6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Мәргән һәм етеҙҙәр - Баландин һәм Насиров
06.09.06


       Йәйге биатлон буйынса донья чемпионатында - ысын байрам.
       Бында спорт ярышы ҡыҙа, трибуналарҙа алма төшөрлөк урын да юҡ. Рәсәйленең һәр бер уңышлы атыуы ҡул сабыуҙарға күмелә. Биатлонсылар, үҙ сиратында, көйәрмәндәргә лайыҡлы яуап бирә.
       Ир - аттар һәм йәштәрҙең спринтынан һуң алты миҙалдың дүртәүһе - Рәсәй атлеттарында.
       Йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатының тәүге старты көйәрмәндәрҙең өмөтөн аҡланы - өс миҙалдың иҫәүһе беҙҙең ил вәкилдәренә эләкте.
       Тәүге ут сигендә биш рәсәйле мәргәнлек күрһәтте, тип әйте үе ҡыйын - бары тик Баландин ғына сәптәрҙең барыһына ла тейҙереүгә өлгәште. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең ватандаштар ваҡыт буйынса иң көслө унау исемлегенә инде. Тәүге атыуҙан һуң иң яҡшы һөҙөмтәне Эстониянан килгән Индрек
       Тобрелтус күрһәтте, ул, Баландин кеүек үк, сәптәрҙең барыһы на ла тейҙерә алды.
       Икенсе атыуҙан һуң Тобрелтус Баландинды 2,2 секундҡа артт а ҡалдырҙы, әммә Прибалтика дәүләте вәкиле ике тапҡыр яҙа ат ып, барыбер алдынғылыҡты бирергә мәжбүр булды. Ярыштың һуңғы
       өлөшөнә эстонлы өсөнсө булып китте - сәпкә бер тапҡыр ғына яҙа атҡан рәсәйле Дмитрий Никифоров унан биш секундҡа алға
       сыҡты.
       Әммә Никифоровҡа бронза миҙал менән генә ҡәнәғәтләнергә тура килде. Тобрелтус унан етеҙерәк булып сыҡты һәм айырманы
       кәметеү генә түгел, рәсәйлене һигеҙ секундҡа артта ҡалдырыу ға ла өлгәште.
       Донъя чемпионы - 2006 исемен дистанцияны 14: 51, 3 секунд та үткән һәм бер тапҡыр ҙа сәпкә яҙа атмаған Сергей Баландин яуланы. Ул көмөш призерҙан 20,9 секундҡа алда килде. Чемпион
       матбуғат вәкилдәренә түбәндәгеләрҙе һөйләне:
       - Мин бында бер ай тирәһе әҙерләндем. Трасса минең өсөн яңы түгел. Тиҙлек менән мауыҡмаҫҡа тырыштым - көсөмдө
       финишҡа ынтылыуға ҡалдырҙым.
       2005 йылғы донъя чемпионы Александр Качановский бары тик бишенсе һөҙөмтә күрһәтеүгә генә иреште - атышта ебәргән дүрт
       хата үҙенекен итте. Иң яҡшы унау иҫәбенә тағы ике рәсәйле и нде - Александр Ковязин алтынсы, Денис Рычков - һигеҙенсе ур ында. Иң көслө алтау араһына дүртенсе урын яулаусы Ондрей
       Моравец (Чехия) инде.
       Өлкән биатлонсыларҙан һуң шунда уҡ тип әйтерлек стартҡа юниорҙар сыҡты. Йәштәр тәжрибәле өлкәндәрҙән ҡалышмаҫҡа тырышты - беренсе атыуҙан һуң Үзбәкстан вәкиле Руслан Насиров хатта эстонлы Торбелтустан да яҡшыраҡ һөҙөмтә күрһәтте - 5:29,8. Уны Павел Суханек (Чехия) менән Марсель
       Шәрипов (Рәсәй) эҙәрлекләне - ҡалғандар иһә лидерҙан 28 секун һәм унан да оҙаҡҡа артта ҡалды.
       Икенсе атыу алдынан бик етеҙ йүгереүсе Насиров Суханекты ярты минутҡа артта ҡалдырҙы. Үзбәк спортсыһына өс тапҡыр яҙа
       атыу ҙа алдынғылыҡты һаҡлап ҡалыуға ҡамасауламаны. Был
       атыуҙан һуң тәүге сиктә бер тапҡыр ғына яҙа атҡан рәсәйле Евгений Пчелкин да алға сыҡты. Ул лидерҙан 9,7 секундҡа
       ҡалышты.
       Һөҙөмтәлә Насиров йәштәр чемпионатында еңеүҙе бер кемгә лә бирмәне. Уның һөҙөмтәһе - 15 минут 32,9 секунд.
       - Был еңеүгә мин биш йыл килдем. Тәүге дүрт йыл уңышһыҙ булды. Был уҙышта тренерҙың ҡушҡандарын теүәл үтәнем, - тине
       ул.
       Евгений Пчелкин 21,2 секундҡа ҡалышып, көмөш миҙалға лайыҡ
       булды. Өсөнсө урында тағы бер ватандашыбыҙ Алексей Катренко.
       Иң яҡшы алтау иҫәбенә шулай уҡ Антон Юнак (Украина), Пете р Возар ( Словакия), Нормундс Путнс (Латвия) инде.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал