6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Һаулыҡҡа - иғтибар
01.09.06


       Рәсәй халҡының сәләмәтлеге федераль кимәлдә етди борсолоу
       уята. Үлем, инвалидлыҡ, йәрәхәт алыу осраҡтары арта, тыуым кәмей, ғүмер ҡыҫҡара... Өҫтәүенә алкоголизм, наркомания һәм тәмәке тартыу күләме ҡырҡа артты, был алама ғәҙәттәрҙең йәш ҡатын - ҡыҙҙар һәм мәктәп уҡыусылары араһында таралыу алыуы күҙәтелә. Әйтелгән проблемаларҙың яҡын киләсәктә милли һәләкәткә лә алып килеүе мөмкин.
       Ошо көндәрҙә "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР һаулыҡ һаҡлау министры Фәнил Шәмиғолов Рәсәйҙә булған негатив тенденцияларҙың билдәле бер өлөшө Башҡортостанға ла хас булыуын белдерҙе. Уның һүҙҙәре буйынса, Республика Советының һаулыҡ һаҡлау үҫеше буйынса планлаштырылған күсмә ултырышында был проблемалар иғ тибарһыҙ ҡалмаясаҡ.
       Министр фекеренсә, иң мөһим мәсьәлә - балаларҙың сәләмәтлеген яҡшыртыу юлдарына иғтибарҙы арттырыу. Бөгөн
       мәктәп сығарылыусыларының 16 проценты ғына тулыһынса сәләмәт. 61 проценты - сағыштырмаса сәләмәт, йәғни даими
       рәүештә табиб күҙәтеүенә мохтаж, ҡалған 23 проценты хроник ауырыуҙарға дусар. Министр республика райондарында йәшәүселәрҙең күпселеге өсөн сәләмәтлек тураһында ҡайғыртыу ғәҙәте бөтөнләй юҡ, тип билдәләне. Ошоға бәйле, Фәнил Шәмиғолов "мәктәп ауырыуҙары" темаһына мөрәжәғәт итте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, күрһәткестәр буйынса беренсе урында онкологик ауырыуҙар, шул иҫәптән күкрәк биҙе шештәре тора. Икенсе урында - "ҡолаҡ - тамаҡ- танау". Өсөнсө урында - ашҡаҙан - эсәк тракты һәм дүртенсе урында - хәрәкәт итеү аппараты ауырыуҙары. Министр онкопатологиялар "илебеҙҙең бөтә ҡалаларында ла арта һәм йәшәрә" тип билдәләне. Әммә күп
       кенә ауырыуҙарҙы иҫкәртергә йә иһә башланғыс стадияһында уҡ
       дауаларға мөмкин, бының өсөн даими рәүештә медицина
       тикшереүе үтергә генә кәрәк.
       Шәмиғолов күсмә совет башланыуына Ейәнсура, Көйөргәҙе һәм Күгәрсен райондарының үҙҙәрен тәртипкә килтерә башлауын
       белдерҙе. Күмертау ҡалаһы ла һиҙелерлек үҙгәрештәр кисерә. Октябрьский, Бәләбәй, Туймазы, Дүртөйлө ҡалалары һәм Илеш районында медицина учреждениелары юғары кимәлдә эшләй.
       Фәнил Булат улы Республика Советының күсмә ултырышына әҙерлек саралары планы сиктәрендә Күмертау үҙәк район
       дауаханаһының хирургия корпусына реконструкция үткәрелеүе, Мораҡтағы поликлиника бинаһы ремонтланыуы, Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһында һәм Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылы
       участка дауаханаһында капиталь ремонт үтеүе тураһында
       һөйләне. Был дауалау учреждениеларын реконструкциялауға
       республика ҡаҙнаһынан 193 миллион 70 мең һум аҡса бүленгән.
       Райондарҙа дауалау учреждениеларын медицина һәм технологик ҡорамалдар менән йыһазландырыу, мәғлүмәт системалары менән тәьмин итеү дауам итә. Мәҫәлән, БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Хәлил Мостафин журналистарға Мораҡ ауылындағы үҙәк район дауаханаһында яңы телемедицина ү ҙәге асылыуы тураһында хәбәр итте, уның ярҙамы менән,
       ауылдан сыҡмайынса, алдынғы медицина учреждениелары һәм республика табиптары менән кәңәшләшергә була.
       2005 йылда Башҡортостанда өҫтәмә дарыу менән тәьмин
       ителеш системаһы эшләй башланы. Һәм шунда уҡ рецептар
       яҙыуҙың ҡатмарлы системаһына бәйле проблемалар барлыҡҡа килде. Республика мотлаҡ медицина страховкалау фондының
       башҡарыусы директоры Алексей Меньшиков матбуғат конференцияһында был мәсьәләне хәл итеүҙең үҙенсәлекле юлы м енән таныштырҙы. Уның һүҙҙәре буйынса, яҡын арала рецептар я ҙыу социаль карта буйынса башҡарыласаҡ. Алексей
       Михайлович льготалар, субсидиялар һәм халыҡты хеҙмәтләндереүҙә МастерCard - "Башҡортостандың социаль картаһы" түләү системаһының банк карталарын файҙаланып, берҙәм автоматлаштырылған иҫәп - түләү системаһын индереү буйынса эксперименттың үҙен аҡлауына шикләнмәй. Өҫтәүенә
       был эксперименттың ыңғай яҡтары бөгөн үк үҙен көттөрмәй: быға тиклем рецепт яҙыу кәм тигәндә 20 минут тәшкил итһә, банк карталары менән файҙаланғанда, процедураға 15 секунд сарыф ителәсәк. Һөҙөмтәлә дауахана регистратураларындағы сираттар юҡҡа сығасаҡ.
       Социаль карта социаль яҡлауға хоҡуғы булған граждандарға
       бушлай тапшырыла. Микропроцессорлы пластик картала кешегә с оциаль ярҙамға хоҡуҡ биреүсе льгота категорияһы, яҙылған рецептар тураһында мәғлүмәт бирелә. 16 сентябргә
       эксперименталь карта Шишмә районында эшләй башлаясаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал