6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Нисек итеп балала спортҡа һөйөү тәрбиәләргә
31.08.06


       Мәктәптә үҙенең физкультура уҡытыусыһынан уңыусылар күптер, тип уйламайым. "Физрук" һүҙен ишеткәндә, шәхсән минең күҙ алдыма түбәндәге образдар килеп баҫа: йыуылмаған спорт костюмы кейгән, һаҡал баҫҡан ир кеше, йә иһә күңел һалып эшләмәгән, һәр ваҡыт асыулы йөҙлө ҡатын - ҡыҙ. Тағы ла улар һәр ваҡыт төрлө спорт төрҙәре буйынса нормативтар тапшырырға мәжбүр итә...
       Әммә был һөнәр вәкилдәренең барыһы ла шундай икән, тип уйлай күрмәгеҙ. Төрлө янауҙарһыҙ һәм "икелеләр" сәпәмәйенсә лә балаларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләүсе, уларҙы әүҙем тормошҡа йәлеп итеүсе физруктар ҙа бар.
       Балаларҙы нәҡ ошондай педагогтарға ышанып тапшырырға кәрәк. Уларҙың ҡатнашлығынан тыш йәш быуындың сәләмәтлеге тураһында һүҙ йөрөтөүе мөмкин түгел. Был хаҡта юғары дәүләт кимәлендә лә йыш әйтелә. Башҡортостан Республикаһы Президенты үҙенең халыҡҡа һәм БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә бар яҡтан да үҫешкән
       йәштәрҙе тәрбиәләү - иң мөһим бурыстарҙың береһе тип
       билдәләне.
       Өфөнөң алдынғы спорт педагогтарының береһе Татьяна Михайловна Сиухова был һөнәрҙең нескәлектәре, үҙенең һәм тәрбиәләнеүселәренең уңыштары менән уртаҡлаша. Ул Октябрь районының 17 - се урта белем биреү мәктәбендә физик культура
       дәрестәрен алып бара.
       - Мин халыҡ мәғарифы отличнигы түгел, бары тик үҙ эшемде
       бик ныҡ яратып башҡарам. Уҡытыу стажым - 29 йыл. 17 - се мәктәптә уның асылыу ваҡытынан, 1991 йылдан алып эшләйем.
       Әле уның нигеҙе генә һалына ине, ә мин унда эшкә урынлашыр өсөн мәктәп директорын эҙләй ҙә башланым.
       Спорт ҡаҙаныштары буйынса беҙҙең мәктәп районда иң яҡшыларҙың береһе булып һанала. Баскетбол, саңғы, башҡа спорт төрҙәре әүҙем үҫешә. Балаларҙы башланғыс синыфтан өлкән синыфтарға тиклем "алып барам". Шунда уҡ кемдең нимәгә һәләтле булыуына иғтибар итәм. Баштан уҡ айырым спорт
       төрө менән шөғөлләнеү мөһим, тип иҫәпләйем, шуға күрә спорт
       мәктәптәре менән хеҙмәттәшлекте өҙмәйем - унда иң яҡшы уҡыусыларымды урынлаштырам, үҙем дә саңғыла йөрөү буйынса тр енер булып эшләйем.
       Ата - әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә тырышам.
       Йыйылыштарға йөрөйөм, өйҙәренә шылтыратам. Ата - әсәләрҙе б алаларына сифатлы саңғы алырға өгөтләйем. Сөнки спорт - бөгөнгө ҡурҡыныс ысынбарлыҡтан тайпылыуҙың иң ышаныслы юлы. Спорт менән дуҫ булған балалар тәмәке тартыу, иҫерткес эсемлектәр, наркотиктар ҡулланыуға ылығып бармай. Өҫтәүенә көслө спортсыларҙы вуздарға ла ҙур теләк менән алалар.
       Һөнәрем буйынса мин - саңғысы. Балаларым да минең эҙҙән бара. Өлкәне саңғы буйынса ике төр ярыш менән шөғөлләнде, хәҙер Өфөнөң "Трамплин" спорт - һауыҡтырыу комплексында эшләй. Кесеһенә 17 йәш, ул - биатлонсы, республиканың йыйылма командаһына инә. Ул беҙҙең ғаиләлә иң талантлыһы.
       Минең бер хыялым бар. Спорт кандидаты һәм мастерҙары
       тәрбиәләнем инде, хәҙер уларҙың берәйһен Олимпия уйындарында күрергә теләр инем.
       - Рәсәй мәктәптәрендә физкультура дәресен аҙнаһына өс тапҡыр үткәреү буйынса эксперимент бара. Был турала нимә уйлайһығыҙ
       - Өсөнсө дәрес бар ерҙә лә индерелмәгән. Беҙҙә, мәҫәлән, коррекция синыфында ғына. Әлегә директорҙар башҡа фәндәргә өҫтөнлөк биреүҙе хуп күрә. Бында юғарынан ҡаты бойороҡ талап ителә. Өс сәғәт мотлаҡ кәрәк. Һәм эш беҙҙең хеҙмәт хаҡында түгел, балаларҙың сәләмәтлеге тураһында һүҙ бара.
       - Физкультура дәрестәрендә билдә ҡуйыуҙы бөтөрөү кәрәкме
       - Баһа ҡуйыуҙы бөтөрөү кәрәкмәйҙер тип уйлайым - улар
       ҡеүәтле стимул ролен үтәй. Был баҫым алымы түгел - бәләкәстәргә мин бер ваҡытта ла "икеле" ҡуймайым. "Бишле" менән "дүртле" - рәхим итегеҙ, "өслөлөр" - бик һирәк. Дөрөҫ,
       өлкән синыф уҡыусыларын ҡайһы ваҡыт "икеле" менән тәрбиәләргә тура килә - сәбәпһеҙ дәрестә булмаған өсөн, мәҫәлән, әммә мин билдәне төҙәтергә мөмкин булһын өсөн, уларҙы журналға ҡәләм менән ҡуям.
       - Һеҙҙеңсә норматив тапшырыу мотлаҡмы
       - Беҙҙә нормативтар таблицаһы бар, әлбиттә, әммә мин һәр
       кемгә индивидуаль ҡарашта торам. Бер кем дә үҙ мөмкинселектәренән юғарыраҡ һөҙөмтә күрһәтә алмай. Тырышыу һ әм техника өсөн баһаны күтәрергә кәрәк, әлбиттә.
       - Нисек итеп балала спортҡа һөйөү тәрбиәләргә мөмкин
       - Бының бер ниндәй ҙә сере юҡ. Балаларға йылмайырға, улар ҙы аңларға кәрәк. Шәхси контакт булдырыу мөһим. Йәғни уларға яҡыныраҡ һәм һәр береһенә индивидуаль ҡарашта булырға кәрәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал