6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Банктар

Көрсөк килһә кемгә таянырға
13.01.04


       Баҙар иҡтисадында банкротлыҡ ғәҙәти күренеш кеүек ҡабул и телә. Хәҙерге йәмғиәтте кәрәгенсә хеҙмәтләндерә алмаусы, кил емһеҙ эшләүсе етештереү бъекттары аҡранлап юҡҡа сыға. Кредит
       ойошмалары менән дә ошондай уҡ хәл килеп тыуа. Тик уларҙың түләү мөмкинлегенең сикле булыуы барлыҡ иҡтисади системаның
       бәкәленә һуғыуы ла бик мөмкин. Менеджменттың насар эшләүенә н иң башта үҙ аҡсаларын банкыларға ышанып тапшырған гражданд ар зыян күрәсәк. Кредит ойошмаларға ышанысты юғалтыу банк си стемаһын юҡҡа сығарыуҙан тыш предприятиеларҙы эшмәкәрлек мөм кинселегенән мәхрүм итеүе ихтимал.
       Ошондай хәл килеп тыумаһын өсөн Рәсәй закон сығарыусылары
       "Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың вкладтарын страховкалау
       тураһында" закон ҡабул итте. Быйылғы йылдың беренсе ғинуары нан граждандарҙың банкыға вкладтарын страховкалау системаһы эшләй башлаясаҡ. Уның маҡсаты - банкының лицензияһы ғәмәлдә н сыҡҡан осраҡта граждандарҙың вкладтарын һаҡлап алып ҡалыу.
       Граждандар үҙҙәренең аҡсаларын вкладтарҙы страховкалау буйы нса банкыларҙан страховка взностары йыйыусы Агентлыҡ аша ала . Компенсациялар түләү өсөн махсус фонд 0,15 процент ставка
       иҫәбенән формалашасаҡ.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, закондың үҙ сикләүҙәре лә бар. Мәҫәлән,
       банк бөлгән хәлдә бер вклад буйынса түләү 100 мең һумдан да
       артыҡ була алмай. Шуға күрә белгестәр аҡсаны бер нисә кред ит учреждениеһында һаҡларға тәҡдим итә.

Владимир Шакиев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал