6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Моторҙар етештереү заводын төҙөүҙә дөйәләр ҙә ҡатнаша
06.09.06


       75 йыл элек, 1931 йылдың алтынсы сентябрендә, Өфөлә моторҙар эшләү заводы төҙөлә башлай. Был турала ҡарар 1931 йылдың 15 июлендә ЦК ВКП (б) Политбюроһы ултырышында ҡабул ителә. Республика етәкселеге яҡын арала уны төҙөү өсөн
       урын билдәләргә тейеш була. Ун көндән төҙөлөш урыны һайлана
       - Өфө йылғаһы эргәһендәге, үҙәктән 20 километр тирәһе ситтәрәк урынлашҡан Богородское ауылы. Мәскәүҙә заводты төҙөп бөтөү ваҡыты һәм ҡеүәте билдәләнә - йылына 100 мең мотор.
       СССР - ҙың Дәүләт планы Өфө моторҙар етештереү заводын илдең удар төҙөлөштәре исемлегенә индерә. Республикала "Моторныйҙы бөтә Башҡортостан төҙөй" тигән лозунг яңғырай башлай.
       Оҙаҡ ваҡыт матбуғатта завод тураһында хәбәр баҫылмай: ул ябыҡ тема булып иҫәпләнә. Минең алдымда Иван Сотников һәм Ми хаил Воловиктың 1985 йылда сығарылған "Наша с тобой биография" китабы ята. Уны заводтың төҙөлөш тарихы буйынса
       берҙән - бер ышаныслы сығанаҡ тип әйтергә булалыр, моғайын.
       Был китап миңә авторҙарҙың береһе - Иван Сотниковтың автографы менән дә ҡәҙерле. Китап төҙөлөштө биҙәмәйенсә, артыҡ пафосһыҙ һүрәтләй. Баҡһаң, төҙөлөш эштәре башланғас уҡ, заводҡа революционер, Петроград Советы ағзаһы, совет индустрияһы командармы Михаил Михайлов - Ивановтың исеме
       бирелгән булған икән. Ул Сталинградтағы тракторҙар эшләү заводына командировка ваҡытында һәләк була, Мәскәүҙә, Ҡыҙыл майҙанда ерләнә. Бөгөн был турала хәтерләүселәр һирәк.
       Өфөлә моторҙар заводы төҙөү - үтә ҡатмарлы һәм ауыр эш. Илдең байтаҡ машина төҙөү заводтарынан айырмалы рәүештә, ул тулыһынса совет белгестәре тарафынан проектлана. Төҙөлөш майҙаны киң йәйелдерелә. Һаҙлыҡ, урмандар, күлдәр, юлһыҙлыҡ ҡамасаулай. Тәүге арала эш ҡул көсө менән алып барыла, машиналар ҙа, механизмдар ҙа булмай. Ер эштәре менән ер ҡаҙыусыларҙың артелдәре шөғөлләнә.
       1934 йылда төҙөлөштә 3600 эшсе мәшғүл була: уларҙың 11 проценты башҡорттар, 11 - татарҙар һәм 67 проценты - урыҫтар . Заводты бөтә Башҡортостан төҙөүе хаҡындағы лозунгы ла иҫке рә төшә, төҙөлөшкә илдең төрлө мөйөштәренән килә башлайҙар.
       Өҫтә әйтелгән китапта һүрәтләнеүенсә, "1935 йылдың яҙында төҙөлөшкә ғаиләләре, үҙҙәренең дөйәләре менән ҡаҙаҡ күскенселәре килә. Заводтан алыҫ түгел улар тирмәләрен ҡора.
       Ҡаҙаҡтар дөйә егелгән арбаларҙа төҙөлөш материалдары ташыу менән шөғөлләнә. Улар йыш ҡына тотош бер карауанға әйләнеп китер була.
       Эшселәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү төҙөлөш етәкселәренең баш ауырыуына әйләнә. Ҡыш яҡынлаша башлағас, ҡаҙаҡтар өсөн е те уңайлы барак төҙөлә. Әммә күскенселәр уңайлылыҡтарҙан
       баш тарта. Дөрөҫ, һуңыраҡ улар ризалаша, әммә барактарҙа карауат урынына уртаҡ урындыҡ ултырта, бүлмә уртаһында тирмә
       ҡоралар. Аҡрынлап ҡаҙаҡтар көнкүрештең яңы шарттарына
       күнегә.
       Ә төҙөлөш дауам итә. Цехтарҙың корпустары үҫә, йыһазландырыла. Кадрҙар әҙерләү тураһында ҡайғырта
       башлайҙар.
       Тәүге цехты эшкә ҡушыу көнө 1934 йылдың 15 сентябренә тәғәйенләнә. Тәүге һынауҙар уңышлы үтә, был карбюратор һәм дизель моторҙары етештерелә башлауын аңлата. Алда уларҙың серия сығарылышын әҙерләү бурысы тора. 1940 йылда Өфө моторҙар етештереү заводы программаны уңышлы үтәп, 6500 комбайн моторы әҙерләй.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал