6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Йәш, әммә бик өмөтлө шағирә
08.09.06


       Әлфиә Шафиҡова - бик үҙенсәлекле кеше. 21 йәшлек был ҡыҙ
       "тарихи һәм мифологик ҡомартҡылар" (антиклыҡ, скандинав мифологияһы) һәм Көмөш быуат шағирҙары кеүек темалар менән ҡ ыҙыҡһына. Башҡорт дәүләт университеты магистратураһында
       белем ала.
       Әлфиәне күп быуаттар элек үк төрлө хикәйәт һәм легендалар ға бай булған боронғо донъя ҡыҙыҡһындыра. Ул үҙе лә шиғырҙар һәм поэмалар яҙа. Шиғырҙарында төп геройҙарҙың береһе - ут,
       мөхәббәт символы.
       - Шиғырҙарҙы мин үҫмер саҡта уҡ яҙа башланым. Нигеҙҙә шиғриәттәге кумирым Гумилевҡа оҡшатырға тырыштым, - тип һөйләй Әлфиә. - Беҙҙе уның менән күп нимә берләштерә: мифология менән мауығыу, ысынбарлыҡтан ҡасырға теләү, ниһәйәт, һутлы, сағыу эпитеттарға һәм образдарға булған һөйө ү.
       Гумилевҡа оҡшатырға тырышыуым ниндәйҙер кимәлдә бөгөн дә һаҡлана, мәҫәлән, "Грегор һәм Миллисента" шиғыры ( Гумилевтың "Һөйәркәләрен" хәтерләтә), шулай уҡ "Серле рыцарь" , "Офелия монастыргә китә" шиғырҙарында ла Гумилев м отивтарын табырға мөмкин.
       Әлегә Әлфиә Шафиҡованың шиғырҙар йыйынтығы берәү - ул "Төнгө ут" тип атала. Уға нәшер итеүсе табылһа бик яҡшы булы р ине, әлбиттә.
       - Йыйынтыҡтың исемендә мин ҙур мәғәнә күрәм. Бер бәләкәй генә сатҡы ла кешене ҡараңғылыҡтан алып сығырға һәләтле. Һәр
       ҡайһыбыҙ өсөн мөхәббәт ошондай "осҡон" ролен уйнай. Ул минең шиғырҙарымда төп урынды биләй.
       Ғөмүмән, һәр шиғриәттә радикаль субъективизм беренсе урында торорға тейеш, ә һәр шағир - асылда импрессионист,
       тигән фекерҙә ҡалам. Рәссам тәбиғәттә ҡыҙыл төҫтә булған әйберҙе йәшелгә буяй ала, шиғырҙарҙа ла шулай - күп кенә ним ә "баштүбән" тора, әммә үҙенең тәүге мәғәнәһен юғалтмай. Бын а, мәҫәлән, минең шиғырҙарымда төн - ул йәшәйеш. Төндә осҡон барлыҡҡа килә. Был образдарҙы осраҡлы итмәҫкә тырышам. Борондан ут - ирҙәрҙе, төн - ҡатын - ҡыҙҙарҙы һүрәтләй. Шиғырҙарҙа уларҙың берләшеүе бик матур яңғырай.
       Үҙенең шиғри әҫәрҙәренә Әлфиә ҙур теләк менән Скандинавия
       мифологияһы аллаларын - аҡыл эйәһе Одинд, алыштар әмире Тор, емереүсе Локи һәм бөйөк алиһә Фрейяны саҡыра. Антиклыҡ менән мауығыуы ла үҙенекен итә. Йәш шағирә антик героиняларҙың образдарын үҙенә "үлсәп" ҡарай, уларҙың
       исеменән бәйән итә.
       - Мин лирикамды "экстаз поэзияһы" тип атар инем. Унда һәр
       ваҡыт ут, майшәмдәр, янғын, төн, алыш, ҡан, шарап, ҡырағайл ыҡ, боронғолоҡ образдары бергә үрелеп бара. Ләззәтле төнгө я ныу һәм таң алдынан үлеү - айырыуса йыш осраусы тема. Был ғүмерҙең ҡыҫҡалығына, тормошта барыһына ла өлгөрөргә тырышыуға ишара.
       Мөхәббәттән яныусылар - фани донъяла йәшәүселәрҙең иң бәхетлеләре. Йәки иң бәхетһеҙҙәре, тип өҫтәй Әлфиә. Кем нисе к уңа. Бына ут та төрлө булырға мөмкин: уның үлтереүе лә ихтимал, шул уҡ ваҡытта ул тормош, йылылыҡ, яҡтылыҡ бирергә лә һәләтле.
       Әлфиә Шафиҡова - йәш, әммә бик өмөтлө шағирә. Ул үҙе сағы у шиғри киләсәк һәм "БАШвестЪ" гәзите уҡыусылары араһында фекерҙәштәрен табыу тураһында хыяллана.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал