6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Дәреслектәр урынына иномарка
07.09.06


       Бер китаптың 100 һум тороуын иҫәпкә алғанда, дөйөм хаҡы бер миллион 300 мең һум тәшкил иткән ике сит ил машинаһы урынына нисә дәреслек һатып алып була БР Контроль - иҫәпләү
       палатаһы рәйесе Петр Бобылев төбәктә белем биреү учреждениеларына уҡыу әсбаптары ҡайтарыусы берҙән - бер предприятие булған Башҡорт республика уҡыу коллекторы
       директоры Шамил Түләбаевҡа ошо мәсьәләне сисергә тәҡдим
       итте. КСП - ның кисә үткән ултырышында уҡыу коллекторы етәксеһенең иномаркалар яратыуы асыҡланды. Бының менән үҙең эшләп тапҡан аҡса иҫәбенә мауыҡһаң шәп тә ул.
       - Һеҙ педприятие хужаһы түгел, уның етәксеһе! - тип бер нисә тапҡыр ҡабатланы тикшереү барышында КСП башлығы. Ревизорҙар асыҡлауынса, 2004 йылдан башлап уҡыу коллекторы е тәксеһе ике сит ил машинаһы - "Toyota Corolla" һәм "FAW3" йө к машинаһы - һатып алған. Һәм был турала педприятие эйәләрен ә хәбәр итмәгән - уҡыу коллекторы БР Мәғариф һәм Милек
       мөнәсәбәттәре министрлыҡтарына ҡарай. Бынан тыш эштән бирелгән "Toyota Camry" машинаһын да "ҡолаҡ ҡаға", сөнки уны
       төнгөлөккә йорт ихатаһында ҡалдыра һәм бер көнө (йәғни төнө )
       машинаны ҡыуып алып китәләр. Һәм, әйткәндәй, бурҙар табылмай. Бынан һуң директор эшендә үҙ автомобилен файҙалана, уны фирма аҡсаһына ремонтлай.
       - Һөҙөмтә булараҡ, уҡыу коллекторының быйылғы йылдың яртыһында алған саф табышы 2005 йыл менән сағыштырғанда, 15 тапҡыр кәмерәк. Һәм ғөмүмән: иномаркалар - туйып һикереү
       түгелме Хәҙер "Волгала" йөрөмәйҙәрме әллә - тип һорау ҡуя республиканың баш ревизоры.
       КСП белгестәре иҫәпләүенсә, бөтәһе 6,2 миллион һум аҡса тейешле маҡсат буйынса тотонолмаған. Сит ил машиналарынан
       тыш, был - яғыулыҡ - майлау материалдары, процентһыҙ ссудалар алыу, шифаханаларға льготалы путевкалар, биналар ремонтлау. Һуңғыһы тураһында һөйләгәндә, Тулибаев уҡыу
       коллекторына тапшырылған бинаның авария хәлендә булыуы һәм ремонтҡа мохтажлығын белдерҙе: "Беҙ уны ремонтламаһаҡ, түбәнән һыу ағыр, китаптарҙы эштән сығарыр ине..."Хәйер, директор үҙен һәр бер пункт буйынса "аҡланы", хатта кәрәкле документацияның булмауын да "средствоны һаҡлы тотоноу" тип а ңлатты һәм быны үҙенең "бик ҙур хатаһы" тип таныны.
       Контроль - иҫәпләү палатаһының йомғаҡлау ҡарарында уҡыу коллекторы директорына үҙ автомобилен ремонтлауға тотонолған
       средствоны ҡапларға йөкләмә бирелде, артабан ҙур һатып алыуҙар алдынан был турала предприятие эйәһенә белдерергә ҡушылды.
       Ғәҙеллек өсөн, дөйөм алғанда уҡыу коллекторының үҙ бурыстарын үтәүен билдәләргә кәрәк. Ә мәктәптәрҙе федераль
       әсбаптар комплекты менән тәьмин итеүҙең 85 процент тәшкил итеүенә килгәндә, был беренсе сиратта Рәсәй ҡаҙнаһынан финанслауҙың етерлек булмауы менән аңлатыла. Беҙҙең
       мәктәптәр башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәренә мохтажлыҡ кисермәй.
       Өҫтә әйтелгән осраҡтың берҙән - бер булмауын иҫәпкә алып, КСП ревизорҙарының бюджет средстволары һәм БР дәүләт
       милке файҙаланылған һәр бер предприятие һәм учреждениеға
       тикшереү менән килеп төшөүҙәре ихтималлығын билдәләргә кәрәк.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал