6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Иң мәргәндәр Өфөлә йыйыла
04.09.06


       Йәйге биатлон буйынса ун беренсе донъя чемпионатында ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар Өфөгә ағыла. Көн һайын Башҡортостандың баш ҡалаһында ярыштарҙы ойоштороусылар
       донъяның төрлө илдәренән килгән делегацияларҙы ҡаршы ала.
       Үткән йәкшәмбе көнө лә "Өфө" халыҡ - ара аэропортында сираттағы ҡунаҡтар сәксәк һәм ҡымыҙҙан ауыҙ итте.
       Йәкшәмбе көнө иртә менән башҡорт еренә АҠШ атлеттары, уларҙан һуң ун минут үткәс - Германия спортсылары аяҡ баҫты. Артабан хөрмәтле ҡунаҡтар - Халыҡ - ара биатлонсылар союзы (IBU) президенты Андерс Бессеберг (Норвегия) һәм Рәсәйҙең биатлонсылар союзы президенты Александр Тихонов, шулай уҡ был ведомстволарҙың башҡа вәкилдәре лә килде. Ҡаршы алыусылар араһында БР физик культура, спорт һәм туризм министры Владимир Самородов та бар ине. Милли башҡорт ашамлыҡтарын тәмләп ҡарағандан һуң, ҡунаҡтар йәшәү урындарына йүнәлде.
       Андерс Бессеберг һәм Александр Тихонов Өфөгә Ханты - Мансийск ҡалаһында биатлонсыларҙың алтынсы Халыҡ - ара конгресы тамамланғандан һуң килде. Унда Бессеберг ҡайтанан президент вазифаһына һайланған, шулай уҡ башҡарма һәм техник комитет, аудиторҙар составы комплектланған. 50 кешене ң 31 - е Бессеберг файҙаһына тауыш биргән. 19 тауыш биреүсе иһә Словениянан Янеш Водичарҙы хуп күргән.
       21 ил спортсылары ярыштарҙа ҡатнашырға теләк белдерҙе. Бөгөнгө көндә Рәсәй, Үзбәкстан, Германия, Белоруссия, АҠШ спорт делегациялары Өфөгә килеп етте лә инде. Бөгөн - иртәгә Финляндия, Словакия, Польша, Латвия, Эстония, Словения, Украина, Чехия, Болгария һәм башҡа илдәрҙең йыйылма командаларын көтәбеҙ.
       Шулай итеп, иртәгә Өфөнөң "Биатлон" спорт - һауыҡтырыу комплексында йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты
       башлана. 5 сентябрҙә сәғәт 19. 00 - дә ярыштарҙы асыу тантанаһы буласаҡ, ойоштороусылар вәғәҙә итеүенә ҡарағанда, ул бик сағыу булырға оҡшай.

Елена Евтеева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал