6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Лев Бараг әкиәттәр һәм легендалар илендә
04.09.06


       1986 йылда, егерме йыл элек, 18 томлыҡ "Башҡорт халыҡ
       ижады" ҡомартҡылар йыйынтығын нәшер итеү тамамлана. Был республиканың мәҙәниәт тормошонда ҙур ваҡиға була. Баҫманы с ығарыуға ҙур өлөш индергән ғалимдар коллективына 1987 йылда Салауат Юлаев исемендәге премия тапшырыла. Әхнәф
       Харисов (үҙе үлгәндән һуң), Нур Зарипов, Лев Бараг, Фәнүзә Нәҙершина, Мөхтәр Сәғитов (үлгәндән һуң), Әхмәт Сөләймәнов лауреат исемен яулай.
       Һүҙ уларҙың береһе - урыҫ фольклорсыһы Лев Григорьевич Бараг ( 1910 йылдың 13 ғинуары - 1994 йылдың 4 сентябре) хаҡында бара. Ул Киевта донъяға килә. Мәскәү университетын тамамлай. Педагогия техникумында уҡыта, Минск педагогия институтында, Урал университетында урыҫ, белорус, сит тел әҙәбиәттәре кафедраһына етәкселек итә. 1951 йылдан башлап
       Башҡорт дәүләт университетында эшләй, урыҫ әҙәбиәте һәм фольклор кафедраһына етәкселек итә.
       "Башҡорт халыҡ ижады" йыйынтығы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәренең көсө менән сығарыла. Ситтән бер генә ғалим саҡырыла - Лев Григорьевич Бараг.
       Бараг белорус, урыҫ һәм украин ижады ғына түгел, башҡорт әкиәттәре буйынса ла ҙур белгес булараҡ танылыу таба. 1934 йылдан 1990 йылға тиклем ул Рәсәй (шул иҫәптән Башҡортостан да), Белоруссия, Украина буйынса фольклор - этнография экспедицияларында ҡатнаша. Уның ғилми эшмәкәрлеге 18 - 20 быуаттарҙа көнсығыш - славян һәм төрки әкиәт эпостарын өйрәнеүгә бәйле.
       Бараг урыҫ, белорус һәм башҡорт әкиәттәре һәм риүәйәттәренең күп һанлы ғилми баҫмаларын бойомға ашырыусы к еше. Башҡорт дәүләт университетында ғына уның етәкселеге аҫтында "РСФСР халыҡтары фольклоры" вуз - ара ғилми йыйынтығының 20 сығарылышы донья күрә.
       Ғалим Барагҡа сит илдең дә "күҙе төшә". Ул немец һәм ингл из телдәрендәге көнсығыш - славян әкиәттәре сюжеттары белешмәһен сығарыуҙа ҡатнаша, белорус әкиәте тураһында монография һәм 60 томлыҡ "Әкиәттәр энциклопедияһы" статьялары ( Берлин - Нью - Йорк, 1977 - 1999) авторы булара ҡ та билдәле.
       БДУ - ла эшләгәндә, Бараг рухы буйынса үҙенә яҡын булған Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының баҫмаларын әҙерләүҙә ҡатнашмайынса булдыра алмай, әлбиттә. Ул ике томлыҡ "Башҡорт совет әҙәбиәтен" төҙөүгә ҙур өлөш индерә.
       "Башҡорт халыҡ ижады" күп томлығының биш томын тылсымлы, тылсымлы - героик, батырҙар, хайуандар тураһында, социаль - көнкүреш әкиәттәре тәшкил итә. Был үҙе үк башҡорт халҡының әкиәт эпосы энциклопедияһы булып тора.
       Ғалим Әхмәт Сөләймәнов менән бергә Лев Бараг әкиәттәрҙе классификациялау, системаға һалыу, комментарийҙар биреү эшен дә башҡара. Әкиәт эпосының киң ғилми әһәмиәтен иҫәптә тотоп, улар әҫәрҙәрҙең сюжетын урыҫ телендә бирә. Был барыһы
       ла халыҡ -ара ғилми кимәлдә башҡарыла. Уҡыусыларҙың быға тиклем билдәле булмаған әҫәрҙәр менән танышыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Бишенсе томда, мәҫәлән, 189 әкиәттең 183 - ө тәүге тапҡыр баҫыла.
       Беҙҙең ғалимдарға бик күптәр дуҫтарса көнләшеү менән ҡара й. "Ҡаҙағстандың ғалим - фольклорсылары Башҡортостандағы коллегалары 18 томда туған фольклорын нәшер итеп, башҡорт халҡының рухи геройына һәйкәл ҡуйҙы, тип иҫәпләй, - тип яҙа филология фәндәре докторы Р. Бердыбаев. - Баҫма башҡа халыҡтарҙың да фольклор фәненең артабанғы үҫешенә булышлыҡ итәсәк".
       Был ғалим Лев Барагтың да ҡаҙанышы. "Башҡортостан энциклопедияһының" беренсе томында уның тураһында ентекле мә ҡәлә бирелеүе бик яҡшы. Миңә был ғалим менән таныш булыу һәм
       уға Салауат Юлаев исемендәге премия тапшырыу тантанаһында ҡатнашыу бәхете насип булды.
       Был фото наградалар тапшырылғандан һуң төшөрөлгән: Лев Григорьевич Бараг икенсе рәттә уң яҡтан беренсе.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал