6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Топ - моделдәр - стартҡа!
07.09.06


       Йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатының беренсе көнө ҡатын - ҡыҙҙар һәм юниоркаларҙың сығышы менән тамамланды. Кү п кенә ханым һәм йәш ҡыҙҙар юғары спорт оҫталығынан тыш, сиб әрлектәре менән дә хәтерҙә ҡалды.
       Биатлондың гүзәл вәкилдәре араһынан беренсе булып стартҡа
       һомғол буйлы Рәсәй ҡыҙы Екатерина Сидоренко сыҡты. Ул дистанцияның тәүге өлөшөн ышаныслы йүгереп үтте һәм ятҡан
       килеш атыуҙы ла яҡшы һөҙөмтә менән тамамланы. Ҡалғандар беренсе атыу һыҙығында хата ебәрҙе һәм ярайһы уҡ артта ҡалды
       - икенсе булып йүгереүсе Татьяна Моисеева (Рәсәй) лидерҙан 28, 4 секундҡа, өсөнсө булып килеүсе үткән йыл чемпионкаһы Наталья Соколова (Белоруссия) - 29,6 секундҡа ҡалышты.
       Һөҙөмтәлә миҙалдар беренсе атыуҙан һуң алда килеүселәр араһында уйнатылды. Икенсе атыу һыҙығына беренсе булып Сидоренко, уның артынан - Моисеева килде. Әммә Рәсәй ҡыҙҙары өсәр тапҡыр яҙа атты һәм мәргәнлек күрһәтеүсе
       Наталья Соколоваға алға сығырға мөмкинселек бирҙе. Финишта Белоруссия спортсыһы Сидоренконан 2,3 минутҡа ғына алдараҡ килде. Бронза миҙал Татьяна Моисееваға эләкте.
       Иң көслө алты спортсы исемлегенә шулай уҡ Евгения Михайлова
       ( Рәсәй), Магдалена Гжива (Польша), Надежда Старик (Рәсәй)
       инде.
       Матбуғат конференцияһында Екатериан Сидоренкоға түбәндәге һорау бирелде:
       - Беренсе атыуҙа һеҙ бөтөнләй яҙа атманығыҙ, ә икенсеһенд ә өс тапҡыр хаталанып, еңеүҙе ҡулдан ысҡындырҙығыҙ Сәбәбе нимәлә Нервылар ҡаҡшауҙамы
       - Юҡ. Нервылар йәһәтенән киреһенсә барыһы ла яҡшы. Миңә
       ел ҡамасауланы.
       Чемпионаттың беренсе көнөн йәш биатлонсы ҡыҙҙар тамамланы. Уларҙың сығышы трибуналарҙың ҡул сабыуына күмелде. Лидерҙар - славян илдәре - Рәсәй, Украина, Белоруссия вәкилдәре!
       Беренсе атыуҙан һуң алға ике украинка - Вита һәм Валя Семеренко сыҡты. Игеҙәк ҡыҙҙар артынан ике рәсәйле - Ольга Заремская һәм Ирина Савинова йүгерә.
       Икенсе атыу сигенән һуң хәл үҙгәрҙе. Украинка Валентина Семеренко стартҡа һуңыраҡ сығып, Ольга Заремскаяны 1,8 секундҡа артта ҡалдырып килә ине. Әммә дистанциянын һуңғы өлөшөн Заремская яҡшыраҡ үтте. 15: 14,7 (2+0) һөҙөмтәһе менән ул донъя чемпионы исемен яуланы.
       Валентина Семеренко йүгереү буйынса биреште. Ул еңеүсенән
       ни бары бер секундҡа ҡалышты - һәм уға көмөш миҙал менән
       ҡәнәғәтләнергә тура килде. Вита Семеренко апаһы артынан кил ә. Ғәҙеллек өсөн уларҙың йәш айырмаһы ни бары биш минут булы уын билдәләйек.
       Иң көслө алты спортсы араһына шулай уҡ Ирина Бабецкая (Белоруссия), Ирина Савинова ( Рәсәй), Елена Дарьина (Рәсәй,
       Башҡортостан) инде.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал