6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Лев Толстойға Башҡортостандан яҙылған хаттар
08.09.06


       Лев Николаевич Толстойҙың ( 1828 йыл, 9 сентябрь - 1910 й ыл, 20 ноябрь) 90 томлыҡ әҫәрҙәр йыйынтығындағы утыҙ бер том ды уның хаттары тәшкил итеүе хаҡында беләһегеҙҙер, моғайын. Л. Н. Толстойҙың Мәскәүҙәге архив - музейында туғыҙ мең кеше нән килгән илле мең хат һаҡланыуын да әйтәйек. Улар араһында Өфө
       губернаһынан килгәндәре бармы икән Әлбиттә, бар. Мәҫәлән,
       Үҙән ауылы ( бөгөнгө Белорет районы) кешеһе Иван Маминовтан
       килгән хат.
       Маминовтың Лев Толстойға яҙған хатында түбәндәге юлдар ба р: "Бөтә донъяға билдәле кеше булараҡ, һеҙҙән ярҙам һәм кәңә ш һорайым", - тип яҙа 1909 йылдың ноябрендә "крәҫтиәндәрҙән сыҡҡан был егет".
       Маминов "үҙенең туғандарына, кешеләргә ниндәйҙер юғары,
       ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс нимә, бәхет - шатлыҡтарға бай, ирекле
       тормош хаҡында" һөйләргә теләй... Һәм ул Толстойға үҙенең "Шиғри биографияһын" ебәрә. Унда түбәндәге юлдар ҙа була: "... И петь о счастье, о свободе, о правде, попранной людьми , о доле тяжкой, злой народа, о чем нельзя петь в эти дни".
       Билдәле Ырымбур яҙыусыһы Леонид Большаков билдәләүенсә, Маминов Ясная Полянанан тормошто аңлау һәм уны үҙгәртеү
       өсөн дөрөҫ юлды табырға ярҙам итерлек кәңәш ала алмай:
       сөнки ул бөйөк адресаттың үҙенә лә билдәле булмай.
       Әммә ижад һорауҙарына килгәндә, Толстой үҙенә лә, башҡаларға ла берҙәй талапсан була, Иван Маминовтың - "ҡанаты сыҡмаған ҡошсоҡтоң" ( ул шиғырҙарын шундай исем аҫтында яҙа) шиғырҙары һалынған конвертҡа ул "кәрәкмәй һәм
       ярарлыҡ түгел" тип яҙа. Үҙән ауылына ебәрелгән яуап та шундай уҡ киҫкен баһаларға бай була.
       Өфө ҡыҙы Зоя Николаевна Безенан килгән хат та бөйөк яҙыусының халыҡ менән киң аралашыуы хаҡында һөйләй. 1898 йылдың 15 февралендә ул түбәндәге хатты яҙа: "Ҡәҙерле һәм хөрмәтле яҙыусы, һеҙҙең йәштәр тарафынан бирелгән һорауҙарҙы яуапһыҙ ҡалдырмауығыҙҙы белеп, мин һеҙгә үҙемде к үптән борсоған һорауҙы бирмәксе булам. Зыялы кеше кем булыуын аңлатығыҙсы"
       Хат ҙур күләмле. Унда зыялыларға ҡараған кешеләрҙең әхлаҡһыҙ ҡылыҡтары тураһында бәйән ителә. Зоя Николаевна йәмғиәткә файҙалы кеше булыр өсөн интеллигент булыу етәме тигән һорауға яуап эҙләй. "Нисек йәшәргә, кешеләргә нисек ярҙам итергә лә белмәҫһең, - тип яҙа ҡыҙ. - Тирә - яҡта халы ҡ бер киҫәк икмәккә мохтаж булғанда, ананас ашап ултырып булмай. Даими рухи гармонияһыҙлыҡ шәхси күренеш түгел, ул бар ерҙә лә һиҙелә. Кешелә барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы ла килештерерлек ниндәйҙер көс етмәй. Яуап бирегеҙсе, ҡәҙерле
       яҙыусы. Халыҡ бәхетле булһын өсөн нимә етмәүен белмәйенсә
       тороп, мин нимә өсөн тыуғанымды аңлай алмаясаҡмын, ә мәғәнәһеҙ ғүмер кисереү бик ауыр".
       Зоя Безе Рәсәйҙә батша хөкүмәте шарттарында йәштәрҙең ауыр хәле тураһында яҙа. Толстойҙа ул йәмғиәттең аҡылын һәм намыҫын күрә.
       Зоя Безе - Өфө округ суды Н. К. Безеның ҡыҙы. 1887 йылда
       Өфөләге Мариинка ҡатын - ҡыҙҙар гиназияһын алтын миҙалға тамамлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Лев Толстойҙың уға яуабы табылмаған. Әммә Зоя Безе һуңыраҡ халыҡ уҡытыусыһына әйләнә, Һарытау губернаһында крәҫтиән балаларына белем бирә.
       Педагог - крайҙы өйрәнеүсе Флүрә Әхмәтова ла өфөлөләрҙең
       Лев Николаевич Толстой менән хат алышыу осраҡтарының береһе хаҡында һөйләй.
       1896 йылда Толстой Өфөлә йәшәүсе хажи Сәлимгәрәй Мөхәмәҙиәр улы Солтановтан хат ала. Сәлимгәрәй үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа ашырырға - яратҡан яҙыусыһының ике әҫәрен тәржемә итергә ҡарар ҡыла. Һәм Толстойға - "һөйөклө һәм хөрмәтле яҙыусынан" рөхсәт һорап хат яҙа.
       Хат авторы Лев Николаевичҡа ни өсөн уның әҫәрҙәрен тәржем ә итергә теләүен аңлата: "... Минең диндәштәрем: башҡорт, та тар һәм башҡалар араһында урыҫ телендә уҡыусылар бик һирәк, шуға күрә мин ҙур теләк менән һеҙҙең әҫәрҙәрегеҙҙе төрки һөйләшенә тәржемә итеү бурысын үҙ өҫтөмә алыр инем. Төрки һөйләшенең ярлылығы сәбәпле, ҡайһы бер үҙгәрештәр булыуы мөмкин. Шулай уҡ Һеҙҙең "Оят" тигән мәҡәләгеҙҙе тәржемә
       итергә рөхсәт биреүегеҙҙе үтенәм. Баҫманы һатыуҙан алынған
       табыштың яртыһын Мәскәү университетында уҡыусы мосолман
       студенттар файҙаһына бирергә теләр инем".
       Уға яуапты яҙыусының ҡыҙы Татьяна Толстая яҙа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хат та һаҡланмаған. Һәм 1896 йылдың 31 апрелендә Сәлимгәрәй Мөхәмәҙиәр улы Лев Николаевичҡа икенсе хатын яҙып һала.
       "Ҡәҙерле Лев Николаевич! Ҡыҙығыҙҙың хатын алдым. Рөхсәтегеҙ һәм иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Оло ихтирам
       менән һеҙҙең хөрмәтле әҫәрҙәрегеҙҙе тәржемә итеүгә тотонам" . Башҡортостан кешеләренең Толстойға ебәргән хаттары - би к ҙур тарихи баһаға лайыҡлы документтар.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал