6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Депутат, мандатты күпмегә алдың
13.01.04


       Алыҫ 90 - сы йылдарҙа закон сығарыусы бурыстарын үтәүҙ ән баш тартып мандатын ырғытҡан Николай Травкин кеүек хәҙер ге заманда власть менән килешмәгәнлеген белдереп был ҡатырға
       ҡағыҙын ергә ташлаусылар табылыр инеме икән Ай - һай, хә ҙер депутаттар үҙенең мандатына теше - тырнағы менән йәбешеп
       ята инде ул, алйот булмаһа, әлбиттә. Был ҡағыҙ киҫәге бик ҡ ыйбатҡа төшә шул.
       Үткән Дума һайлауҙарында биш процент сиген үтеүсе парти ялар өсөн ул бер миллион һумдан артыҡҡараҡ төшкән. Бер манда т өсөн иң арзан хаҡты Рәсәй Компартияһы түләгән - 1,32 милли он һум, иң ҡыйбаты ЛДПР - 3,86 миллион һум. "Коммерсант - Де ньги" мәғлүмәттәре буйынса, һайлауҙарҙа еңеүсе "Берҙәм Рәсәй " партияһы 1,63 миллион һум тотонған, "Родина" сәйәси блогы - 3,23 миллион һум. Дөрөҫ, Көнбайыш илдәренән айырмалы рәүеш тә Рәсәй һайлаусыһының тауышы арзанғараҡ төшә. Әгәр Канадала ғы 2000 йылғы парламент һайлауҙарында кандидаттар һәр һайлау сыға 2,7 доллар ( 80 һумға яҡын), Францияла 2002 йылда - өсә р доллар ( 90 һумға яҡын), Бөйөк Британияла 2001 йылда - 5,8
       доллар ( 170 һум тирәһе) бөтөрһә, Рәсәйҙә иһә РФ Дәүләт Дум аһына үтеүселәр өсөн был хаҡ - 0,45 доллар, йәки 13,14 һум т әшкил итә. Иң арзан тауыш РФ Компартияһын һайлаусыныҡы - 6,8 8 һум, Жириновский партияһына ул 2,9 тапҡыр, "Родина"ға - 2, 49, "Берҙәм Рәсәй"гә - 1,25 тапҡыр ҡыйбатыраҡҡа төшкән. "Бер ҙәм Рәсәй" түккән аҡсаны үҙен аҡлаған тип иҫәпләргә була, сө нки ул һайлауҙарға 195 миллион һум тотонған ( КПРФ менән сағ ыштырғанда 3,7 тапҡыр күберәк), әммә РФ Думаһында ла коммуни старға ҡарағанда өс тапҡыр күберәк урын яулаған. ЛДПР иһә һа йлауҙарға 138 миллион һум аҡса сарыф иткән ( КПРФ менән сағы штырғанда 2,64 тапҡыр күберәк), һөҙөмтәлә 11 процентҡа, йәғн и дүрт мандатҡа кәмерәк алған...

Владимир Шакиев
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал