6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Стартҡа тиклем бер нисә сәғәт ҡалды
04.09.06


       Иртәгә йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты башлана. Республика был сараға оҙайлы һәм ентекле әҙерләнде. Алда көткән ярыштар уны ойоштороусылар һәм ҡатнашыусыларҙа ниндәй тойғолар тыуҙыра, тамашасылар һәм спортсылар был саранан нимә көтә икән
       Лилиә Шафиҡова, донъя чемпионатының пресс - атташеһы, Башҡортостан Республикаһы физик культура, спорт һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте секретары:
       - Йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты - ғәйәт ҙур сара . Республикала бындай кимәлдәге ярыштар үткәне юҡ ине әле. Әммә уның иң юғары кимәлдә үтеүе өсөн барыһы ла эшләнгән. Бары тик эшләп бөтөүҙе талап итеүсе ҡайһы бер деталдәр генә
       ҡалды.
       Николай Иванов, ПЧ - 3 посы начальнигы:
       - Дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәтенең 22 - се отряды донъя чемпионатының хәүефһеҙ үтеүе өсөн тейешле сара күрҙе. Беҙ республика спортсылары, Рәсәй йыйылма командаһы өсөн "көйәбеҙ". Уларға еңеүҙәр һәм уңышлы сығыш яһауҙарын теләйбеҙ!
       Михаил Ткаченко, баш судья, халыҡ - ара категориялы судья , Рәсәй Федерацияһы һәм СССР - ҙың атҡаҙанған судьяһы:
       - Чемпионатҡа тиклем дә, унан һуң да судьялыҡ коллегияһын ың эше бик күп. Барыһы ла уңышлы үтһен өсөн 24 - әр сәғәт эшләйбеҙ.
       " Ҡортсолоҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан ғилми - тикшеренеү үҙәге" дәүләт учреждениеһының генераль директоры Әмир Ишемғолов:
       - Беҙҙең маҡсат - ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙ ы Башҡортостан Республикаһының "визит карточкаһы" - бал, шулай уҡ урындағы халыҡтың ғөрөф - ғәҙәттәре, йолалары,
       тарихы менән таныштырыу.
       Иван Журавлев, Башҡорт физик культура институты студенты:
       - Мин донъя чемпионатынан тамаша көтәм! Бындай күләмдәге ярыш ҡарау мөмкинселеге тормошомда тәүге тапҡыр. Бер көнөн д ә ҡалдырмайынса, республикабыҙ спортсылары өсөн көйәсәкмен.
       Зинаила Шабалова, "Биатлон" спорт - һауыҡтырыу комплексы хеҙмәткәре:
       - Мин беҙҙең спортсыларға уңыштар һәм еңеү теләйем. Беҙ барыбыҙ бергә Максим Чудов, Филипп Шульман, Мария Сергиенко өсөн көйәсәкбеҙ.
       Гөлнара Сафина, еңел атлетика буйынса спорт мастерлығына кандидат:
       Мин дуҫтарым Максим Чудовҡа, Таня Зевахинаға еңеү теләйем ® Тәүәккәлләгеҙ, дуҫтар!
       Волонтерҙар төркөмө:
       - Беҙ республикабыҙҙа шундай ҙур сара үткәрелеүе менән
       ғорурланабыҙ. Беҙҙә бик ҙур яуаплылыҡ ята - телевизион
       трансляцияның тотҡарлыҡһыҙ барыуын тәьмин итергә тейешбеҙ.
       Катренко Алексей, ярыштарҙа ҡатнашыусы:
       - Чемпионатты ойоштороу кимәле таң ҡалдырҙы. Бына тигән ресторан, туҡланыу яҡшы ойошторолған, сибәр официанткалар...
       Бер һүҙ менән әйткәндә, спортсыларҙың яҡшы сығышы өсөн кәрәкле шарттарҙың барыһы ла тыуҙырылған.
       Диләфруз Ишомхусанова, Анна Тимофеева, Үзбәкстандың йыйылма командаһы:
       - Бик йылы ҡаршы алдылар. Башҡортостандың кешеләре ҡунаҡсыл. Уңайлы һәм күркәм ҡунаҡхана, ашатыу яҡшы кимәлдә, тарсса һәм атыу урыны һәйбәт итеп эшләнгән. Чемпионатҡа әҙерлеккә етди ҡарашта булыуҙары һиҙелә. Ойоштороусыларға рәхмәт.

Александр Фатиев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал