяһында күптән ҡайнаған, күпте күргән кешеләр ҙә раҫлай. Хәйер, мин үҙем дә күптән түгел Францияла үткән "Данон
       милләттәр кубогында" балаларҙың донъя чемпионатында булып ҡ айтҡандан һуң, Өфөләге ярыштарҙың бик юғары кимәлдә ойошторолоуын белдерә алам.
       Юниорҙар ярышындағы кеүек үк, ҡатын - ҡыҙҙарҙың эҙәрлеклә ү уҙышында өс призер иҫәбенә спринтта алдан килеүселәр инде.
       Старттан беренсе булып Наталья Соколова (Беларусь) ҡуҙғалды . Уның артынан рәсәйлеләр Екатерина Сидоренко һәм Татьяна Моисеева төштө.
       Спринтты ҡабатлап, Сидоренко тәүге атыу һыҙығын хатаһыҙ үтте. Соколова менән Моисеева берәр тапҡыр сәпкә яҙа атты.
       Ҡалған спортсылар был ваҡытҡа Сидоренконан бер минут һәм
       унан да күберәккә артта ҡалды.
       Икенсе атыу, беренсе көндәге кеүек үк, Екатерина өсөн хәл иткес булды. Ул тағы ла өс тапҡыр сәпкә яҙа атты һәм Моисееваны алға үткәрҙе. Уҙыштан һуң моңһоу Сидоренко үҙенең проблемалары менән уртаҡлашты:
       - Бөгөн ауыр көн булды, мин атыуҙы һуңғы булып тамамланым .
       Өсөнсө атыу инде Соколова өсөн уңышлы булды. Ул хатаһыҙ атҡандан һуң, Моисееваны артта ҡалдырҙы. Ике тапҡыр яҙа
       атҡан Сидоренко өсөнсө урынға төштө.
       Һуңғы атыу барыһын да хәл итергә тейеш. Моисееваның биш атыуы ла сәпкә тейҙе, һәм ул финишҡа беренсе булып килде. Соколова менән Сидоренко берәр тапҡыр хата ебәрҙе.
       Рәсәйле Татьяна Моисеева үҙенең тыуған көнөндә 25 : 18. 7 һөҙөмтәһе менән донъя чемпионкаһы исемен яуланы. Икенсе урында Белоруссия биатлонсыһы Наталья Соколова, бронза миҙал - Екатерина Сидоренкола. Иң көслө алты спортсы иҫәбенә
       шулай уҡ Евгения Михайлова ( Рәсәй), Зденка Вейнарова (Чехи я) һәм Павла Матяшева (Чехия) инде.
       Чемпионаттың икенсе көнө Белоруссиянан килгән йәш ҡыҙ Ирина Бабецкая өсөн ҙур ҡаҙаныш менән тамамланды. Ул бына
       тигән мәргәнлек күрһәтеп, 26 : 51.6 һөҙөмтәһе менән донъя чемпионкаһы исеменә лайыҡ булды.
       Спринт стартына игеҙәк ҡыҙҙар Валя һәм Вита Семеренко (Украина) сыҡманы. Ҡыҙҙарҙың бурысы - иртәгә үтәсәк эстафетаға ныҡлы әҙерлек, был ярышта уларҙың йыйылма командаһы лайыҡлы сығыш яһарға ниәтләй.
       Спринтерҙар уҙышынан һуң алға сыҡҡан рәсәйле Ольга Заремская беренселекте һаҡлай алманы. Дүрт хата менән ул эҙәрлекләү уҙышында көмөш миҙалға лайыҡ булды. Өсөнсө урын ш улай уҡ Рәсәй ҡыҙында. Был юлы уңыш Ирина Савиноваға йылмайҙы. Алты лидер иҫәбендә шулай уҡ Елена Дарьина (Рәсәй,
       Башҡортостан), Михаэла Балаткова ( Чехия), Надежда Скардино
       (Беларусь).

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал