6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Нисек итеп Ватанды яратырға өйрәнергә
05.09.06


       Рәсәй гвардияһы көнөндә йәштәрҙең әхлаҡи һәм гражданлыҡ сәләмәтлегенә битараф булмағандар Өфө гарнизонының Офицерҙар йортонда осрашты. "Берҙәм Рәсәй" партияһы һәм уның юлынан барыусы "Йәш Гвардия" ойошторған "түңәрәк өҫтәлдә" һүҙ идеология йәһәтенән юғалып ҡалған йәш патриоттарҙы тәрбиәләү тураһында барҙы.
       Сараға килгән дәүләт учреждениелары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре йәш быуын менән эштә консолидацияға ынт ылыуҙарын белдерҙе. Унда БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, БР Мәғариф министрлығы чиновниктары, Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары, Һуғыш һәм хәрби хеҙмәт һәм хәрби - патриотик клубтар комитет ы вәкилдәре лә ҡатнашты. "Түңәрәк өҫтәлде" "Берҙәм Рәсәй" төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Ринат Миһранов а лып барҙы.
       - Патриотлыҡ мәктәп йылдарынан үҫтерелергә тейеш. Бына
       минең Суворов училищеһын асыу һәм балаларымды шунда
       уҡытыуға бәйле хыялым бар. Бөгөн иң мөһиме - конкрет эштәрг ә тотоноу, - тине БР Дәүләт Йыйылышы депутаты, республиканың "Наркотиктарһыҙ ҡала" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Флүр Әсәҙуллин.
       Рәсәйҙә дөйөм мөхиттең үҙгәреүе дәүләт кимәлендә лә, шәхс и кимәлдә лә патриотлыҡтың тергеҙелеүенә өмөт уята, - тип билдәләне "түңәрәк өҫтәлдә" ҡатнашыусылар. Һис шикһеҙ, был эштә ветерандарҙың аҡыллы һүҙе алмаштырғыһыҙ.
       - Патриотлыҡты үҙеңдән башларға һәм тарихты үҙгәртергә маташыуҙарға ҡаршы торорға кәрәк. Былай тип әйтергә кәрәк:
       тыуған илеңде яратаһың икән - сигенмәйәсәкһең, - тип ялҡынл ы сығыш яһаны Һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитеты
       рәйесе урынбаҫары Ғәбделәхәт Фәсхетдинов. Ул иғтибарын
       патриотик эште төҙөүгә йүнәлтте. Унан һуң һүҙҙе һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы президиумы ағзаһы Сабир Йыһаншин алды: "СССР тарҡалғандан һуң патриотик тәрбиә көсһөҙләнде. Мәктәптәргә күҙ һалығыҙ! Тарих дәреслектәренең
       ҙур өлөшө Сорос аҡсаһына сығарылған - уларҙа төп еңеүселәр тип американдар һәм инглиздар билдәләнә. Бөгөн тарих буйынса
       нормаль дәреслектәр барлыҡҡа килә башлауы ҡыуандыра".
       - Иптәштәр, һеҙ Мәскәү менән бәйләнеш тотаһығыҙ, - тип мөрәжәғәт итте Сабир Йыһаншин "Берҙәм Рәсәй" вәкилдәренә. - Советтың данлы үткәнен боҙоп күрһәтеүҙе иҫкәртеү өсөн был һорауҙарҙы унда күтәрергә кәрәк. Ғөмүмән, алда ҙур эш тора. Йәштәрҙең 82 проценты армияла хеҙмәт итеү һәм Ватанды һаҡлауға ҡаршы сығыш яһауы яҡшымы ни
       Уны Ринат Миһранов та хупланы: "Көнбайышҡа көслә Рәсәй түгел, сеймал колонияһы ғына кәрәк. Шуға күрә патриотик тәрбиәгә ҡаршы көстәр барлығы аңлашыла".
       "Патриотлыҡты тәрбиәләү - буталсыҡ процесс түгел, ул норматив документтарҙан тора, - тине республиканың Мәғариф министрлығы вәкиле Лира Шәрипова. - Әлеге ваҡытта "2006 - 2010 йылдарға Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү" Дәүләт программаһының эҙемтәһе булараҡ, Башҡортостан халҡын патриотик тәрбиәләү буйынса саралар планы өҫтөндә эш бара. Октябрь айында беркетелгән финанс сығанаҡтары һәм уларҙы ойоштороу буйынса яуаплы кешеләре
       булған саралар исемлеге барлыҡҡа киләсәк. Бер ыңғай БР Хөкүмәте вице - премьеры Илдус Илешев етәкселегендә патриотик тәрбиә буйынса координация советын төҙөү өҫтөндә
       лә эш бара.
       Тағы ла ветерандар мәктәптәргә йәки башҡа уҡыу йорттарына
       Бөйөк Ватан һуғышында һәм башҡа хәрби конфликттарҙа ҡатнашыусыларҙы саҡырғанда, үҙҙәре менән кәңәшләшеүҙәрен үтенде. "Үҙҙәре үк осрашыуға атлығып тороусылар күп булыуын
       аңлайбыҙ - уларҙың күкрәге тулы миҙал булыуы ла ихтимал. Әммә уларҙы тикшерергә кәрәк, "ялған" ветерандар етерлек хәҙер!"
       Ринат Миһранов билдәләүенсә, патриотик тәрбиәләүҙә координациялау һәм консолидациялау бурысы БР Йәштәр
       сәйәсәте буйынса дәүләт комитетына йөкмәтелә. "Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы" төбәк штабы етәксеһе Руслан Ғиззәтуллин үҙенең сығышында йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү бурысын хәл итеүҙе үҙ өҫтәренә алыуҙарын белдерҙе. Һәм, әлбиттә, йәш быуын менән эшләүҙең яңы алымдарын һәм ысулдарын эҙләргә кәрәк. "Әммә йәштәрҙең теләктәрен дә ишетеү һәм аңлау мөһим", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды "йәш гвардиясылар" лидеры.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал