6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Ғәҙеллек хөкөм итерме
06.09.06


       Кисә алданған вкладсыларҙы яҡлау комитеты саҡырыуы буйынса, бер нисә йөҙ өфөлө тағы ла үҙҙәренең көс түгеп тапҡан аҡсаһы н ҡайтарыуҙы талап итергә йыйылды. Октябрь проспектындағы татар милли - мәҙәни автономияһы офисы алдында тауышты көсәйтеүсе аппаратура тейәлгән йөк машинаһы туҡтаны, лозунгылар күтәрелде.
       - Был демонстрация түгел, был ысын мәғәнәһендә вкладсылар
       йыйылышы, беҙ ҡарар ҡабул итеп, артабан эште нисек ойоштороу тураһында һөйләшәсәкбеҙ! - ти протест акцияһына йыйылыусылар. Һәм, ысынлап та, шунда уҡ ҡуйылған өҫтәлдә ҡасандыр "финанс пирамидаларынан" зыян күргән граждандарҙан ғариза ҡабул итеү башланды. Ул ғына ла түгел, алданған вкладсыларҙы яҡлау буйынса йәмәғәт комитеты, рәсәйлеләрҙең конституцион хоҡуҡтары гаранты булараҡ, Владимир Путинға "финанс пирамиданы ойоштороусы" Рәмил
       Бигновҡа бәйле проблеманы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеүен үтене п мөрәжәғәт итеү бурысын үҙ өҫтөнә алды.
       Комитетта беҙгә 90 - сы йылдар уртаһында сәскә атҡан "финанс пирамидаларынан" зыян күргән мең ярым кешенең мөрәжәғәт итеүе тураһында һөйләнеләр. Уларҙың күпселеге - "Народный" фонды вкладсылары һәм пайсылары, артабан - "Восток" һәм башҡа ойошмалар килә. Комитет тәҡдиме буйынса, бер юлы "Народный" фондының хоҡуҡ вариҫтарына ҡарата йөҙәр миллион һум юғалтыуҙы ҡаплауҙарын талап итеп, баш ҡаланың Октябрь районы судына ғариза ла яҙыла. Комитет Бигнов, "финанс пирамидаһын" ойоштороусыларҙың береһе булараҡ, алданған вкладсыларҙың аҡсаһын бизнес - империяһын,
       башлыса алғанда, "Башэкономбанкты" төҙөү өсөн файҙаланған, тип белдерә. Ә трибунанан был финанс учреждениеһының миллиондарса долларға Мәскәү банкирҙарына һатылыуы тураһында мәғлүмәт яңғыраны.
       Йыйылған халыҡ "Бигнов - башҡорт Мавродийы", "Бигнов - бу р", тип ҡысҡырҙы, алданған вкладсыларҙы яҡлау буйынса комите т секретары Александр Сидякин, Рәсәй пенсионерҙар партияһының төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Евгений
       Трушко һәм башҡалар сығыш яһаны.
       Халыҡтың ризаһыҙлығы шул тиклем көслө, улар Бигновтың үҙҙәре алдына сығып, барыһын да аңлатып биреүен талап итте.
       Әммә ул сығырға ашыҡманы. Бигнов үҙен хосусилаштырыу чектары эйәләре һәм "Народный" фонды акционерҙары алдында ғә йепле тип танымауын хәтергә төшөрәйек. "Бына суд һәм прокуратура финанс алдаҡсыларын фашлаһын!" - ти йыйылыусылар. Әйткәндәй, комитет Башҡортостанда эшләгән барлыҡ "финанс пирамидаларын" да ( "Берлек" фондын һәм "Аполлон фирмаһын да иҫәпкә алып) судҡа бирергә йыйына. "Бер кем дә язаһыҙ ҡалмаясаҡ! Әгәр ҙә аҙағына тиклем барһағы ҙ, аҡсағыҙҙы мотлаҡ ҡайтарасаҡһығыҙ!" - тип дәртләндерҙе алданған вкладсыларҙы пенсионерҙар партияһының төбәк
       бүлексәһе рәйесе урынбаҫары һәм комитет ағзаһы Евгений Трушко.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал