6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Биатлон буйынса чемпионат: беҙ - әҙер
01.09.06


       Өфөлә йәйге биатлон буйынса ун беренсе донъя чемпионаты башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. 5 сентябрҙә ҡунаҡсыл
       "Биатлон" спорт комплексы үҙенең ишектәрен күп һанлы ҡунаҡтар - спортсылар, vip - персоналар, тамашасылар өсөн ки ң асасаҡ. Ойоштороусылар бөгөнгө көнгә һуңғы - биҙәү эштәрен тамамлай.
       БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов башҡарылған эшкә бик юғары баһа бирҙе. Ул әҙерлек барышын
       даими иғтибар аҫтында тотто һәм ойоштороусыларҙың һуңғы ултырышында ла ҡатнашты.
       БР физик культура, спорт һәм туризм буйынса министры Владимир Самородов һәм БР Биатлон федерацияһы рәйесе Энгельс Ҡолмөхәмәтов Рафаэль Байдәүләтов өсөн комплекс территорияһы буйлап экскурсия үткәрҙе.
       Максим Чудов барыһына ла яңы "Курвинен" электрон - механикалы сәп ҡоролмаларының нисек эшләүен күрһәтте. Ул иҫ киткес мәргәнлек күрһәтеп, бөтә сәптәргә лә тейҙерҙе. Хатта
       Премьер - министр: "Бына Туринда ла шулай атһаң! Әммә барыбер берәү ҙә һиңә тиңләшә алмай!" - тип маҡтап ҡуйыуҙан да тыйыла алманы.
       Ултырыш ваҡытында эшләнгән эшкә һуңғы нөктәләр ҡуйылды. Владимир Самородовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, төҙөүселәр үҙ эшен йылдам һәм үҙ ваҡытында башҡарған. Хәҙер Өфөнөң "Биатлон" комплексы илдә иң яҡшы өс комплекс араһына инә. Быны почетлы ҡунаҡтар ҙа баһалар тип өмөтләнәбеҙ, улар араһында мотлаҡ Халыҡ - ара биатлонсылар союзының башҡарма к омитеты, Рәсәйҙең Олимпия комитеты ағзалары һәм башҡалар бул асаҡ.
       Бөгөнгө көнгә саңғы роллеры һәм йүгереү трассалары әҙер, транспорт, туҡланыу, "Рәсәй" һәм "Президент - отель" ҡунаҡханаларында йәшәү, мәҙәни - күңел асыу программаларына ҡағылышлы мәсьәләләр хәл ителгән. Әйткәндәй, чемпионатты ябыу тантанаһы 10 сентябрҙә "Нефтселәр" Мәҙәниәт һарайында
       үтәсәк.
       Быларҙың барыһы өсөн дә бағыусыларға рәхмәт әйтергә кәрәк . Башҡортостанды бөтә донъяла биатлон үҙәге тип таныһындар өсөн улар 30 миллион һумдан ашыу аҡса бүлде.
       Ултырыш аҙағында Рафаэль Байдәүләтов башҡарылған эш өсөн барыһына ла рәхмәт белдерҙе һәм әҙерлектең яҡшы кимәлдә булыуын билдәләне. Хәҙер инде 20 илдән килгән спортсылар ҡатнашасаҡ ( 170 - тән ашыу кеше) чемпионаттың башланыуын
       көтөргә ҡала.

Елена Евтеева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал