6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Беҙҙең алтын егеттәр!
07.09.06


       Ирҙәр араһында эҙәрлекләү уҙышында Рәсәйгә етеүсе булманы. Ө лкәндәр һәм йәштәр активында ике алтын һәм бер бронза миҙал.
       Беренсе көндән һуң рәсәйле Сергей Баландин лидер булып танылды, уның артынан 20,9 секундҡа ҡалышып, стартҡа эстон
       биатлонсыһы Индрек Тобрелтус килде. Тамашасыларҙың төп иғтибары ошо ике спортсының дуэленә йүнәлтелде.
       Ярыштың ятҡан килеш атыу буйынса тәүге өлөшөндә ике лидер
       ҙа хата ебәрмәне. Икенсеһендә Тобрелтус бер аҙ биреште.
       Өсөнсө ут һыҙығында Баландиндың ике тапҡыр сәпкә яҙа атыуы көйәрмәндәрҙең дә кәйефен ҡырҙы, әммә Тобрелтус та
       хаталанды, һөҙөмтәлә алдынғылыҡ Баландинда ҡалды.
       Белгестәр лидерҙың һуңғы атыуына бәйле борсолоу белдерҙе,
       әммә Сергей Баландиндың мәргәнлеге тел тейҙерерлек булманы.
       Еңеүсенең һөҙөмтәһе - 24:58,5 (0+0+2+0).
       Индрек Тобрелтус һуңғы атыу һыҙығы алдында үҙенә беренсе
       урын өсөн көрәшергә тура килмәйәсәген аңлай ине инде. Һуңғы
       "стойкала" ул өсөнсө тапҡыр хата ебәрҙе һәм финишҡа лидерҙа н 43,4 секундҡа ҡалышып килде.
       Өсөнсө булып стартҡа сығыусы Дмитрий Никифоровтың хаталары уны бронза миҙал өсөн көрәштән сығырға мәжбүр итте.
       Өсөнсө урын дистанцияға дүртенсе булып сыҡҡан Ондрей
       Моравецҡа эләкте.
       Иң көслө алты спортсы иҫәбенә шулай уҡ 2005 йылғы донъя чемпионы Александр Качановский, Алексей Ковязин (Рәсәй), Ярослав Сокуп (Чехия) инде.
       Йәйге биатлон буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы Сергей Баландиндың комментарийҙары ябай:
       - Үҙем менән көрәштем. Башҡаса әйтеп тә булмай - сөнки беренсе булып йүгерҙем бит. Төп бурыс - тулҡынланыуҙы еңеү булды.
       Йәштәр араһындағы уҙышта төп һорау: ышанысһыҙ атыусы, әммә йүгерек Руслан Насиров (Үзбәкстан) ике көслө рәсәйле Алексей Катренко һәм Евгений Пчелкинға ҡаршы тора алырмы
       Насиров баштан уҡ яҙа ата башланы, һәм аҙаҡҡа тиклем был ғәҙәтен ташламаны. Ә бына Александр Катренко икенсе атыу һыҙығынан һуң лидерлыҡты яуланы һәм уны башҡаса ҡулынан ысҡындырманы. Еңеүсенең һөҙөмтәһе - 25: 46,2.
       Насиров Катренконы ҡыуып етә алманы. Спортсыларҙы 18
       секунд айыра ине, әммә Үзбәкстан вәкиле ныҡ арыуы сәбәпле,
       көрәшеүҙән туҡтаны. Һөҙөмтәлә ул чемпиондан 28,8 секундҡа артта ҡалып килде.
       Бронза миҙал иң мәргән эҙәрлекләүсе Евгений Пчелкинға эләкте. Ул ике тапҡыр ғына яҙа атты.
       Иң көслө алты спортсы иҫәбенә шулай уҡ Нормундс Путнс (Латвия), Сергей Жернов (Рәсәй), Антон Юнак (Украина) инде.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал