6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Һәр кемгә берәр тонна иген "тейә"
07.09.06


       Ҡала халҡы өсөн бер хәсрәтһеҙ йылы көндәр дауам итһә, ауы л эшсәндәре өсөн, киреһенсә, иң ҡыҙыу мәлдәрҙең береһе етте. Уларға үҫтерелгән игенде һәм ҡуҙаҡлыларҙы юғалтыуһыҙ йыйып а лырға, киләһе йылға орлоҡ һалып ҡалдырырға, баҫыуҙарҙы туңға һөрөп өлгөрөргә кәрәк.
       Аллаға шөкөр, көндәр әлегә игенселәр өсөн уңай тора. Синоптиктарға ышанғанда, сентябрь айы тотош йылы һәм ҡоро
       буласаҡ, йәғни Башҡортостан үҫемлекселәренең барлыҡ пландары ла бойомға ашасаҡ тигән һүҙ.
       Дөйөм алғанда, республикала хәл насар түгел: урып - йыйы у аҙағына яҡынлаша, берәр аҙнанан үҫтерелгән иген тулыһынса йыйып алынасаҡ. Июль һәм август айҙарында ҡойған ямғырҙар арҡаһында уңыш йыйыу бик үк йылдам бармаһа ла, игенселәр
       тейешле ритмға инә алды. Башҡортостанда уңыш йыйыуҙың йылдам барыуын Рәсәй ауыл хужалығы министрлығында ла
       билдәләйҙәр. Мәҫәлән, рсепублика Президенты Мортаза Рәхимов адресына әйтелгән ведомство башлығы Алексей Гордеевтан килгән хатта беҙҙең игенселәрҙең белеме һәм оҫталығы юғары баһалана. Һөҙөмтәлә, төбәктә гектарынан уртас а 25,1 центнер уңыш алыныуын билдәләгәндә, 3,5 миллион тонна
       иген йыйылған да инде.
       Әммә был да сик түгел. Белгестәр фекеренсә, быйыл 4,5 миллион тоннанан ашыу иген йыйып алыу мөмкинселеге бар. Донъя нормалары буйынса, әгәр төбәктә йәшәүсе һәр кешегә уртаса алғанда берәр тонна иген етештерелә икән, был ил (төб әк) халҡының аҙыҡ - түлек менән тәьмин ителеше өсөн борсолмаҫҡа ла була.
       Һалҡын ҡыш һөҙөмтәһендә күп кенә майҙанда ужым культуралары юҡҡа сыҡҡандан һуң уңыш йәһәтенән шикләнеүҙәр булды, әлбиттә. Әйткәндәй, был культураларҙы юғалтыу буйынса
       Башҡортостан лидерҙар исемлегенә инде. Әммә яҙын ауыл эшсәндәре бик ҙур эш башҡарҙы - ужым культураларын ҡабаттан сәсте һәм иҫән ҡалған сәсеүлектәрҙе минераль ашламалар менән
       туҡландырҙы.
       Быйыл Башҡортостан үҫемлекселәре игендән тыш техник культураларҙан да бик яҡшы уңыш алды. Мәҫәлән, миллион ярым тонна сөгөлдөр алыныуы көтөлә. Быйыл картуф та уңды. Ҡыҫҡаһы, быйыл беҙ икмәк, шәкәр, көнбағыш майы, он, ярма, йәшелсәләр менән үҙебеҙҙе тулыһынса тәьмин итәсәкбеҙ, тип ышаныс менән әйтергә була.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал