6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Руф Игнатьевтың Башҡортостанды "асыуы" хаҡында
07.09.06


       Кирилов, Татищев, Рычков, Лепехин кеүек Башҡортостанды ғилми күҙлектән сығып өйрәнеүсе ҙур ғалимдар араһында тарихсы, этнограф, беренсе археолог Руф Гаврилович Игнатьев лайыҡлы урын биләй.
       Руф Игнатьев, алда әйтеп үтелгән ғалимдар кеүек үк, сығыш ы менән беҙҙең төбәктән түгел, әммә Башҡортостандың крайҙы өйрәнеүселәре, тарихсылары, әҙәбиәтселәре бөгөн дә уның хеҙмәттәре менән файҙалана.
       Руф Игнатьевич 1818 йылдың 7 сентябрендә Мәскәү янында тыуа. Был датаны күптән түгел Ырымбур ғалимы Юрий Зобов асыҡланы. Быға тиклем уның тыуған йылы 1828, 1816, 1819
       булыуы мөмкин, тип әйтелә ине, ә Зобов архивта 1879 йылдың 24 декабрендә тултырылған документҡа ("Аттестат" ) тап була. Унда Руф Игнатьевҡа алтмыш бер йәш булыуы тураһында әйтелә. Бына шунан уның теүәл йәше һанап сығарыла ла инде.
       Игнатьев төплө белем ала: Мәскәүҙә көнсығыш телдәре институтын, Париж консерваторияһын тамамлай.
       Хеҙмәт эшмәкәрлеген Руф Гаврилович 1837 йылда Мәскәү хеҙмәт палатаһында беренсе разрядлы канцелярия хеҙмәткәре булып башлай. Артабан теркәүсе, хат яҙыусы булып та эшләй. Әммә эше күңеленә ятмай, күрәһең. 1844 йылда ул отставкаға сыға.
       Игнатьев музыка менән шөғөлләнергә ҡарар итә, әммә был эш
       аҡса килтермәй. Шуға күрә 1847 йылдың ғинуарында ул Тверь почта контораһына урынлаша. Ундағы чиновниктар өсөн ул "ала
       ҡарға" була, дошмандары арта. Һуңғыларының ярҙамы менән Руф Гавриловичты ете йыл эшләгәндән һуң ҡаҙна аҡсаһын сарыф итеүҙә ғәйепләйҙәр, тип фаразларға мөмкин. Суд уны
       вазифаһынан бушатып, һалдатлыҡҡа оҙата. Башта Ырымбур полкының ябай һалдаты була, артабан унтер - офицер итеп күтәрелә, ә 1858 йылдың февраль айында "яҡшы тәртибе һәм тырыш хеҙмәте өсөн отставкаға сығарыла", "теләгән ерендә йәшәү хоҡуғына эйә була ( 1873 йылда реабилитациялана). Башҡортостан ул ваҡытта Ырымбур крайы составына инә. Игнатьев Өфөгә килеп ғилми эштәр менән шөғөлләнергә ҡарар итә, быға көнсығыш телдәрен белеүе лә булышлыҡ итә.
       19 быуаттың 60 - сы йылдарында ул Өфөгә килә һәм губерна
       статистика комитетында китапханасы булып эшләй башлай. Тикшереү эше менән дә шөғөлләнә. Игнатьев уны археология ҡомартҡыларын өйрәнеүҙән башлай. Тиҙҙән Ырымбур һәм Өфө губерналарының тәүге археологик картаһын төҙөй һәм уны
       Мәскәү археология йәмғиәтенә тәҡдим итә. Карта юғары баһа ала, ә Игнатьев үҙе 1865 йылда йәмғиәттең мөхбир ағзалары иҫәбенә инә.
       Ғалимдың асыштары бөгөнгө көндә лә үҙенең әһәмиәтен юғалтмай. Уның архивында Башҡортостан терриоторияһындағы йөҙләгән ҡурғандарҙың һүрәтләнеше һаҡлана. Ә 1976 йылда СССР Фәндәр академияһы сығарған һәм 2000 - дән ашыу ҡомартҡыны үҙ эсенә алған "Башҡортостандың археологик картаһында" тикшереү датаһы буйынса иң тәүгеләре булып Игнатьев тарафынан 1864 йылда асылған Байыш , Ҡарағайлы - Үҙән, Сыңғыҙ, Ҡолсора ҡурғандары тора. Улар барыһы ла Баймаҡ
       районында урынлашҡан.
       Күренеүенсә, ул кабинетта ултырып ҡына эшләүсе ғалим булмаған.
       Игнатьевтың ҡыҙыҡһыныу даирәләре күп яҡлы була. Ул 500 - ҙән ашыу төрлө йөкмәткеле, башлыса, ғилми йүнәлештәге мәҡәләләр яҙа. Башҡортостан тураһындағы хеҙмәттәре Петербургта, Мәскәүҙә, Ҡазанда, Ырымбурҙа, Минскиҙа баҫыла. Уның һәр бер әҫәре крайҙы өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә. Хеҙмәттәре бөгөн дә үҙенең ғилми әһәмиәтен юғалтмай. Ғалимдарҙың фекере буйынса, уларҙың иң мөһимдәре түбәндәгеләр: "Башкир Салават Юлаев, пугачевский бригадир, певец и импровизатор", "Суд над бригадиром Аксаковым", "Карасакал - лжехан Башкирии".
       Нәҡ Игнатьев архивтарҙан Салауаттың героик эштәре тураһындағы документтарҙы алып, фольклор материалы йыя. Салауат Юлаевтың йырҙарын халыҡҡа еткерә.
       Игнатьевтың "Песня о батыре Салавате" һәм "Башкир Салават
       Юлаев, пугачевский бригадир, певец и композитор" хеҙмәттәре
       менән бөгөн һәр кем таныша ала. Улар "Башҡортостан урыҫ әҙәбиәтендә" китабының икенсе томында баҫылған ( төҙөүсеһе М орат Рәхимғолов).
       Көнсығыш телдәрен, шул иҫәптән башҡорт телен дә белеүе Игнатьевҡа төрки телдәрендәге иҫке ҡульяҙмаларҙы йыйып, "Сказания, сказки и песни, сохранившиеся в рукописях татарск ой письменности и устных пересказах у инородцев - магометан Оренбургского края" тип аталған бик мөһим хеҙмәтте сығарырға
       мөмкинселек бирә. Был хеҙмәттә башҡорт батырҙары, шул иҫәптән Салауат тураһында ла йырҙар килтерелә.
       Игнатьев башҡорт крайының тарихын яҡтыртыусы башҡа күп хеҙмәттәр авторы ла булып тора.
       Ғалим сәнғәт менән дә ҡыҙыҡһына, "Уфимское городище" операһын яҙа, халыҡ йырҙарын туплай, халыҡ йырҙары
       йыйынтығын әҙерләй.
       Руф Игнатьевтың тормошо ауыр хеҙмәт, ҡыйынлыҡтар һәм юғалтыуҙар аша үтә, ә уның ғилми хеҙмәте батырлыҡҡа тиң.
       Руф Гаврилович 1886 йылдың 2 ғинуарынлда Өфөлә вафат була .

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал