6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Йөҙ һорау - йөҙ яуап, йәки Наркотиктар тураһындағы хәҡиҡәт
05.09.06


       Наркотиктар ҡулланыу енси әүҙемлекте арттыра тиҙәр.. Наркотикты бер тапҡыр ҡулланыу үлемгә килтереүе мөмкинме.. Кеше саманан тыш наркотик ҡабул иткән осраҡта нимә эшләргә. . Ошо һәм наркотизмды иҫкәртеүгә бәйле башҡа һорауҙарға
       яуапты РФ Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы сығарған "Йөҙ һорау - йөҙ яуап" (йәки Наркотиктар һәм наркотизм тураһында хәҡиҡәт) китабында табырға мөмкин.
       - Бөгөн Рәсәйҙә наркотик һәм психотроп матдәләрҙең таралыу
       һәм ҡулланылыу кимәлен халыҡты күпләп юҡ итеүсе ҡорал менән
       сағыштырырға мөмкин, - ти РФ Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса
       идаралығы начальнигы Валерий Кокин. - Һәм наркотиктарға ҡаршы көрәштә мәғлүмәт яҡшы ҡорал ролен үтәй алалыр, тип уйлайым.
       Ошо маҡсатта "Йөҙ һорау - йөҙ яуап" китабы идаралыҡ хеҙмәткәрҙәренең профилактика саралары үткәреү ваҡытында педагогтар, ата - әсәләр, уҡыусылар һәм студенттарҙың уларға биргән һорауҙарына яуаптары формаһында сығарылған. Уның авторҙары - идаралыҡтың элекке начальнигы, бөгөн БР Дәүләт
       Йыйылышы депутаты Әмир Ниғмәтйәнов һәм идаралыҡтың профилактика өлкәһендә ведомство - ара эшмәкәрлек бүлеге начальнигы Галина Кәримова.
       Китапта наркотиктар ҡабул итеүҙең төп билдәләре, психоакт ив матдәләр ҡулланыуҙың эҙемтәләре, законһыҙ әйләнештә
       ҡатнашлыҡ өсөн яуаплылыҡ хаҡында һөйләнелә. Китапты сығарыуҙа Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, Өфө дәүләт иҡтисад
       һәм сервис академияһы, БДПУ, Шолохов исемендәге Мәскәү университетының Өфө филиалы, Һамар дәүләт педагогия университетының филиалы студенттары ҡатнашҡан.
       Ә хәҙер мәҡәлә башындағы һорауҙарға әйләнеп ҡайтайыҡ. Наркотиктар ҡулланыу ысынлап та енси әүҙемлекте арттырамы Ҡ айһы бер наркотиктарҙы ҡабул иткәндән һуң көслө енси теләк барлыҡҡа килә, сыҙамлылыҡ арта. Әммә наркотик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә иң дәртле ғашиҡты ла енси мөнәсәбәттәргә битараф итә,
       кешенең барлыҡ теләге наркотик эҙләүгә генә йүнәлтелә.
       Наркотиктарҙы тәүге тапҡыр ҡулланыу үлемгә килтерә аламы
       Ала икән шул. Организмдың кеше үҙе лә белмәгән ҡайһы бер үҙенсәлектәре арҡаһында наркотиктарҙы бер тапҡыр татып ҡарау
       ҙа көслө ағыуланыуға, хатта үлемгә лә килтереүе ихтимал. Беренсе дозанан уҡ бойондороҡлоҡ барлыҡҡа килеүе мөмкин. Ярайһы уҡ аҡыллы, әммә был тормошта барыһын да бер тапҡыр татыпҡарарға теләүсе күп кешеләрҙе наркотик һәләк итеүе билдәле.
       Кеше саманан тыш наркотик ҡулланғанда нимә эшләргә Был осраҡта "Йөҙ һорау - йөҙ яуап" китабы кешене ҡабырғаһына йәк и эсенә һалырға, ауыҙ ҡыуышлығын ҡоҫҡолоҡтан таҙартырға һәм нашатыр спирты еҫкәтергә кәңәш итә. Һәм мотлаҡ "Тиҙ ярҙам" саҡыртырға кәрәк! Шулай уҡ уның тын алышын күҙәтеү мөһим, әгәр һулышы минутына 8 - 10 - дан да һирәгерәк икән, яһалма тын алдырырға кәрәк.
       Валерий Кокиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, был китаптан тыш "Башҡортостан - наркомания, алкоголизм һәм тәмәке тартыу" йыйынтығы ла халыҡта ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуы мөмкин. Унда республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдары, министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың БР Президентының "2005 йылды наркомания, эскелек һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү йылы итеп иғлан итеү тураһында" Указына бәйле сараларҙы тормошҡа ашырыу эшенә йомғаҡ яһала, бөгөнгө йәмғиәттә наркотиктар ҡулланыуҙы иҫкәртеү проблемалары асыла.
       2006 йылда идаралыҡ тарафынан законһыҙ әйләнештән 169,4 килограмдан ашыу наркотик тартып алынған, 2005 йыл менән сағыштырғанда, был 6,2 тапҡыр күберәк. Уның 25 килограмдан күберәге героин, 137 килограмы - марихуана, бише - мәк һалам ы, 0,8 килограмм хәшиш һәм 230 грамм кокаин. Был 345 мең наркотик дозаһы әҙерләүгә етә, "йәшерен" баҙар хаҡтары буйынса ул 39 миллион һум тирәһе тора. Бынан тыш 3,3 тоннана н ашыу көслө тәьҫир итеүсе матдәләр - хлороформ, толуол һәм 7,4 тонна прекурсорҙар - ацетон, көкөрт һәм тоҙ кислотаһы та ртып алынған.
       "Башҡортостан Республикаһында наркотизм" монографияһы республикала наркотизм проблемаларын тулыһынса һәм төрлө яҡлап тикшерә. Уның нигеҙендә бай эмпирик база ята: Рәсәйҙә
       һәм Башҡортостанда наркотиктарға ҡаршы сәйәсәткә ҡағылышлы рәсми документтар, социаль һорау алыу һөҙөмтәләре,
       наркотизмды иҫкәртеү буйынса автор проекттары һәм башҡалар.
       Әгәр тәүге ике китап һәр кем өсөн ҡыҙыҡһыныу тыуҙырһа, өсөнсөһө йәмғиәттең социаль сәләмәтлеге тураһында
       ҡайғыртыусы сәйәси һәм идара итеү структуралары хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ ғилми һәм уҡыу - педагогика
       учреждениеларына адресланған.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал