6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Өфөлә тәмле күргәҙмә асылды
05.09.06


       Ун килограмм шоколадтан эшләнгән өкө, 40 килограмм маргариндан торған ғашиҡтар һыны, ярманан яһалған Салауат
       Юлаев һәм тоҙҙан эшләнгән башҡорт флагы: бөгөн Өфөлә кулинария һәм сервис буйынса икенсе төбәк - ара чемпионат стартҡа баҫты. Тәмле ярыш республиканың "Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы. Барыһы ла кухня, магазин, ресторан өсөн" махсуслаштырылған күргәҙмәһе сиктәрендә "Башҡортостан" Күргәҙмә комплексында уҙа.
       Сарала ҡатнашыусыларҙың географияһы бай: Башҡортостандың ҡ ала һәм райондарынан тыш, Силәбе, Ижевск, Пермь, Татарстан, Свердлов һәм Ҡурған өлкәләре лә ҡатнаша - бөтәһе 200 - гә яҡын заявка бирелгән ( 2005 йылда уларҙың һаны 170 ине).
       - Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар һанының артыуы уның абруйының үҫә барыуын дәлилләй, - тип билдәләне БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министры Борис Колбин. Министрлыҡтан т ыш, сараны ойоштороусылар ролендә Өфө ҡалаһы ҡала округы хак имиәте, БР Сауҙа - сәнәғәт палатаһы, Башҡорт сауҙа ассоциацияһы, "Янтарь" күргәҙмә үҙәге һәм БР Кулинарҙар ассоциацияһы чығыш яһай.
       - Күргәҙмә барышында киң белем биреү программаһы ҡаралған , ә чемпионат сиктәрендә беренсе тапҡыр барбекю конкурсы үтәсәк, - тип дауам итте Колбин. Поварҙар, кондитерҙар,
       официанттар, бармендар, йола буйынса, һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтәсәк. Белемде арттырыуға килгәндә, иртәгә сәғәт 10. 00
       - дә "Башҡортостан" күргәҙмә комплексында "Туҡланыуҙы ойоштороуҙың инновацион технологиялары" конференцияһының тео ретик өлөшө башланасаҡ. Уның практик өлөшө 14. 00 - дән 15. 00 - гә тиклем беренсе павильонда үтәсәк.
       - Барыһынан тыш, был саралар беҙҙең туҡланыу һәм хеҙмәтләндереү өлкәһе белгестәренә Башҡортостандың үҙ ирке м енән Рәсәй составына ҡушылыуына 450 йыл тулыуын байрам итеүгә әҙерлектәрен тикшереп ҡарарға мөмкинселек бирәсәк, - тине Борис Колбин.
       Бөгөн һәм иртәгә күргәҙмә сәғәт 8. 00 - дән 18. 00 - гә т иклем
       эшләйәсәк. Экспозиция етенсе сентябрҙә сәғәт 14. 00 - дә
       тамамланасаҡ, шул уҡ көндө 15. 00 - лә "Ҡунаҡтар йорто" сау ҙа - эш комплексында чемпионатта еңеүселәрҙе наградлау
       планлаштырыла.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал