6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Ҡыҙыҡлы һәм серле шәхес
04.09.06


       Алтын ҡайынҡайҙар, сәскәләргә сумған баҡсалар, ҡар баҫҡан ҡалҡыулыҡтар - бындай пейзаждарҙы йыш күрергә тура килә. Ни тиһәң дә ошо тәбиғәт ҡосағында йәшәйбеҙ. Әммә улар ни тиклем
       ҡараһаң да ялҡытмай. Һәр бер кадр иҫтә ҡала, күңелде сафландыра. "Урал" галереяһында оҫта башҡорт рәссамы Нәхим Й осоповтың картиналар күргәҙмәһен асыу тантанаһына йыйылған д уҫтары, туғандары, хеҙмәттәштәре лә шулай тип иҫәпләй.
       - Нәхим Миңләхмәт улы Йосопов - ҡыҙыҡлы һәм серле шәхес, - ти галерея директоры Кәримә Кайдалова. - Уның күргәҙмәһе беҙҙең галереяла тәүге тапҡыр 2002 йылда булды, әммә хәҙер, дүрт йыл үткәс, уның йылылыҡ һәм яҡтылыҡ менән һуғарылған картиналарын өр - яңынан күргәндәй булаһың. Экспозиция
       рәссамдың тыуыуына 70 йыл тулыуына арналған. Унда авторҙың вафатынан һуң ҡыҙы Натальяның коллекцияһында һаҡланған әҫәрҙәр ҡуйылған. Башлыса улар Йосопов йәшәгән Ҡариҙел
       районы пейзаждары. Беҙҙең галереяға күргәҙмә оҫтаның
       дуҫтары - хеҙмәттәштәре һәм ҡыҙының энтузиазмы арҡаһында әйләнеп ҡайтты. Һәм беҙ бөгөн тағы ла уның ғәжәйеп донъяһын а ҡарап һоҡлана һәм уға ҡағылыуыбыҙ менән бәхетле була алабы ҙ. - Атайым 1936 йылдың 10 майында Ҡариҙел районында, крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Бик талантлы бала була - б иш йәшендә иркен уҡый һәм яҙырға өйрәнә. Бик иртә һүрәт төшө рә башлай. Өфөлә сәнғәт училищеһын тамамлай һәм тыуған яғына
       өлгөрөп еткән рәссам булып ҡайта, - тип һөйләй Нәхим Йосоповтың ҡыҙы Наталья Ғуфранова. - Ул еңел кеше булды, тип
       әйтә алмайым, атайым менән дуҫ булыуы, йәшәүе ҡыйын ине, унан нимәгәлер өйрәнеүе лә ауыр булды. Ул үҙенә һәм яратҡан кешеләренә ҡарата бик талапсан ине. Бик тә талантлы, белемле , ҡыҙыҡһыныусан, алдан күрә белеү һәләтенә эйә булараҡ, атай ым шул тиклем ҡатмарлы һәм матур донъя асты, уның төҫтәренең
       сағыулығынан хатта ваҡыты менән тын ҡыҫылғандай була.
       Уның эштәре араһында башлыса Ҡариҙел районы пейзаждары өҫ төнлөк итә. Картиналар - унан ҡалған берҙән - бер нимә. Атайым иртә китте - 1994 йылдың һигеҙенсе октябрендә.
       - Был күргәҙмәнең алышта булыуы һәм иң яҡшы һалдаттарҙың һәләк булыуы тойола, әммә иҫән ҡалғандарында ла Нәхимдең ҡулы һиҙелә, - тине экспозицияны асҡан ваҡытта Йосоповтың "дуҫы, остазы һәм иптәше" Виктор Позднов. - Тәү ҡарашҡа уҡ
       был картиналарҙы һынлы сәнғәткә ғашиҡ кеше төшөрөүе күренә.
       Төҫтәр ҡуйы, һутлы - күк, зәңгәр, йәшел, һары... Бындай пейзаждарҙы, бындай матурлыҡты башҡа бер ерҙә лә күреү
       мөмкин түгел. Был беҙҙең тыуған Башҡортостаныбыҙ. Үҙенсәлекле, тәрән. Икенсе ундай төйәк юҡ! Рәссамдың
       әҫәрҙәрендә тыуған яҡҡа һөйөү ҡылы айырыуса асыҡ, үҙенсәлекле тойғо менән яңғырай.
       - Авторҙа үткән осорҙоң ҡеүәтле көсө һиҙелә. Уның үҙ көсө нә
       ышанысын күрергә мөмкин. Мин Нәхим Миңләхмәт улының картиналарында ҙур шатлыҡ менән тыуған яҡтарымды таныйым, уның менән бергә тәбиғәт гүзәллегенә һоҡланып бағам. Автор кеүек, беҙҙең алдан юл таҙартып барған кешеләр арҡаһында беҙ
       рәссам булып үҫә инек, - тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлаш а Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт музейы директоры
       Фәйзрахман Исмәғилев.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал