6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Андрей Платонов биографияһындағы "аҡ таптар"
01.09.06


       20 быуаттың иң серле һәм, бәлки, иң "уҡылмаған" урыҫ яҙыусыларының береһе булған Андрей Платонович Платонов ( 1899 йылдың беренсе сентябрендә тыуған) 1941 йылдың октябренән 1942 йылдың июленә тиклем Өфөлә эвакуацияла була.
       Уның тормошо һәм ижады бөгөн дә тәнҡитселәр һәм тикшереүселәрҙең иғтибарын йәлеп итә.
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Андрей Платоновтың Өфөлә йәшәү осоро уның биографияһында "аҡ тап" булып ҡалыуын дауам итә. "Тарихтан бер көн" рубрикаһы мөмкинселек тыуғанда Өфөлә Андрей Платонов кеүек билдәле шәхестәр булыуы тураһында һөйләп маһайыуҙан баш тартмай. Әммә Башҡортостан әҙәбиәтселәренең береһе лә уның башҡорт ерендә нимә менән шө ғөлләнеүе, ниндәй пландар менән йәшәүе хаҡында ҡыҙыҡһынмаған.
       Яҙыусы биографияһының был өлөшөнә Мәскәү тәнҡитсеһе Виктор Чалмаев еңелсә генә ҡағылып үтә. Воронеж яҙыусыһы һәм ғалимы Олег Ласунский үҙенең яҡташы Андрей Платоновҡа арналған китабы өҫтөндә эшләй. Тәбиғи, ул яҙыусының Өфөлә йәшәгән осорон иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай һәм беҙҙең өсөн ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ факттарға тап була.
       Андрей Платоновтың Башҡортостанда ижади эш менән шөғөлләнеүен дауам итеүе хаҡында билдәле. Эвакуациялағы
       Мәскәү яҙыусылары секцияһының йыйылышында ул ижади отчет ме нән сығыш яһай. "Тимер ҡарсыҡ", "Ҡарт һалдат", "Хоҙай ағасы", "Төнгө күктә" тип исемләнгән антивашистик хикәйәләре н яҙыусылар һәм журналистар юғары баһалай һәм хикәйәләрҙе ысын поэтик әҫәр, тип атай Яҙыусылар Андрей Платоновтың тағы
       ла сығыш яһауын, башҡа әҫәрҙәрен дә уҡып ишеттереүен һорай.
       1942 йылда Өфөлә ул үҙенең "Броня" исемле тәүге хәрби хикәйәһен яҙыуҙан тыш, автор "Ватан күге аҫтында" китабын да әҙерләй. 1943 йылдың ғинуарында сыҡҡан был китапҡа алты
       хикәйә инә.
       Йыйынтыҡ "Крәҫтиән Йәғәфәр" очерк - хикәйәһе менән асыла - быны яҙыусының ауыр һуғыш йылдарында фашистар биләгән территорияларҙан килеүселәрҙе һыйындырған башҡорт еренә рәхмәт билдәһе тип аңларға кәрәк.
       Андрей Платоновтың Өфөлә йәшәгән осоронан белгәндәребеҙ о шо. 1942 йылда Совет яҙыусылары союзының хәрби комиссияһы ун ы Мәскәүгә саҡыртып ала.
       Олег Ласунский Платоновтың республикала үткәргән айҙары ентекле өйрәнеүҙе талап итә тип һанай. Уның Мәскәү менән хат алышыуына иғтибар итергә кәрәк. Өфөгә ебәрелгән ҡайһы бер хаттарҙың текстары баҫылған да инде. Мәскәүҙән Өфөгә Платоновҡа яҡын булған яҙыусылар һәм мөхәррирәт - нәшриәт өлкәһенән - Л. И. Гумилевский, Э. Л. Миндлин, Я. С. Рыкачев һәм башҡаларҙан хаттар килә. Был хаттарҙан Платоновтың Өфөлә байтаҡ әҫәрҙәр, шул иҫәптән һуғыш тураһында иң үҙенсәлекле "Йәнһеҙ дошман" хикәйәһен яҙыуы күренә. Платоновтың Өфөнән туғандарына, башлыса алғанда, бажаһы П. А. Трошкинға яҙған хәбәрҙәре уның башҡорт баш ҡалаһында ҡыҙыу ижади хеҙмәт менән шөғөлләнеүе тураһында һөйләй алыр ине.
       Быға тиклем баҫылған архив документтарынан Платоновтың
       Өфөлә йәшәгән осоронда фронт эргәһендәге тимер юл геройҙары хаҡында очерктар яҙырға тейешлеге күренә. Шулай уҡ
       Платоновтың Төп Хәрби - Санитар идаралыҡтың һорауы буйынса һуғышта хәрби медицина кадрҙарының эше тураһында әҫәрҙәре ө ҫтөндә эшләргә тейешлеге күҙаллана. Был проекттар үтәлгәнме - юҡмы - быны башҡорт тикшереүселәренә асыҡларға кәрәк.
       Андрей Платонов ижадының тағы бер яғы тикшерелмәгән. Ул башҡорт фольклоры менән ихлас ҡыҙыҡһына. Әле 1947 йылда уҡ М әскәүҙә "Детгизда" Платонов эшкәртелеүендә "Башҡорт халыҡ әк иәттәре" баҫыла. Башҡа милләттең халыҡ ижады әҫәрҙәрен эшкәртеү - Андрей Платонович Платоновтың биографияһында
       шулай уҡ айырым эпизод булып тора.
       Йәғни, күренекле яҙыусы биографияһының Өфөләге биттәрендә бер генә түгел, бер нисә "аҡ тап" бар. Ул тикшереүселәр һәм крайҙы өйрәнеүселәр эшмәкәрлеге өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
       Андрей Платонов Өфөлә ғаиләһе менән ҙур булмаған ағас йортта йәшәй. Унда булғандан һуң шағир Ғәзим Шафиҡов
       түбәндәге шиғырын яҙа:
       Хозяюшка квартиры
       На Ново - Мостовой -
       Единственная в мире
       Свидетельница той
       Поры его уфимской
       Ежовой как репей,
       Мне говорит: "Из миски
       Вот этой ел Андрей,
       Пил горькую, а Рита
       Бранилась на чем свет...
       Так чем же знаменит он,
       Хоть ты мне дай ответ!"
       А вот диван где спал он,
       Писатель горьких бед -
       Стоит, как пьедестал он,
       А памятника нет.
       Лишь выбилась пружина
       Из чрева вверх торчком...
       Сижу на нем недвижно
       Четвертый час молчком.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал